11 февраль
11 февраль (рус. 11 февраля) — рәсми календарь буйынса йылдың 42-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 323 көн ҡала (кәбисә йылында 324). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Шәғбан айының 12-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 8 сәғәт 35 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 1 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 9 сәғәт 25 минут. 🌔 Тулыусы Ай (йәше 12.92 көн).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Иран: Революция еңгән көн.
Камерун: Йәштәр көнө.
Норвегия: Әсәйҙәр көнө.
Рәсәй Федерацияһы: «Хочу всё знать» киножурналының тыуған көнө.
Япония: Дәүләткә нигеҙ һалынған көн.
Ер: Фәндә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
АҠШ: Уйлап табыусы көнө.
Венесуэла: Социолог һәм антропологтар көнө.
Әзербайжан: Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1697 йыл: Император Пётр I Рәсәй империяһында тәмәке һатыуҙы рөхсәт итә.
- 1736 йыл: Башҡортостанда царизм сәйәсәте тураһында Сенат указдары сыға.
тулы исемлек
- 1809 йыл: Роберт Фултон пароходҡа патент ала.
- 1826 йыл: Лондондың университет колледжына нигеҙ һалына. Ул Лондондың тәүге университеты була.
- 1829 йыл: Тәһрандағы рус илселегенә һөжүм: биналағы барлыҡ кешеләр, шул иҫәптән дипмиссияның башлығы А. Грибоедов та, һәләк була, сәркәтип Мальцов ҡына йәшенеп ҡотолоп ҡала.
- 1838 йыл: Санкт-Петербургтан Царское Селоға тиклем тимер юл буйлап ат егелгән поезд йөрөй башлай.
- 1873 йыл: Испан короле Амадей I тәхеттән баш тартҡас, Кортестар тарафынан Беренсе Испан Республикаһы иғлан ителә.
- 1889 йыл: Японияла Мэйдзи Конституцияһы ҡабул ителә, ул илдә Пруссия өлгөһөндәге конституцион монархия урынлаштыра. Конституция проекты өҫтөндә эште Ито Хиробуми етәкләй. Конституция ҡабул ителгәс, Японияла Азиялағы тәүге парламент барлыҡҡа килә.
- 1918 йыл: РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл флотын (РККФ) ойоштороу тураһында декрет ҡабул итә.
- 1922 йыл — Фредерик Бантинг инсулин уйлап таба.
- 1928 йыл — Санкт-Морицта II Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1929 йыл — Франц I Лихтенштейн кенәзе була.
- 1937 йыл — Японияла мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бирелеүсе «Мәҙәниәт ордены» булдырыла.
- BBC Television экрандарға Карел Чапек яҙған «R.U.R.» фәнни-фантастик пьесаһы нигеҙендә тәүге фәнни-фантастик тапшырыу сығара.
- 1940 йыл — Ҡыҙыл Армия Фин һуғышында Маннергейм линияһын өҙөү операцияһын башлай, ул Финляндияның капитуляцияһы менән тамамлана.
- 1943 йыл — Иосиф Сталин Дәүләт оборона комитетының «СССР-ҙа атом бомбаһы эшләү тураһында ҡарар»ын раҫлай.
- 1944 йыл — ошо йылдың 27 ғинуарында башланған Ровно — Луцк операцияһы тамамлана. 1-се Украин фронтының 60-сы армияһының уң фланг ғәскәрҙәре ҡаты алыштарҙан һуң ҡала һәм эре тимер юл үҙәге Шепетовканы азат итә.
- 1953 йыл — Физик Альберт Эйнштейн, яҙыусы Томас Манн, Рим папаһы Пий XII ҡатнашҡан көслө халыҡ-ара кампанияға ҡарамаҫтан, АҠШ президенты Дуайт Эйзенхауэр ирле-ҡатынлы Розенбергтарҙың ярлыҡау тураһындағы аҙаҡҡы үтенесен кире ҡаға. 19 июндә улар язалап үлтерелә.
- 1956 йыл — «Ан-8» хәрби-транспорт самолётының тәүге осошо.
- 1959 йыл — Ғәрәп ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә бер нисә Британия колонияһынан Көньяҡтың Ғәрәп Әмирлектәре Федерацияһы ойошторола.
- 1970 йыл — Японияның тәүге Ер яһалма юлдашы «Осуми» орбитаға сығарыла.
- 1971 йыл — Мәскәүҙә, Лондонда һәм Вашингтонда «Диңгеҙ һәм океандарҙың төбөндә һәм һәм уның аҫтында ядро ҡоралын урынлаштырыуҙы тыйыу хаҡындағы килешеү» ҡул ҡуйыу өсөн тәҡдим ителә.
- 1972 йыл — Рәс-әл-Хәймә әмирлеге Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ҡушыла.
