29 декабрь
29 декабрь (рус. 29 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 363-сө көнө (кәбисә йылында 364-се). Йыл тамамланыуға 2 көн ҡала. Мосолман календары буйынса 1447 йылдың Рәжәб айының 11-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 9 сәғәт 42 минутта ҡалҡа, 16 сәғәт 55 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 7 сәғәт 13 минут.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Виолончель көнө.
- «Тағы әллә күпме эшләйһе бар» көнө
АҠШ: Геройҙар көнө.
- «Үлсәүгә баҫ» көнө.
Ирландия: Конституция көнө.
Монголия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡупшы шыршы көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының һөнәри-психологик һайлап алыу хеҙмәте көнө.
тулы исемлек
- 1869 йыл: Днепропетровскиҙа метрополитен асыла.
- 1895 йыл: Беренсе кинематограф сеансы була.
- 1931 йыл: Ейәнсура район гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1943 йыл: Өфөлә етем балалар өсөн мәктәп (бөгөнгө Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһы) асыла.
- 1972 йыл: Хәҙерге «Башкиравтодор» йәмғиәте эш башлай.
- 1977 йыл: Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенешле «Витязь» отряды ойошторола
- 1996 йыл: Гватемалала граждандар һуғышы туҡтала.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Буслаев Пётр Дмитриевич (1900—11.10.1982), зоотехник-ғалим. 1936 йылдан Башҡортостан малсылыҡ тәжрибә станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире, директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1942 йылдан Башҡортостан Игенселек халыҡ комиссариатының өлкән зоотехнигы. 1943—1980 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, 1945 йылдан зоотехния факультеты деканы, 1950—1978 йылдарҙа (өҙөклөк менән) айырым зоотехния кафедраһы мөдире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1953). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһынан.
- Осташевская Галина Андреевна (1925—13.06.2018), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шәфҡәт туташы, журналист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡунаҡбаев Сабирйән Абдулла улы (1901—3.07.1996), селекционер-ғалим. 1955 йылдан Башҡортостан игенселек һәм баҫыу кульуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1958 йылға тиклем директор урынбаҫары, 1961 йылдан лаборатория мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы почётлы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1950). РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1957), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылынан.
- Ғайсина Мәрфуға Нурый ҡыҙы (1911—15.12.1984), психиатр-ғалим, республикала психиатрия хеҙмәтен ойоштороусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан республика психиатрия дауаханаһы табибы, бер үк ваҡытта 1937—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970 йылдан психиатрия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957).
тулы исемлек
- Хәйбуллин Ҡотләхмәт Ҡотлоғәлләм улы (1921—10.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Сөләймән ауылынан.
- Йәнғужин Айбулат Рим улы (1971), философ-ғалим. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003—2010 йылдарҙа БДУ-ның философия һәм фән тарихы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы. Философия фәндәре докторы (2007), профессор (2013).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Голубев Николай Сергеевич (1902—23.06.1987), инженер-технолог. 1942 йылдан Белорет ҡорос сым-канат заводының цех, бүлек начальнигы, 1945 йылдан — баш инженер, 1953 йылдан — директор. 1958—1969 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының баш инженеры. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1958, 1966) кавалеры.
- Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы (1912—25.08.1942), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет яҙыусыһы, журналист. 1937—1941 йылдарҙа «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире.
тулы исемлек
- Астальцев Виктор Владимирович (1927—8.12.1994), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1989). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы (1898—19.04.1982), әкиәтсе. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Мәзитов Әнүәр Абдулла улы (1933), нефтсе. 1958—1989 йылдарҙа Краснохолмский быраулау эштәре идаралығы быраулаусыһы, быраулау мастеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Көҙән ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәбибулла Ибраһимов (1894—17.03.1959), театр актёры, композитор, драматург. 1920—1936 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1951).
- Нәҡи Иҫәнбәт (Закиров Нәҡи Сиражетдин улы; 1899—15.09.1992), яҙыусы. Татар АССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1986). РСФСР-ҙың (1959) һәм Татар АССР-ының (1957) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1968). Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Ольбинский Григорий Моисеевич (1899—13.07.1938). партия органдары хеҙмәткәре. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1933 йылдан Стәрлетамаҡ МТС-ының сәйәси бүлек начальнигы, 1935—1937 йылдарҙа ВКП(б)-ның Стәрлетамаҡ район комитетының беренсе секретары. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһе Речица ҡалаһынан.
- Солтангәрәев Нәсип Ғәлиулла улы (1899—5.11.1988), металлург. 1924—1955 йылдарҙа Баймаҡ баҡыр иретеү заводы эшсеһе. Ленин ордены кавалеры (1949). Сығышы менән хәҙер ҡала эсендә ҡалған Иҙелбай ауылынан.
- Буҙыҡаев Әнүәр Зыяитдин улы (1909—1986), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының мәктәптәр инспекторы, 1966—1969 йылдарҙа Учалы ҡалаһының 1-се һәм 10-сы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм завучы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Малай-Муйнаҡ ауылынан.
- Суфиянов Суфый Хажи улы (1914—24.01.1999), урындағы башҡарма һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының рота командиры. 1946 йылдан Күгәрсен районының Октябрьский ауыл советы, артабан колхоз рәйесе. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән ошо райондың Айһай-Мөрсәләй ауылынан.
- Данилин Михаил Фёдорович (1939), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1970—1981 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының хәҙерге «Заря» хужалығы рәйесе, 1981—2001 йылдарҙа «Мариинский» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылынан.
- Йомағужин Динар Ҡәнзәфәр улы (1954), инженер. 1996—2011 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһының цех начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы районы Мәрйәмғол ауылынан.
- Назаров Олег Алексеевич (1964), спортсы, тренер, уҡытыусы. Өфө ҡалаһының 32-се спорт мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың дзюдо буйынса йыйылма командаларының баш тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2024), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған тренеры.
- Фәтхетдинов Фаил Камил улы (1964), әҙәбиәт белгесе-ғалим, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2001 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2024), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1709 йыл: Елизавета Петровна, Рәсәй империяһының 1741—1762 йылдарҙағы императоры.
- 1919 йыл: Ғатаулла Минаев (Николай Орлов), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
тулы исемлек
- 1919 йыл: Зәкиә Туйышева, театр актёры, режиссёр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1969).
- 1731: Брук Тейлор, Англия математигы.
- 1905: Чарлз Тайзон Йеркс, Америка финансисы.
тулы исемлек
- 1980: Надежда Яковлевна Мандельштам, Рәсәй яҙыусыһы, Осип Мандельштамдың ҡатыны.
- 2017: Маслобоев Юрий Александрович, СССР-ҙың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.