7 май
7 май — рәсми календарь буйынса йылдың 127-се (кәбисә йылында 128-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 238 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Астрономия көнө.
- Асыҡ тәҙрәләр көнө.
- Ғаиләлә тигеҙлек көнө.
- Күңел асыу көнө.
- Пилотһыҙ осоусы аппараттар көнө.
- Планетарийҙар көнө.
АҠШ: Туризм көнө.
Дания: Доға көнө.
Канада: Балалар һәм үҫмерҙәрҙең психик сәләмәтлеге көнө.
- Лимонад көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәр ойошторолған көн.
Шотландия: Яҙ көнө.
Ер: Ҡатын-ҡыҙ уҙышсылар көнө.
- Урам музыканттары көнө.
АҠШ: Бала ҡараусы көнө.
Бангладеш: Инженерҙар көнө.
Беларусь: Радио, телевидение һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө.
Ҡаҙағстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Ҡырғыҙстан;
Тажикстан: Элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Радио көнө — элемтәнең барлыҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәре байрамы.
- Президент полкы көнө.
- Физиктар көнө.
- Хәрби Диңгеҙ Флоты элемтәселәре һәм радиотехник хеҙмәт белгестәре көнө.
- Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең енәйәт-башҡарыу инспекциялары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1755 йыл: Ҡыҙыл майҙандағы хәҙерге Дәүләт тарих музейы урынында булған дарыухана бинаһында Мәскәү дәүләт университеты эшләй башлай.
- 1780 йыл: Рәсәй императоры Екатерина II Санкт-Петербург ҡалаһы гербын рәсми раҫлай.
тулы исемлек
- 1895 йыл: Рәсәй империяһы физигы һәм электротехнигы Александр Попов Санкт-Петербургта үҙе уйлап сығарған радионы эшләтеп күрһәтә.
- 1940 йыл: Мәскәү дәүләт университетына Михаил Ломоносов исеме бирелә.
- 1943 йыл: Өфөлә махсус хеҙмәт күрһәтеү комбинаты эшләй башлай.
- 1945 йыл: Францияның Реймс ҡалаһында урындағы ваҡыт менән төнгө 2 сәғәт 41 минутта Германияның ҡаршылыҡһыҙ капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла.
- 1960 йыл: Михаил Таль шахмат буйынса донъяның 8-се чемпионы титулын яулай.
- 1960 йыл: СССР-ҙа ете сәғәтлек эш көнө индереү тураһында закон ҡабул ителә.
- 1985 йыл: СССР Министрҙар Советы «Эскелек һәм алкоголизмды бөтөрөү, самогон ҡыуыуҙы туҡтатыу саралары тураһында» 410-сы ҡарар ҡабул итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузнецов Георгий Иванович (1900—20.04.1979), төҫлө металлургия тармағы эшсеһе. Граждандар һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, инженер-сапёр бригадаһының отделение командиры. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы хәҙер бөткән Бармаҡ утарынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимуллина (Хәбибуллина) Рәйсә Ғәли ҡыҙы (1931—6.09.2000), йырсы (сопрано), вокал буйынса педагог. 1954 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры, 1957—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы; бер үк ваҡытта 1971 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994 йылдан яңғыҙ йырлау һәм операға әҙерлек кафедраһы мөдире. Профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974).
- Нәҙершин Альберт Сәхәп улы (1951), тау инженеры-электрик-ғалим, йәмәғәтсе. 1985 йылдан Өфөләге Торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау производство тресы идарасыһы, 1992 йылдан – Торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте идаралығы начальнигы; 1997–2006 йылдарҙа «Уфагаз» предприятиеһы директоры; 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Рәсәй Федерацияһының яғыулыҡ энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2004). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Лениногорск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Канбекова Нәзихә Шәмси ҡыҙы (1932), педагог. Архангел районының Архангел ауылындағы 1-се урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982).
- Янборисов Роберт Абдулла улы (1932—8.08.1999), ғалим-философ, хәрби хеҙмәткәр, 1-се ранг капитаны. 1951 йылдан СССР Хәрби диңгеҙ флоты хеҙмәткәре; 1975 йылдан Ленинград Хәрби диңгеҙ академияһы, 1978 йылдан – Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы; 1980 йылдан СССР Фәндәр академияһы Алыҫ Көнсығыш бүлексәһенең Алыҫ Көнсығыш халыҡтары тарихы, археологияһы һәм этнографияһы институтының (Владивосток ҡалаһы) бүлек мөдире, директор урынбаҫары. 1988 йылдан (өҙөклөктәр менән) Өфөләге Социаль- иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире, 1996—1999 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Манапов Ирек Усман улы (1947), инженер-механик. 1966 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе инженеры, 1988 йылдан — баш технолог, 2002 йылдан — баш инженер. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2005). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2000).
- Моталова Миңлебикә Иҙрис ҡыҙы (1952), педагог. 1969 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы; 1982 йылдан район мәғариф бүлеге методисы, 1988 йылдан — кадрҙар буйынса инспектор; 1998—2008 йылдарҙа «Бәпембә» балалар баҡсаһы мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985). Сығышы менән ошо райондың Йәнтеш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сафиуллин Ғиндулла Ғиззәтулла улы (1933—2016), механизатор. 1951—1991 йылдарҙа Дәүләкән районы Ленин исемендәге колхоз тракторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1966). Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2008). Сығышы менән ошо райондың Волга ауылынан.
- Лоҡманов Илнур Флүр улы (1983), драма артисы, йырсы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Черняев Александр Михайлович (1934—18.08.2004), гидрогеолог-ғалим. 1956—1958 йылдарҙа Көньяҡ Урал территориаль геология идаралығының гидрогеолог-инженеры, 1958—1961 йылдарҙа партия начальнигы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1966), техник фәндәр докторы (1990). Рәсәйҙең атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1992). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән Брянск ҡалаһынан.
- Ғәлимов Ирек Миңлевәли улы (1959), элемтәсе-инженер. 2012—2022 йылдарҙа Рәсәй Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ директоры. Рәсәйҙең атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1833 йыл: Йоһаннес Брамс, Германия композиторы.
- 1840 йыл: Адольф Павинский, Польшаның тарихсы-ғалимы, архивсы, Варшава университеты профессоры.
тулы исемлек
- 1840 йыл: Пётр Ильич Чайковский, Рәсәй империяһы композиторы, педагог, музыкант, йәмәғәтсе.
- 1861 йыл: Рабиндранат Тагор, Һиндостан яҙыусыһы, шағир, композитор, рәссам һәм йәмәғәтсе.
- 1892 йыл: Иосип Броз Тито, дәүләт эшмәкәре, 1945—1980 йылдарҙа Югославия етәксеһе.
- 1901 йыл: Гэри Купер, АҠШ актёры.
- 1925 йыл: Лев Мирский, СССРһәм Рәсәй кинорежиссёры, актёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1930 йыл: Анатолий Лукьянов, хоҡуҡ белгесе-ғалим, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәй сәйәсмәне.
- 1930 йыл: Игорь Безродный, СССР музыканты, скрипкасы, дирижёр һәм педагог.
- 1980 йыл: Зөһрә Шәрифуллина, йырсы, Татарстандың халыҡ артисы.
- 1980 йыл: Ким Нам Сун, Төньяҡ Корея спортсыһы, уҡ атыуҙа 2000 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1948 йыл: Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лётчик, гвардия майоры (1943), Советтар Союзы Геройы (1944).