Варфоломеев Дмитрий Фёдорович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре
Эш урыны
Эшмәкәрлек төрө химия
Заты ир-ат
Вафат булған урыны
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 24 сентябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Һөнәр төрө химик
Вафат булған көнө 7 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны

Варфоломеев Дмитрий Фёдорович (24 сентябрь 1918 йыл — 7 май 1992 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966—1977 йылдарҙа КПСС‑тың 22‑се съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы, 1977—1988 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1975), профессор (1981). РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1978). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.

Дмитрий Фёдорович Варфоломеев 1918 йылдың 24 сентябрендә Тамбов губернаһының Елатьма өйәҙе[1] Заболотье ауылында тыуған.

1948 йылда С. М. Киров исемендәге Урал индустриаль институтын тамамлай.

1955—1963 йылдарҙа — Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры; 1964—1966 йылдарҙа — Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты директоры; 1966—1977 йылдарҙа — КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры; 1977—1988 йылдарҙа — Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты директоры була[2].

Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Химия фәндәре кандидаты (1966). «Нефть һәм газ технологияһы» кафедраһы буйынса доцент ғилми вазифаһына раҫлана (1971). 1972 йылдан — Өфө нефть институты профессоры; техник фәндәр докторы (1975)[3].

Фәнни эшмәкәрлеге нефть эшкәртеү ҡорамалдарын коррозиянан һаҡлау проблемалары, катализаторҙар булдырыу, электродлы нефть коксы, төрлө тәғәйенләнешле битумдар алыу менән бәйле. Уның етәкселегендә, КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында айырым ароматик углеводородтар, синтетик май кислоталары, олеум, алкилфеноллы присадкалар, пиромеллит диангидридын етештереү үҙләштерелә; парафиндарҙы адсорбцион таҙартыу, сәнәғәт ағынты һыуҙарын биологик таҙартыу процесы индерелә.

Варфоломеев Дмитрий Федорович 1992 йылдың 7 майында Өфө ҡалаһында вафат була.

Профессор Д. Ф. Варфоломеев — 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, яҡынса 100 уйлап табыуға авторлылыҡ таныҡлығы эйәһе.

  • Варфоломеев Д. Ф. Химия нефти и газа. — Уфа, 1977. (авторҙашлыҡта)
  • Варфоломеев Д. Ф. Рациональное использование вторичных ресурсов нефтехимии и охрана окружающей среды. — Уфа, 1979. (авторҙашлыҡта)
  • Варфоломеев Д. Ф. Расширение ресурсов среднедистиллятных топлив и повышение рентабельности процесса коксования. — М., 1985. (авторҙашлыҡта)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  1. Хәҙер Рязань өлкәһенең Сасов районы
  2. Варфоломеев Дмитрий Федорович 2022 йылдың 15 март көнөндә архивланған. в Свободной энциклопедии Урала;
  3. Уфимский государственный нефтяной технический университет. Доктора наук, профессора УГНТУ. — М.: Недра, 1997. — С. 55.