Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы
Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы (рус. Ибрагимов Хабибулла Калимуллович; 29 декабрь 1894 йыл — 17 март 1959 йыл) — театр актёры, композитор, драматург. 1920—1936 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. 1941 йылдан СССР-ҙың Композиторҙар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1951).
Биографияһы
Хәбибулла Кәлимулла улы Ибраһимов 1894 йылдың 29 ғинуарында Ырымбур ҡалаҺында йөксө ғаиләһендә тыуған. Тәүҙә ул «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый. Кесе йәштән үк музыка менән мауыға, гармунда, мандолинала һәм скрипкала уйнай.
1915 йылдан 1917 йылға тиклем хәрби хеҙмәттә була. Демобилизациянан һуң Ырымбурҙа музыкант һәм музыка укытыусыһы булып эшләй. 1919 йылдың аҙағында Ҡыҙыл Армияға доброволец булып китә һәм Төркөстан фронтының политбүлек ҡаршыһындағы театрҙа музыка етәксеһе булып эшләй, һуңынан ошо театр менән Башҡортостандың шул осорҙағы баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа күсеп килә һәм башҡорт профессиональ театрын ойоштороуҙа актив ҡатнаша, артист булып та, музыкант булып та зшләй.
1922—1925 йылдарҙа Ленинград Музыка белеме институтын тамамлап ҡайтҡас бөтә ғүмерен башҡорт театры менән бәйләй. Ул күп һандағы популяр йырҙарҙың авторы.
Хәбибулла Ибраһимов 1921 йылда яҙылған «Башмағым» әҫәре менән комедия жанрына нигеҙ һала. Уның «Зөлхәбирә», «Пианино мәсьәләһе», «Еҙнәкәй», «Ватан өсөн», «Партизанка» кеүек әҫәрҙәре лә театрҙар сәхнәһендә ҡуйыла.
1951 йылда уға «Башҡорт АССР‑ының аткаҙанган сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ибрагимов Хабибулла Калимуллович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
Һылтанмалар
- башҡа сығанаҡтар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ИБРАҺИМОВ Хәбибулла Кәлимулла улы (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2024)
