5 июль
5 июль — рәсми календарь буйынса йылдың 186-сы (кәбисә йылында 187-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 179 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Эшкә бирелгәндәр көнө.
Алжир: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Әрмәнстан: Конституция көнө.
Аргентина: Балалар көнө.
Венесуэла: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Төбәк байрамдары
Рәсәй Федерацияһы:
- Рәсәй Оборона министрлығының хәрби вәкиллектәре көнө.
- 1924 йыл: Парижда VIII Олимпия уйындары асыла.
- 1933 йыл: СССР-ҙың Хеҙмәт һәм Оборона советы Өфө—Ишембай тимер юлын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1989 йыл: Рәсәй Федерацияһы Федераль таможня хеҙмәтенең Башҡортостан таможняһы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Саматов Риф Мансур улы (1940), химик. 1990 йылдан Өфөләге «Нефтехим тәжрибә заводы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 2010 йылдан – заводтың үҫеш буйынса президенты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы, Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы, «Рәсәй химия индустрияһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» тармаҡ ордены кавалеры.
- Фәйзрахманов Ришат Шәрип улы (1940), инженер, комсомол органдары һәм сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1965 йылдан ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Совет район комитетының 2-се, 1966 йылдан — 1-се секретары, 1968 йылдан — ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының 2-се секретары, 1969 йылдан «Промсвязь» тәжрибә заводының инженеры, баш инженеры, директор вазифаһын башҡарыусыһы һәм директоры, 1982 йылдан — Өфө заводтары директоры, 2002—2009 йылдарҙа — «Офис—Центр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990— 1993) Юғары Советы депутаты. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһынан.
тулы исемлек
- Әхтәров Урал Нурит улы (1940), урман хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1971 йылдан Салауат районы Малаяҙ ауылындағы хәҙерге Салауат урман хужалығы тракторсыһы, урмансыһы, артабан Салауат районы буйынса дәүләт урман һағы инспекторы. «Почёт Билдәһе» һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры.
- Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы (1965), тарихсы-ғалим, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты, 2022 йылдың Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1998), доцент (2002).
- Денисов Дмитрий Витальевич (1970), СССР]һәм Рәсәй Федерацияһы спортсыһы. 1992–1995 йылдарҙа шайбалы хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, 1987–1995 һәм 1998–1999 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыһы, һөжүмсе. 1994 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре һәм күренекле спортсыһы (1994. Халыҡ-ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994), Милләт-ара хоккей лигаһы (1995) һәм Рәсәй (2001) чемпионаттарының бронза призёры. «Известия» гәзите призына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (1992–1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәнил Бүләков (1980), уҡытыусы, журналист, шағир һәм йәмәғәтсе. Учалы районы Иманғол урта мәктәбе уҡытыусыһы. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. 2014 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Илһам шишмәләре» конкурсында гран-при яулаусы (Бәләбәй, 2009), «Йәшлек» гәзитенең Рәйес Түләк исемендәге конкурсы еңеүсеһе (2009), «Йөрәк һүҙе» телевизион конкурсында 2-се урын яулаусы (2018), Силәбе өлкәһе Сосновка районының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (2016).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пономарёв Сергей Дмитриевич (1906—15.03.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия еңел артиллерия бригадаһының полк командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Төй ауылынан.
- Субаев Фәтих Йосоп улы (1911—26.09.1978), водитель, йәмәғәтсе. Совет‑фин (1939—1940), Бөйөк Ватан һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғыштарында ҡатнашыусы. 1955—1971 йылдарҙа РСФСР Автомобиль транспорты һәм шоссе юлдары министрлығының Өфө ҡалаһындағы 1222-се автоколоннаһы водителе һәм бригадиры. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), РСФСР-ҙың почётлы автотранспортсыһы (1970). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районының Ҡыҫҡайылға ауылынан.
тулы исемлек
- Ғөбәйҙуллин Мөхәмәтзыя Ғөбәйҙулла улы (1926—2009), банк системаһы хеҙмәткәре. СССРДәүләт банкының Илеш районындағы бүлексәһенең элекке идарасыһы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, СССР Дәүләт банкы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Теләпән ауылынан.
