Тютчев Фёдор Иванович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Балалары Иван Фёдорович Тютчев[d], Мария Фёдоровна Тютчева[d], Анна Фёдоровна Тютчева[d], Дарья Фёдоровна Тютчева[d], Фёдор Фёдорович Тютчев[d] и Тютчева, Екатерина Фёдоровна[d]
Патроним или матроним для человека Иванович[d]
Ерләнгән урыны
Хәләл ефете Элеонора Ботмер[d] и Эрнестина Пфеффель[d]
Заты ир-ат[1]
Вафат булған урыны
Титул тайный советник[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, дипломат, фәлсәфәсе, сәйәсмән, тәржемәсе, публицист
Жанр лирик шиғриәт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 1-й степени орден Святого Станислава 1-й степени орден Святого Владимира 3-й степени
Ойошма ағзаһы Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Рәсем
Тыуған көнө 23 ноябрь (5 декабрь) 1803[2][3]
Вафат булған көнө 15 (27) июль 1873[2][3] (69 йәш)
Сәнғәт йүнәлеше Романтизм
Тыуған урыны
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Әсәһе Екатерина Львовна Толстая[d]
Уҡыу йорто
Атаһы Иван Николаевич Тютчев[d]
Нәҫеле Тютчевы[d]
Әүҙемлек осороноң башланыуы 1813 — наст. время
Эш урыны
Бер туғандары Николай Иванович Тютчев[d] и Дарья Ивановна Тютчева[d]
Өйҙәш Елена Александровна Денисьева[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Фёдор Иванович Тютчев (рус. Фёдор Иванович Тютчев) — рус яҙыусыһы, шағир, дипломат. Санкт-Петербург Фәндәр академияһы ағзаһы. 1803 йылдың 5 декабрендә Орёл губернаһы, Брянск өйәҙе, Овстуг имениеһында тыуған. 1873 йылдың 27 июнендә Царское Селола үлгән. Санкт-Петербургтағы Новодевичий монастыре ҡәберлегендә ерләнгән.

Мюнхен, Турин ҡалаларында йәшәгән, Гейне, Шеллинг менән таныш булған. Рәсәйҙең әҙәбиәт тормошонда ҡатнашмаған, үҙен әҙип тип атамаған. Шуға ҡарамаҫтан, Тютчевтың 400-гә яҡын шиғырҙары һаҡланған, уларҙың юлдары Рәсәйҙә йыш ҡына телгә алыналар. Уның тәүге шиғырҙары XVIII быуаттағы шиғри ғөрөф-ғәҙәттәр тәьҫирендә яҙылған. 1830-сы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында Европа (бигерәк тә немец) романтизмы йүнәлеше көслө. Уның фәлсәфәүи (медитатив) лирикаһында төп темалар булып ил, кеше ғүмере, тәбиғәт тураһында уйланыуҙар тора. 1840-сы йылдарҙа Рәсәй һәм көнбайыш цивилизациялары араһында булған мөнәсәбәттәргә бағышланған сәйәси мәҡәләләр яҙа. 1850-сы йылдарҙа Тютчев мөхәббәткә бағышланған һәм йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә, унда мөхәббәт бәхетһеҙлек, ҡайғы мәғәнәһендә аңлатыла. Һуңыраҡ был шиғырҙар "Денисьева циклы"на, йәғни шағирҙың Е. А. Денисьева исемле һөйәркәһенә бағышланған шиғырҙар шәлкеменә, инә. 60-70-се йылдарҙа Тютчев ижадында бигерәк тә сәйәси шиғырҙар өҫтөнлөк итә.

Иң танылған шиғыры «Silentium!» — әсенеү менән өндәшмәҫкә саҡыра, сөнки бер кешенең әйткәнен икенсе кеше бер ваҡытта ла һуңынаса аңлап бөтмәй. «Аҡыл менән Рәсәйҙе аңлап булмай», «Әйтелген һүҙҙең ниндәй мәғәнәлә кире әйләнеп ҡайтасағын алдан фаразлап булмай» һәм «Әйтелгән уй ул алдау» тигән шиғри юлдар Тютчевтың иң йыш ҡабатланған афоризмдары.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Record #95260021 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Краткая литературная энциклопедия (урыҫ)М.: Советская энциклопедия, 1962.
  3. 3,0 3,1 3,2 Горнфельд А. Тютчев, Федор Иванович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1902. — Т. XXXIV. — С. 370—374.



Inkwell icon - Noun Project 2512.svg Был — яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.