Рутман Григорий Иосифович
Рутман Григорий Иосифович (22 февраль 1929 йыл — 21 июнь 2001 йыл) — ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1989), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Григорий Иосифович Рутман 1929 йылдың 22 февралендә Белорус ССР-ының Гомель өлкәһе Стрешино ауылында тыуған.
1951 йылда Днепропетровск химия-технология институтын тамамлай.
Эш урындары һәм вазифалары: 1951 йыл Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинатта эшләй. 1961 йылдан алып — Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводының баш механигы, 1965 йылдан алып — Стәрлетамаҡ тәжрибә-сәнәғәт нефть химияһы заводы (СОПНХЗ) директоры, 1995 йылдан алып — Башҡортостан Республикаһы Инженерлыҡ Академияһының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе, 1997 йылдан алып СДПИ-да уҡыта.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: полимерҙар алыу технологияһы, бәләкәй тоннажлы химия продукттары.
Уның ҡатнашлығында синтетик гуттаперча, антиоксиданттар етештереү; полиизопрен, олигопиперилен, түбән молекулалы полиуретановый синтетик каучуктар, универсаль ҡатырыусы уйлап табыла һәм эшкәртелә, каталитик крекинг регенераторы, бутанды дегидрирлау реакторы, спорт ҡоролмалары өсөн һығылмалы яплауҙар полимеры булдырыла.
Хеҙмәттәре
22 фәнни хеҙмәт, 220 уйлап табыу авторы
- Превращения фенольных оснований Манниха //Журнал прикладной химии. 1991. Т.64. № 1 (соавт.).
Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре
- СССР Дәүләт премияһы (1977)
- СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976),
- СССР Минтехпромының иң яҡшы уйлап табыусыһы (1989),
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1989),
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986, 1971),
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971),
- миҙалдар.
Һылтанмалар
- Рутман Григорий Иосифович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2019)
- Уральская энциклопедия 2020 йылдың 26 сентябрь көнөндә архивланған.