- 1975 йыл — Бөйөк Британия Консерватив фирҡәһенең рәйесен һайлауҙың икенсе турында Маргарет Тэтчер еңеү яулай һәм Британияла оппозицияның тәүге ҡатын-ҡыҙ етәксеһе була.
- 1978 йыл — Ҡытайҙа Аристотель, Шекспир һәм Диккенстың китаптарын уҡыуҙы тыйыу ғәмәлдән сыға.
- 1979 йыл — Иранда ислам инҡилабы: ваҡытлы хөкүмәт яҡлы гвардеецтар менән Тәһранда өс тәүлек урам һуғыштарынан һуң аятолла Хөмәйни яҡлылар ҡаланы үҙ ҡулына ала, Генштаб нейтралитет иғлан итә, инҡилаптың еңеүе.
- 1980 йыл — Владимир Меньшовтың «Москва слезам не верит» фильмының премьераһы. 1981 йылда фильм сит телдәге иң яҡшы фильм номинацияһында «Оскар»ға лайыҡ була.
- 1981 йыл — Армия генералы Войцех Витольд Ярузельский Польшаның Министрҙар советы рәйесе итеп тәғәйенләнә.
- 1990 йыл — Көньяҡ Африка Республикаһының аҙаҡҡы аҡ тәнле президенты Фредерик де Клерк Африка милли конгресын һәм апартеидҡа ҡаршы башҡа хәрәкәттәрҙе легалләштереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғас, Нельсон Мандела 27 йыллыҡ тотҡондан иреккә сыға.
- 1991 йыл — Гаагала Вәкиллектәре булмаған милләттәр һәм халыҡтар ойошмаһы булдырыла.
- 1992 йыл — Фианна Файл фирҡәһе вәкиле Альберт Рейнольдс Ирландияның таойсехы (премьер-министры) була.
- 2007 йыл — Горбангулы Мәликгулы улы Бәрдемөхәммәдов Төркмәнстан президенты һайлауҙарында, 89,23 процент тауыш йыйып, еңеп сыға.
- 2009 йыл — Морган Ричард Цвангираи Зимбабвеның премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 2011 йыл — Мысырҙа инҡилап: Мысыр президенты Хөсни Мөбәрәк, хакимлыҡты Ҡораллы Көстәрҙең Юғары советына тапшырып, отставкаға сыға.
- 2016 йыл — Гравитация тулҡындарын эксперименталь асыу тураһында иғлан ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тулыбаева Нәфисә Булат ҡыҙы (1965), мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директор урынбаҫары, Республика сәсәндәр үҙәге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Юнай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Надькин Павел Николаевич (1911—5.05.1996), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1934 йылдан Башҡорт АССР-ының хәҙерге Баймаҡ районындағы «Калинин» ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте, 1939—1942 һәм 1947—1957 йылдарҙа М. И. Калинин исемендәге колхоз рәйесе; 1957—1965 йылдарҙа — «Сибай» совхозы директоры, 1965—1970 йылдарҙа «Рассвет» колхозы рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы Ильинка ауылынан.
- Александр Семак (1966), спортсы, хоккейсы. Шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1990). Донъя (1990), Европа (1987, 1991), СССР (1990—1991), Бөтә донъя универсиадаһы (1987) чемпионы, Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994). Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡәрипова Рәҡиә Миңлеғәли ҡыҙы (1932—1996), китапханасы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының элекке бүлек мөдире. РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Черных Юрий Алексеевич (1952), инженер-ғалим, йәмәғәтсе. 1976 йылдан «Салауатнефтемаш» заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1989 йылдан — баш инженер, 1995 йылдан — генераль директор. Бер үк ваҡытта 2003—2008 йылдарҙа Салауат ҡала советы рәйесе. 2009 йылдан «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһе генераль директорының кәңәшсеһе. Техник фәндәр кандидаты (1999). Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2018—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, 1995—2008 йылдарҙа — Салауат ҡала советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2000).
тулы исемлек
- Велигодский Олег Валерьевич (1967), спортсы, тренер. Бокс буйынса олимпия резервының Николай Валуев исемендәге махсус мәктәбе тренеры. Ҡул һуғышы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәдис Ғәниев (1967), йырсы. 1989—1995 йылдарҙа һәм 1998 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокал артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
- Шаһиев Элвир Ҡәҙим улы (1967), урмансы, йәмәғәтсе. Ҡариҙел районында 2012 йылдан эшләп килгән «Уфалеспром» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһы урман сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аслаев Наил Төхвәт улы (1953), инженер, спортсы. 2009 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004), иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре (2000), физик культура һәм спорт отличнигы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылынан.
