Баһауетдинов Абрар Мөхәмәт улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Абрар Мөхәмәт улы Баһауетдинов
Багаутдинов Абрар Мухаметович.jpg
Тыуған көнө 22 декабрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ының
Учалы районы
Әбләҙе ауылы
Вафат булған көнө 31 ғинуар 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (50 йәш)
Вафат булған урыны Учалы
Гражданлығы Совет Рәсәйе
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Эшмәкәрлеге хирург-табип
Балалары Садовникова Виктория Абрар ҡыҙы (1948—2016),
Башҡортостандың атҡаҙанған табибы
Наградалары һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1961)
РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1965)

Баһауетдинов Абрар Мөхәмәт улы (рус. Багаутдинов Абрар Мухаметович; 22 декабрь 1917 йыл31 ғинуар 1968 йыл) — хирург-табип. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 3-сө ранглы хәрби табип, медицина хеҙмәте майоры. 1956—1968 йылдарҙа Учалы район дауаханаһының баш табибы һәм баш хирургы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1965), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1961).

Абрар Мөхәмәт (Нурмөхәмәт) улы Баһауетдинов 1917 йылдың 22 декабрендә Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙенең[1] 1969 йылда бөткән Әбләҙе ауылында тыуған[2].

Күршеләге Миндәк ауылында белем ала, Ҡаҙаҡҡол мәктәбен тамамлай. 1936 йылда Өфөләге Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, һуңынан Һарытау медицина институтының хәрби факультетына күсә. 1941 йылда юғары белемле хәрби табип Урал хәрби округының 524-се уҡсылар полкына тәғәйенләнә[3]. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы фронтында, 412-се уҡсылар дивизияһының 3-сө рангалы хәрби табибы, медицина хеҙмәте майоры, 1946 йылдың 17 ғинуарында запасҡа ҡайтарыла[4].

1946 йылдан Белорет ҡала дауаханаһы хирургы, бер үк ваҡытта урындағы медицина училищеһы уҡытыусыһы[2].

1956—1968 йылдарҙа Учалы район үҙәк дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1958 йылдан — баш табип[3].

Эшләү йылдарында, район советы депутаты һәм КПСС-тың ҡала комитеты бюроһы ағзаһы, шулай уҡ лектор һәм пропагандист булараҡ, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара[5].

1968 йылдың 31 ғинуарында Учалы ҡалаһында инфарктан вафат була[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1961)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1965)
  • Учалы ҡалаһының иң оҙон урамдарының береһе Баһауетдинов исемен йөрөтә.
  • 2022 йылдың 23 июнендә Учалы участка дауаханаһында хирург-табип Абрар Баһауетдинов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылған[6].
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Учалы районы
  2. 1 2 Муниципальное бюджетное учреждение Центральная районная модельная библиотека муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Знаменитые люди Учалинского края. Багаутдинов Абрар Мухаметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2024)
  3. 1 2 Башкирский государственный медицинский университет. Официальный сайт. Выпускники БГМУ – ветераны ВОВ › БАГАУТДИНОВ Абрар Мухаметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2024)
  4. Сведения об Абраре Багаутдинове из учётно-послужной картотеки. Сайт POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2024)
  5. 1 2 Медицинская династия Садовниковых-Багаутдиновых участник Республиканского конкурса профсоюза работников здравоохранения. Газета «Зианчуринские зори». Официальный сайт. 19 сентября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2024)
  6. Учалы участка дауаханаһында билдәле табип-хирург Баһауетдинов Абрар Мөхәмәт улы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды. Учалы районы «Яйыҡ» гәзитенең рәсми сайты, 23 июнь 2022 йыл (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2024)
  • Абрар Мөхәмәт улы Баһаетдинов [Текст] // Алтын бишегем – Учалы – золотая колыбель: ҡала һәм райондың ҡысҡаса энциклопедияһы / төҙ. Р. Шаһиев. – Өфө, 2003. – Б. 186.
  • Лукманов Р.С. Абрар Багаутдинов [Текст] / Р.С.Лукманов // Выжили. Выстояли. Победили: докум. произ. – Учалы, 2005. – С. 118.
  • Багаутдинов Абрар Мухаметович [Текст] // Учалинский район: энциклопедия / гл. ред. Ф.Фаизова. – Учалы; Уфа, 2008. – С. 38.