Гомель
Го́мель (бел. Гомель) — Беларусь Республикаһында урынлашҡан ҡала, Гомель өлкәһенең административ үҙәге, шулай уҡ Гомель районы үҙәге, тик район составына инмәй. Илдә халыҡ һаны буйынса икенсе урында тора— 2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата унда 501 193 кеше йәшәй.
Ҡала республиканың көньяҡ-көнсығышында, Сож йылғаһы буйында урынлаша. Минсктан — 302 км көньяҡ-көнсығышта, Бресттан — 534 км көнсығышта, Могилёвтан — 171 км көньяҡта, Брянсктан — 237 км көнбайышта, Черниговтан — 111 км төньяҡта, Мәскәүҙән — 567 км көньяҡ-көнбайышта. Ҡала тәүге тапҡыр йылъяҙмаларҙа 1142 йылда телгә алына һәм бай тарихҡа эйә. Гомельдә Белорус дәүләт транспорт университеты, Франциск Скорина исемендәге Гомель дәүләт университеты кеүек билдәле юғары уҡыу йорттары урынлаша.
Географик мәғлүмәт
Гомель Беларусь Республикаһының көньяҡ-көнсығышында, Приднепровск уйпатлығының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлаша. Географик урынлашыуы ҡала үҫешенә, климат шарттарына һәм иҡтисади бәйләнештәргә ҙур йоғонто яһай. Гомель ҡалаһының көньяҡ-көнбайышына Сесер тигеҙлеге яҡын урынлаша, ул Белорус полессеһына ҡарай.
Тарихы
1335 йылда Гомель ере Бөйөк Литва кенәзлегенә индерелә — уны кенәз Ольгерд баҫып ала.
1500—1503 йылдарҙа барған Урыҫ—Литва һуғышы осоронда Литва кенәзлеге Гомелде һәм Мәскәүгә ихтыярлы рәүештә ҡушылған башҡа ерҙәрҙе кире ҡайтарырға тырыша. Әммә хәрби бәрелештәр һөҙөмтәһендә кенәзлек ауыр юғалтыуҙарға дусар була һәм үҙ биләмәләренең яҡынса өстән бер өлөшөн юғалта.
1560 йылда ҡалаға рәсми герб раҫлана.
1569 йылда Гомель Речь Посполитая составына инә, был үҙгәреш уның административ һәм сәйәси статусына йоғонто яһай. Ҡала яңы дәүләт системаһына яраҡлаша, уның иҡтисади үҫеше һәм стратегик әһәмиәте арта.
1670 йылда Гомельгә Магдебург хоҡуғы бирелә.
XVII быуаттың уртаһына ҡала бөлгөнлөккә төшә. Ул ҙур емереүҙәргә дусар була, халыҡ һаны күпкә кәмей, күп һөнәрҙәр юҡҡа сыға. Һалымдар бик юғары була — 1770 йылға Гомель халҡынан йыл һайын Польша ҡаҙнаһына 20 752 злотый, ә ғәскәрҙе ҡышҡы тотоу өсөн 3 532 злотый түләнгән.
1772 йылда, Речь Посполитаяның беренсе бүленеше һөҙөмтәһендә, Гомель Рәсәй империяһы составына инә.
1941 йылдың 19 авгусында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Гомель Германия тарафынан оккупациялана. Һуғышҡа тиклем ҡала халҡының 29,38 % тәшкил иткән еврейҙар эвакуацияланып өлгөрмәй һәм Гомель геттоһында тиерлек тулыһынса юҡ ителә.
Ҡала биләмәләрендә партизан хәрәкәте һәм йәшерен көрәш киң йәйелә, оккупанттарға ҡаршы ҡаршылыҡ күрһәтелә. Гомель стратегик йүнәлештә булғанлыҡтан, һуғыш барышында ауыр хәрби һәм социаль һынауҙарҙы кисерә.
2011 йылда Гомель Беларус һәм БДБ-ның Мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителә.
Климаты
Гомельдә климат уртаса континенталь. Йәй йылы, ә ҡыш йомшаҡ, быға Атлантик океанынан йыш килеүсе йылы диңгеҙ һауа массалары һәм өҫтөнлөк итеүсе көнбайыш ағымы сәбәпсе.
Йыллыҡ дөйөм радиация 3980 МДж/м² (95,1 ккал/см²), был Минскҡа ҡарағанда яҡынса 5 % күберәк.
