24 сентябрь
24 сентябрь — рәсми календарь буйынса йылдың 267-се көнө (кәбисә йылында 268-се). Йыл аҙағына тиклем 98 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Ҡарауансы көнө.
Рәсми булмаған
Ер: Уйланмаған дыуамаллыҡ көнө.
- Һөйөү яҙмалары көнө.
- Эштәрҙе төгәлләү байрамы.
Гвинея-Бисау: Дәүләт теле көнө.
Индонезия: Ауыл хужалығы көнө.
Камбоджа: Конституция көнө.
Көньяҡ Корея: Уңыш көнө.
Ҡырғыҙстан: Ғаилә, татыулыҡ һәм килешеү көнө.
Төбәк байрамдары
Ҡырым Республикаһы: Дәүләт флагы һәм Дәүләт гербы көнө.
Ер: Система аналитигы көнө.
- 1852: Француз Анри Жиффар пар двигателле дирижаблдә беренсе осош яһай.
- 1893: Петербургта Рәсәй империяһында тәүге тапҡыр футбол уйыны үткәрелә.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәрхшатов Марс Нурулла улы (1955), ғалим-инженер-механик, комсомол органдары ветераны. 1981 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1986 йылдарҙа вуздың ВЛКСМ комитеты секретары, 1997 йылдан тәрбиә эше һәм социаль-көнкүреш мәсьәләләре, 2008 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1999—2005 йылдарҙа металдар технологияһы һәм машиналар ремонтлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөфлиханов Аҡшур Суфуат улы (1931—23.08.2016), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1961 йылдан Салауат районының XXI партсъезд исемендәге колхоз рәйесе, 1979—1982 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығы агрономы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Савинов Борис Александрович (1936), хеҙмәт ветераны, инженер-технолог, сәнәғәт эшмәкәре. 1965—1999 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1979—1983 йылдарҙа — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1996), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалервы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
тулы исемлек
- Хәсәнова Фариза Фәйзрахман ҡыҙы (1941), театр ветераны. 1966 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы (1892—7.12.1937), ғалим-тел белгесе, педагог. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1931—1937 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле кафедраһы мөдире. Хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1929—1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Никоноров Геннадий Васильевич (1947), педагог, йәмәғәтсе. 1968 йылдан Баҡалы районы Яңы Маты ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе, «Совет» колхозы рәйесе урынбаҫары, «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозының партком секретары, Баҡалы ауылы 2-се урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, 1991—2001 йылдарҙа — мәктәп директоры; 2001—2005 йылдарҙа район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы. 20 йыл дауамында йәмәғәт башланғысында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Петровка ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Варфоломеев Дмитрий Фёдорович, (1918—7.05.1992), хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966—1977 йылдарҙа КПСС‑тың 22‑се съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы, 1977—1988 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1975), профессор (1981). РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1978). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Шерстобитов Евгений Павлович (1938), хеҙмәт ветераны, 1961—1999 йылдарҙа «Өфөоргсинтез» берләшмәһенең компрессор ҡулайламаһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Костарев ауылынан.
тулы исемлек
- Ғарифуллин Рим Карам улы (1943), хор артисы (тенор). Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1992), республика вокалистар конкурсы (1962) һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йəш йырсылар конкурсы лауреаты (1973).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәсәнов Шамил Камил улы (1919—11.04.1981), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937—1981 йылдарҙа Мәсетле районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1938—1940 йылдарҙа Ҡорғат ете йыллыҡ, 1954—1968 йылдарҙа Оло Аҡа урта мәктәптәре директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1965). Сығышы менән Оло Аҡа ауылынан.
- Ҡазыханов Вил Суфиян улы (1939—1.10.2012), уҡытыусы, комсомол һәм мәғариф органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
тулы исемлек
- Смирнов Владимир Вячеславович (1949), спортсы, тренер. Өфө ҡалаһындағы «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. 1984—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының йыйылма командаһы тренеры. Ғәмәли янғын спорты буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1972). СССР (1975—1978) һәм РСФСР (1976) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Магадан өлкәһенең Нексекан ҡасабаһынан.
- Булатова Ләлә Рәйес ҡыҙы (1959), ҡурсаҡ уйнатыусы актёр. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының әйҙәүсе сәхнә оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Сәлмән Ярмуллин (1969), журналист. «Башҡортостан журналдары» нәшриәте директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009) һәм мәғариф отличнигы (2009). Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1998) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2005) лауреаты.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1896: Скотт Фицджеральд, АҠШ яҙыусыһы.
- 1902: Хөмәйни Рухаллаһ Мусауи, Ирандың 1979—1989 йылдарҙағы етәксеһе.
- 1812: Пётр Багратион, Рәсәй империяһының хәрби начальнигы.