Яҙ
Яҙ — йылдағы дүрт миҙгелдең береһе, ҡыштан һуң һәм йәйҙән алда килә.
Һүҙҙең мәғәнәүи нигеҙҙәре боронғо индоевропей телдәре менән бәйләнгән. Мәҫәлән, литва телендәге «vasarà» — башҡортса «йәй» тигәнде аңлатһа, латыш телендәге «pavasaris», санскрит һәм башҡа һин телдәрендәге «vasantás» — «яҙ», ә «vasar» — «иртә» тигән мәғәнәләрҙе бирә[1].
Календарь буйынса яҙ
Астрономия буйынса яҙ
астрономик яҙ календарь ваҡыты менән сағыштырғанда бер аҙ һуңғараҡ килә. Яҙғы көн һәм төн тигеҙләшкән ваҡыт — 20 март (кәбисә йылдарҙа 20 йәки 21 март) (Төньяҡ ярымшарҙа) һәм 22 йәки 23 сентябрь (Көньяҡ ярымшарҙа), һәм йәйге ҡояшторошона тиклем дауам итә, 21 июнь (кәбисә йылдарҙа 20 йәки 21 июнь) (Төньяҡ ярымшар) һәм 21 йәки 22 декабрь (Көньяҡ ярымшар) (был даталар Бөтә донъя ваҡыт менән күрһәтелгән; башҡа сәғәт бүлкәттәрендә 1 тәүлеккә айырыла).
Климатик яҙ
Климатик яҙ килеүе тәүлектең уртаса температураһы Цельций шкалаһы буйынса 0 градустан юғары күтәрелеүе менән билдәләнә.
Фенология буйынса яҙ
Фенологик яҙ етеү ҡар ирей башланыу менән билдәләнә (ялан-ҡырҙа ҡарҙан, боҙҙан әрселгән ҡара ер бүлемдәре күренә башлай). Яҙҙан һуң йәй башланыуы гөлйемеш (әлморон) сәскә атҡан ваҡыттан һанала.
Яҙғы моң
- А. Вивальди. «Йыл миҙгелдәре» циклынан 1-се концерт: Часть 1: Аллегро , Часть 2: Ларго , Часть 3: Аллегро
- П. И. Чайковский. «Йыл миҙгелдәре» фортепиано циклы: № 3 — Март. «Һабан турғайы» йыры; № 4 — Апрель. «Умырзая»; № 5 Май — «Аҡ төндәр».
- Эдвард Григ. «Яҙ» (фортепиано өсөн пьеса).
- Самуил Майкапар. «Яҙ көнөндә» (фортепиано өсөн пьеса).
- Сергей Рахманинов. Ф. Тютчев шиғырына «Яҙғы һыуҙар» романсы, «Яҙ» кантатаһы.