Гомель өлкәһе

Гомель өлкәһе (бел. Гомельская вобласць, классик орфографияһында Гомельская вобласьць, рус. Гомельская область) — Беларустағы өлкә. Административ үҙәге — Гомель ҡалаһы.

Тарихы

Билдәле шәхестәре

Географияһы

Гомель өлкәһенең майҙаны — 40,4 мең км² (республикала 1 урында), Беларустың биштән бер өлөшөн алып тора. Белоруссияның Брест, Минск һәм Могилёв өлкәләре, Рәсәйҙең Брянск өлкәһе, шулай уҡ Украинаның Киев, Чернигов, Житомир һәм Ровно өлкәләре менән сиктәш.

Төбәктә йылы йәйле һәм йомшаҡ ҡышлы уртаса континенталь климат. Ғинуарҙың уртаса температураһы — минус 5 — 6 °C, июлдә — плюс 18 — 19 °C. Елдәр ҡышын күберәк көньяҡтан, йәйен көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыштан иҫә. Уртаса ел тиҙлеге 3 м/сек. Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары — 550—650 мм.

Был өлкәлә илдәге иң оҙайлы вегетация осоро — 191—209 көн. Климат шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, тиҙ өлгөрә торған виноград һәм башҡа культуралар өсөн ҡулайлы.

Суднолар йөрөй торған йылғалар — Днепр, Сож, Березина, Припять. Өлкәлә бик күп күлдәр урынлашҡан. Гомель өлкәһенең иң ҙур күле — Червоное (майҙаны 43,6 км²)[2]. Территорияның 42 % урман менән ҡапланған[3].

Административ ҡоролошо

Gomel districts captions uk.png

Райондар:

  1. Брагин районы
  2. Буда-Кошелево районы
  3. Ветка районы
  4. Гомель районы
  5. Добруш районы
  6. Ельск районы
  7. Житковичи районы
  8. Жлобин районы
  9. Калинковичи районы
  10. Корма районы
  11. Лельчицы районы
  12. Лоев районы
  13. Мозырь районы
  14. Наровля районы
  15. Октябрьский районы
  16. Петриков районы
  17. Речица районы
  18. Рогачев районы
  19. Светлогорск районы
  20. Хойники районы
  21. Чечерск районы

Ҡала округы:

Һылтанмалар

Категориялар