Ғәбитов Илдар Исмәғил улы

Илдар Исмәғил улы Ғәбитов (рус. Габитов Илдар Исмагилович; 1963 йылдың 22 декабре, Белорет, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 2008 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы[1].

Биографияһы

Илдар Исмәғил улы Ғәбитов 1963 йылдың 22 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.

1981—1986 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультеты студенты, уҡыу йортон отличие менән тамамлай[2].

1986—1988 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ВЛКСМ комитеты секретары; 1987—1988 йылдар миҙгелендә Бөтә союз КВН уйынында ҡатнаша «Алтын быҙау» КВН командаһы етәксеһе була[1].

1989—1992 йылдарҙа институттың тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһы аспирантураһында уҡый.

1993 йылда Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәгә диссертация яҡлай.

Артабан, 1993—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында ассистент, өлкән уҡытыусы, тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһы доценты булып эшләй.

Аграр университеттың фәнни эштәр проректоры вазифаһында була 1996—1999 йылдарҙа.

2001 йылда Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында «Улучшение эксплуатационных показателей топливной аппаратуры сельскохозяйственных дизелей путем научного обоснования и реализации в ремонтном производстве технологических процессов, методов и средств диагностирования» темаһы буйынса «техник фәндәр докторы» дәрәжәһенә ғилми диссертация яҡлай.

2001—2005 йылдарҙа БДАУ-ның тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә[2].

2005—2008 йылдарҙа уҡыу эштәре буйынса проректор, беренсе проректор—уҡыу эштәре буйынса проректор.

2008 йылда «Башҡорт дәүләт аграр университеты» Федераль дәүләт бюджет юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы ректоры итеп һайлана, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы бойороғо менән вазифаға раҫлана.

Аграр университетта эшләгән йылдарында И. И. Ғәбитов юғары һөнәри белем биреү системаһының бөтә иерархик баҫҡыстарын үткән.

Саңғы спорты һәм еңел атлетика буйынса беренсе разрядлы спортсы. Немец телен белә.

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4 — се һәм 5-се саҡырылыш депутаты була[2];
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары Буйынса Комиссияһы составына инә[1];
  • Рф Ауыл хужалығы Министрлығының Волга буйы федераль округындағы юғары уҡыу Йорттары Ректорҙары Советы рәйесе[1];
  • «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006),
  • Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлыҡтары,
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитеты һәм ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты Почёт грамоталары.

Ғаиләһе

Илдар Исмәғил Улы Ғәбитов өйләнгән, ғаиләлә улы һәм ҡыҙы бар[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

Илдар Исмәғил улының ғилми эшмәкәрлеге электрон идара итеү менән яғыулыҡ биреү системалары конструкцияларын, автомобилдәргә, тракторҙарға һәм мобиль ауыл хужалығы техникаһына техник хеҙмәтләндереү технологияларын һәм сараларын эшләүгә арналған[1].

Иң билдәле фәнни хеҙмәттәре

Профессор И. И. Ғәбитов 150-нән артыҡ фәнни хеҙмәт, 27 патент авторы һәс авторҙашы булып тора. Уның киң билдәле ғилми хеҙмәттәре араһында түбәндәгеләр бар:

  1. Габитов, И. И. Обеспечение надежности топливной аппаратуры дизелей сельскохозяйственного назначения в процессе её эксплуатации: монография [Текст] / И. И. Габитов. С-Пб.: Изд-во СПбГАУ, 2000. 317с.
  2. Марков, В. А. Токсичность отработавших газов дизелей: монография [Текст] / В. А. Марков, Р. М. Баширов, И. И. Габитов. М.: Изд-во МГТУ им. Н. Э. Баумана. 2-е издание, перераб. и доп. 2002. 376 с.
  3. Габитов, И. И. Топливная аппаратура автотракторных двигателей: учебное пособие с грифом УМО для студентов вузов [Текст] / И. И. Габитов, Л. В. Грехов, А. В. Неговора. Уфа: Изд-во БГАУ, 2004. 216 с.
  4. Ананьин, А. Д. Диагностика и техническое обслуживание машин: учебник для студентов высших учебных заведений [Текст] / А. Д. Ананьин, В. М. Михлин, И. И. Габитов и др. М.: Издательский центр «Академия», 2008. 432с.
  5. Габитов, И. И. Техническое обслуживание и диагностика топливной аппаратуры автотракторных дизелей: учебное пособие с грифом УМО для студентов вузов [Текст] / И. И. Габитов, Л. В. Грехов, А. В. Неговора. М.:Легион-Автодата, 2008. 248 с.

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә