22 декабрь
22 декабрь (рус. 22 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 356-сы көнө (кәбисә йылында 357-се). Йыл тамамланыуға 9 көн ҡала. Мосолман календары буйынса 1447 йылдың Рәжәб айының 4-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 43 минутта ҡалҡа, 16 сәғәт 53 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 7 сәғәт 10 минут.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Ҡышҡы ҡояш торошо көнө
- Бард (автор) йыры көнө.
АҠШ: Һәләттәр көнө.
Зимбабве: Берҙәмлек көнө.
Индонезия: Әсә көнө.
Һиндостан: Математика көнө.
Рәсәй Федерацияһы: СССР (Рәсәй) хоккейының тыуған көнө.
Төбәк байрамдары
- Ульяновск өлкәһе: Герб һәм флаг көнө.
Беларусь,
Ҡырғыҙстан,
Рәсәй Федерацияһы,
Украина,
Әрмәнстан: Энергетиктар көнө.
Вьетнам: Ҡораллы көстәр көнө.
Куба: Уҡытыусылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең Гидрометеорология хеҙмәте көнө.
- Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1692 йыл: Мәсетле районының Оло Аҡа ауылына нигеҙ һалына.
- 1790 йыл: Рәсәй Империяһы ғәскәрҙәре Измаил ҡәлғәһен штурм менән ала.
тулы исемлек
- 1857 йыл: Рәсәй Империяһында беренсе почта маркаһы сығарыла.
- 1886 йыл: Ито Хиробуми Японияның беренсе премьер-министры итеп һайлана.
- 1932 йыл: Өфөлә хәҙерге Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры эшләй башлай.
- 1946 йыл: Мәскәү, Ленинград, Рига, Каунас һәм Архангельск ҡалаларында шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың беренсе чемпионатының тәүге уйындары үтә.
- 1972 йыл: Өфө йылға училищеһы асыла.
- 1989: ГДР һәм ФРГ дөйөм дәүләткә берләшә.
- 1990: Рәсәй Пенсия фонды ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлиев Мансаф Нурый улы (1925), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор (1977). I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм III дәрәжә «Ҡораллы Көстәрҙә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Ҡалмаш ауылынан.
- Шамаева Светлана Самиевна (1955), СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
тулы исемлек
- Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы (1965), тележурналист, дәүләт хеҙмәткәре. 1988—2010 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы мөхәррире һәм баш мөхәррире, 2011 йылдан «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әбдиев Рифғәт Фәйез улы (1926—6.04.2019), философғалим, инженер. 1955 йылдан СССР Оборона министрлығының 4-се Үҙәк ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, конструкторлыҡ бюроһы начальнигы; 1978 йылдан Бөтә Союз машиналар эшләү ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1983 йылдан Мәскәү урман университеты, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Мәскәү техник университеты, 1995—2001 йылдарҙы Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатия академияһы уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1996).
- Горбанева Вера Александровна (1936), педагог. Көйөргәҙе районы мәктәптәренең элекке башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976). Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Ковалёва Лиана Ароновна (1951), физик-ғалим. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1976 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2003 йылдан — ғәмәли (прикладной) физика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп (2020) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү (2006) хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).
- Нафиҡов Рим Ғәфүр улы (1956), невропатолог-ғалим. 1984 йылдан УфНИИГПЗ-дың ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2003 йылдан лаборатория мөдире, 2006 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Медицина фәндәре кандидаты (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баһауетдинов Абрар Мөхәмәт улы (1917—31.01.1968), хирург-табип. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 3-сө ранглы хәрби табип. 1956—1968 йылдарҙа Учалы район дауаханаһының баш табибы һәм баш хирургы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1965), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1961). Сығышы менән ошо райондың 1969 йылда бөткән Әбләҙе ауылынан.
- Конюкова Софья Нурый ҡыҙы (1922—4.12.2019), табип. 1957 йылдан Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы, 1963 йылдан — поликлиника, 1966 йылдан — инфекция бүлеге мөдире, 1985—1991 йылдарҙа — табип-инфекционист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1975), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Хәлил ауылынан.
тулы исемлек
- Одиноков Виктор Николаевич (1937), химик-органик-ғалим. 1970 йылдан Өфөләге Органик химия институтының, 1992 йылдан — Нефтехимия һәм катализ институтының лаборатория мөдире. 1995—2004 йылдарҙа «Вестник Академии наук Республики Башкортостан» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған фән эшмәкәре. СССР Фәндәр академияһының А. М. Бутлеров исемендәге премияһы лауреаты (1988).
- Фәрәхетдинова Мәнирә Әүхәт ҡыҙы (1947—30.03.2005), шағир, ғалим. Физика-математика фәндәре кандидаты. 1999 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Әҙәби конкурстар лауреаты. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Мусакаев Миҙхәт Биктимер улы (1952), педагог-ғалим, йәмәғәтсе. 1989 йылдан Стәрлетамаҡ физик культура техникумы, 1996 йылдан — Стәрлетамаҡ физик культура институты директоры. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (1999). Бер нисә саҡырылыш Стәрлетамаҡ район советы депутаты, өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш совет рәйесе. Башҡорт АССР-ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1998) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2014). Сығышы менән Түбәнге Уҫылы ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Щетинина Светлана Исаевна (1958), режиссёр-педагог. 1979 йылдан Стәрлетамаҡтағы хәҙерге Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Талбазы ауылынан.
- Ғәбитов Илдар Исмәғил улы (1963), инженер-механик-ғалим, йәмәғәтсе. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире, проректоры, 2008 йылдан — ректоры. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының 4-се (2008—2013) һәм 5-се (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006).
тулы исемлек
- Миндийәрова Резеда Миңлебай ҡыҙы (1963), журналист. «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Юлдаш ауылынан.
- Заһитов Дамир Камил улы (1968), тыумыштан һуҡыр музыкант, үҙешмәкәр композитор һәм шағир. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Игенсе ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтйән Абдулла улы (1924—6.06.2017), колхозсы, йырсы, йыраусы, сәсән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» колхозы шофёры, 1974—1984 йылдарҙа — умартасы. Башҡорт традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкиле. Өфөлә 1991 йылда үткән «Башҡорт халыҡ йыры» республика радиоконкурсында Гран-при яулаусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Хайбрахманов Рәшит Фәйзи улы (1939), мәғариф хеҙмәткәре. 1998—2001 йылдарҙа Борай районы Яңы Киҙгән мәктәбе директоры. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Мортазина Венера Марс ҡыҙы (1969), һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. 2001 йылдан Шишмә район үҙәк дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы. Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнеүсе (2022).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
тулы исемлек
тулы исемлек
- 2002: Рафаэль Сафин, башҡорт шағиры, драматург.