Ҡалала уртаса йыллыҡ һауа температураһы +8,0 °C. Январь айының иң түбән абсолют температураһы −35,0 °C (1970 йылдың 31 ғинуары), иң юғары температураһы +9,7 °C (2023 йылдың 2 ғинуары). Иң йылы ай — 2010 йылдың июле, уның уртаса температураһы +24,5 °C тәшкил иткән. Иң һыуыҡ ай — 1929 йылдың феврале, уртаса температураһы −17,1 °C була.
Гомельдә ҡышҡы осорҙа 40-ҡа яҡын йылы көндәр күҙәтелә, был көндәрҙә һауа температураһы көндөҙ +0 °C-тан юғарыраҡ була. Уртаса алғанда, 15-16 көндә температура -10 °C һәм унан түбәнерәк булып һаҡлана.
Июль айында уртаса температура +20,4 °C. Абсолют максимум +38,9 °C (2010 йылдың 8 авгусы), абсолют минимум +6,0 °C (1978 йылдың 18 июле).
Йәйге осорҙа 30-ҙан ашыу эҫе көндәр күҙәтелә, уртаса температура +20 °C-тан юғары. Вегетация осоро уртаса 205 көн дауам итә — 3 апрелдән 26 октябргә тиклем, был ваҡытта һауа температураһы +5 °C-тан юғарыраҡ һаҡлана. Ҡаланың климаты үҫемлектәр һәм ауыл хужалығы өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 9,6 | 15,8 | 21,5 | 29,3 | 32,5 | 36,2 | 37,9 | 38,9 | 34,9 | 27,5 | 18,0 | 11,6 | 38,9 |
| Уртаса максимум, °C | −1,8 | −0,5 | 5,3 | 14,1 | 20,5 | 23,9 | 25,9 | 25,1 | 19,0 | 11,5 | 4,0 | −0,5 | 12,3 |
| Уртаса температура, °C | −4,2 | −3,5 | 1,3 | 9,0 | 15,0 | 18,6 | 20,4 | 19,3 | 13,7 | 7,4 | 1,6 | −2,7 | 8,0 |
| Уртаса минимум, °C | −6,5 | −6,2 | −2,2 | 4,3 | 9,8 | 13,5 | 15,4 | 14,2 | 9,2 | 4,0 | −0,4 | −4,8 | 4,2 |
| Абсолют минимум, °C | −35 | −35,1 | −33,7 | −13,6 | −2,5 | −0,2 | 6,0 | 1,2 | −3,6 | −12 | −21,7 | −30,8 | −35,1 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 36 | 35 | 36 | 35 | 64 | 73 | 100 | 56 | 52 | 58 | 45 | 42 | 632 |
| Сығанаҡ: Погода и климат | |||||||||||||
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Уртаса максимум, °C | −2,5 | 0,5 | 6,2 | 14,5 | 21,1 | 25,7 | 27,0 | 25,5 | 20,0 | 12,0 | 4,7 | 0,7 | 13,0 |
| Уртаса температура, °C | −4,3 | −2,7 | 2,5 | 9,7 | 15,7 | 20,2 | 21,8 | 20,1 | 15,0 | 8,3 | 2,8 | −1,2 | 9,0 |
| Уртаса минимум, °C | −6,2 | −5,3 | −1,3 | 4,6 | 10,5 | 14,8 | 16,3 | 14,7 | 10,1 | 4,5 | 0,9 | −2,8 | 5,0 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 41 | 33 | 37 | 28 | 73 | 71 | 85 | 59 | 45 | 50 | 36 | 47 | 606 |
| Сығанаҡ: Погода и климат | |||||||||||||
- ↑ https://blr.belta.by/president/view/kadravy-dzen-u-lukashenki-novyja-kirauniki-u-raenah-i-inshyja-naznachenni-122560-2022/
- ↑ Реестр земельных ресурсов Республики Беларусь по состоянию на 1 января 2018 г. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 сентябрь 2018. Архивировано 29 сентябрь 2018 года.
- ↑ Результаты переписи 2009 года. Архивировано из [belstat.gov.by/homep/ru/perepic/2009/itogi1.php оригинала] 23 май 2012 года.
- ↑ [погода и климат Климатические таблицы. Данные для Гомеля]. Погода и климат.