Хөмәйни Рухаллаһ Мусауи
Сәйед Хөмәйни Мостафауи Рухолла Мусауи йәки Имам Хөмәйни (фарс. سيد روح الله مصطفوی موسوی خمینی [ruːholˈlɑːhe muːsæˈviːje xomeiˈniː]; 24 сентябрь 1902 йыл — 3 июнь 1989 йыл) — Иран сәйәси эшмәкәре, Ирандың 1979—1989 йылдарҙағы юғары етәксеһе.
Биографияһы
Шәхесе
Рухолла (фарс. روح اللهروح اللهфарс. روح الله/ғәр. روح اللهروح الله) — ғәрәп теленән иранлаштырылған «Аллаһтың рухы» мәғәнәһендәге исем. Атаһының исеме күсеп, Сәйед Мостафа булып китә. Нәҫел тамырҙары менән етенсе быуынында изге имамМуса әл-Ҡазим һәм Мөхәммәт пәйғәмбәргә барып тоташа.
Кумала уҡыта, 50-се йылдарҙа «аятолла» титулын ала. 1963 йылдан Ирандың шаһ режимына ҡаршы оппозицияла була. Уны ҡулға алыу тиҫтә йыл эсендә иң ҙур тулҡынланыуға килтереп, 1000-дән ашыу кеше үлтерелә. Төркиә властары илдән ҡыуа, һуңынан — Ираҡҡа, 1978 йылда — Парижға күсенә.
1979 йылдың ғинуарында Иранда ислам революцияһын етәкләй. Шаһ ҡасҡандан һуң ике аҙна үткәс, 1979 йылдың 1 февралендә Иранға ҡайта.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ruhollah Khomeyni // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
- ↑ Rūḥ Allāh al-Ḫumaynī // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
- ↑ https://www.biografiasyvidas.com/biografia/k/khomeini.htm