Стәрлетамаҡ өлкәһе
Стәрлетамаҡ өлкәһе —1952—1953 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы составындағы РСФСР административ-территориаль берәмеге.
Үҙәге —Стәрлетамаҡ ҡалаһы. ВКП(б) Стәрлетамаҡ өлкә комитетының беренсе секретаре П. И. Каменев булған. Беренсе өлкә конференцияһы 1952 йылдың 6 сентябрендә уҙғарылған. КПСС өлкә комитеты бюроһы постановлениеһы менән Стәрлетамаҡ өлкә комитеты 1953 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ы составындағы өлкәләрҙе юҡҡа сығарыу менән бәйле бөтөрөлгән.
Тарихы
Стәрлетамаҡ өлкәһе (Өфө өлкәһе менән бер рәттән) СССР Юғары Советы Президиумы бойороғо менән 1952 йылдың 29 майында эре АССР-ҙар араһында өлкәләргә бүлеү эксперименты барышында барлыҡҡа килгән.
Административ бүленеш
Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан булған.
Өлкә составына индерелгән булған:
- ҡалалар — Стәрлетамаҡ, Ишембай, Белорет, Баймаҡ
- 25 ауыл районы — Абҙан, Әбйәлил, Архангель, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Быҙауъяҙы, Бөрйән, Воскресенский, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Маҡар, Матрай, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы, Фёдоровка, Хәйбулла, Йомағужа райондары.
Бер йыл да үтмәгән, эксперимент уңышһыҙ тип табылған һәм СССР Юғары Советы бойороғо менән 1953 йылдың 30 апрелендә Стәрлетамаҡ өлкәһе бөтөрөлгән.
Етәкселәре
Һылтанмалар
- СТЕРЛИТАМАКСКИЙ И УФИМСКИЙ ОБЛАСТНЫЕ КОМИТЕТЫ (ОБКОМЫ) (1952—1953 гг.) 2017 йылдың 27 март көнөндә архивланған.
- Стерлитамакская область