- Йәнекәева Венера Әҙһәм ҡыҙы (1958), хоҡуҡ белгесе, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1975 йылдан Башҡорт АССР-ының Социаль хеҙмәтләндереү министрлығы инспекторы, өлкән инспекторы, 1978 йылдан Өфө ҡалаһы райондары социаль хеҙмәтләндереү бүлектәренең яуаплы хеҙмәткәре, 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Секретариатының һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2002 йылдан — бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008), РСФСР-ҙың социаль хеҙмәтләндереү отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының Әлмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡәйепов Рәйес Абдулхәй улы (1958), педагог. 1980 йылдан Хәйбулла районы Бүребай, 1983—2021 йылдарҙа — Аҡъяр ауылындағы хәҙерге 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007) һәм мәғариф отличнигы (2000). Сығышы менән Бүребай ауылынан.
- Фазылов Илдус Зәнфил улы (1963), аппаратсы. Татарстандың «Нижнекамскнефтехим» йәмғиәте эшсеһе. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районының Штәнде ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимов Сәбих Ғәзиз улы (1929—1992), инженер, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бишбүләк районында полимер цехы асыусы һәм уның 1979—1992 йылдарҙағы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Дүҫән ауылынан.
- Сухов Владимир Павлович (1934—26.02.2016), геолог-ғалим һәм педагог‑методист. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—2000 йылдарҙа иҡтисади география кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2005), геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1969), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). К. Д. Ушинский миҙалы менән бүләкләнеүсе.
тулы исемлек
- Николаев Василий Васильевич (1939—28.06.2007), инженер‑механик-ғалим, сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1989—2002 йылдарҙа Ленин орденлы «Оренбургазпром» берекмәһенең начальнигы һәм генераль директоры. Сыуаш Республикаһының Милли фән һәм сәнғәт академияһының почётлы академигы (2001). Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), СССР‑ҙың почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989). Ике тапҡыр Сыуашстандың Дәүләт премияһы лауреаты (2001, 2006). Почёт ордены кавалеры (1996). Ауырғазы районының почётлы гражданы (2000).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1650 йыл: Рене Декарт, Франция философы, математик һәм физик.
- 1847 йыл: Томас Эдисон, АҠШ уйлап табыусыһы, эшҡыуар.
тулы исемлек
- 1875 йыл: Василий Качалов, Рәсәй империяһы һәм СССР актёры, нәфис һүҙ оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1936).
- 1887 йыл: Сигизмунд Кржижановский, СССР яҙыусыһы, драматург, философ, театр белгесе.
- 1887 йыл: Иван Шадр (төп фамилияһы Иванов), СССР-ҙың монументалист-скульпторы.
- 1894 йыл: Виталий Бианки, СССР-ҙың балалар яҙыусыһы.
- 1898 йыл: Лео Силард, АҠШ-тың физик-ғалимы, тәүге ядро реакторын яһаусыларҙың береһе.
- 1900 йыл: Ханс-Георг Гадамер, Германияның философ-ғалимы.
- 1902 йыл: Любовь Орлова, театр һәм кино актрисаһы, йырсы, бейеүсе, пианист, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1902 йыл: Яков Ромас, рәссам, сәхнә биҙәүсе, педагог, СССР-ҙың халыҡ рәссамы.
- 1902 йыл: Арне Якобсен, Дания архитекторы, дизайнер.
- 1905 йыл: Галина Кравченко, театр һәм кино актрисаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
- 1909 йыл: Джозеф Лео Манкевич, АҠШ кинорежиссёры, продюсер, сценарист.
- 1917 йыл: Джузеппе де Сантис, Италия кинорежиссёры, сценарийҙар авторы.
- 1917 йыл: Сидни Шелдон, АҠШ яҙыусыһы, сценарийҙар авторы.
- 1921 йыл: Ллойд Бентсен, АҠШ сәйәсмәне, демократ.
- 1925 йыл: Вирджиния Джонсон, АҠШ-тың сексолог-ғалимы, тикшеренеүсе.
- 1926 йыл: Лесли Нильсен, Канада һәм АҠШ кино һәм телевидениеһының комедия актёры.
- 1929 йыл: Альберт Азарян, СССР спортсыһы, гимнаст, өс тапҡыр олимпия, дүрт тапҡыр донъя чемпионы.
- 1930 йырл: Валя Котик, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йәш партизан, разведчик, Советтар Союзы Геройы (1958, үлгәндән һуң).
- 1824 йыл: Дмитрий Горчаков, Рәсәй империяһы шағиры, драматург.
- 1829 йыл: Александр Грибоедов, Рәсәй империяһы шағиры, драматург, дипломат.
тулы исемлек
- 1948 йыл: Сергей Эйзенштейн, СССР-ҙың театр һәм кино режиссёры, рәссам, сценарист, сәнғәт теоретигы, педагог.
- 1969 йыл: Әхмәров Ҡасим Закир улы, башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы (1963), профессор.