- Бакланов Пётр Яковлевич (1946), СССР һәм Рәсәй ғалим-иҡтисадсы-географы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003), география фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Почёт (2007), 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1997) ордендары кавалеры. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Георгиевка ауылынан.
- Сидоренко Александр Архипович (1946—15.05.2010), инженер-ғалим, комсомол органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1979 йылдан Өфө нефть институты ғилми-тикшеренеү секторының уҡытыу мастеры һәм әйҙәүсе инженеры, 1990—2010 йылдарҙа — Өфө дәүләт нефть техник университетының административ-хужалыҡ эштәре буйынса проректоры. Техник фәндәр кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән Кишинёв ҡалаһынан.
- Хвостенко Ольга Григорьевна (1946), ғалим-физик. 1972 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының ғилми хеҙмәткәре, 1998 йылдан — өлкән, 2005 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтов Рөстәм Ғилем улы (1951), ғалим-математик. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының алгебра һәм геометрия кафедраһы мөдире. Рәсәй тәбиғи фәндәр акадмияһының мөхбир ағзаһы, физика-математика фәндәре докторы (2002), профессор.
- Хәлимов Рәмил Каррам улы (1956), төҙөлөш өлкәһе, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы (1892—5.12.1937), Башҡорт милли хəрəкəтенда ҡатнашыусы һәм Башҡортостандың дәүләт эшмәкәре. 1923—1925 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының социаль тәьминәт халыҡ комиссары, 1925—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Үҙәк ер комиссияһы рәйесе, Белорет металлургия заводының директор урынбаҫары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Алексеев Учур Абушинович (1912—21.08.1981), хирург-ғалим. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1978 йылдарҙа факультет хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1967—1974 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1968). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).
тулы исемлек
- Ефимов Иван Карпович (1927—24.10.2001), эске эштәр органдары хеҙмәткәре, 1958 йылдан Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең уголовный розыск, 1978 йылдан — ведомствонан тыш һаҡлау бүлеге начальнигы, милиция подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1965). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылынан.
- Мусин Әмир Шәғәли улы (1937—27.11.2017), нефть сәнәғәте алдынғыһы. 1963—1984 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының өлкән операторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть сәнәғәте отличнигы (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977).
- Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 2016 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).
- Сынбулатова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы (1957), хеҙмәт ветераны. 1980—2005 йылдарҙа Хәйбулла районы ЗАГС бүлеге начальнигы, 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Юстиция министрлығының ЗАГС идаралығының баш белгесе. Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Хәйбулла районының Вәлит ауылынан.
- Хәлитова Фәймә Нуритдин ҡыҙы (1957), педагог. 1983 йылдан Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы «Берёзка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем бреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән ошо ауылдан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Клетный Тимофей Фёдорович (1918—?), инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939—1965 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәренең хәрби хеҙмәткәре. 1970 йылдан «Башнефть» берекмәһе инженеры, 1974—1988 йылдарҙа кадрҙар әҙерләү буйынса инженер һәм өлкән инженер. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Брянск өлкәһенең Клинцов районының Туросна ауылынан.
- Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙы (1928—2011), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1947—1968 йылдарҙа Яңауыл районы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхоздың һарыҡ көтөүсеһе. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. III Бөтә Союз колхозсылар съезы делегаты (1969). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
тулы исемлек
- Чайников Павел Семенович (1928—5.01.2017), Кушнаренко ауыл хужалығы техникумының элекке педагогы (1962—1998), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән Кушнаренко районының Ахлыстин ауылынан.
- Болғаҡов Рәмил Ғариф улы (1943), ғалим-физик‑химик, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (1990), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Финогентов Валерий Николаевич (1953), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1994).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әмирханова Ғәлиәбаныу (Миңлеғаян) Мосараф ҡыҙы (1929—13.8.2014), театр артисы. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1949—1984 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Талбазы ауылынан.
- Хәсәнов Марс Нуриман улы (1939—2012), баянсы, тауыш режиссёры. 1959—2002 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының музыка бүлеге етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986).
тулы исемлек
- Димөхәмәтова Наилә Әнәс ҡыҙы (1959), педагог. Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 2-се урта мәктәптең химия уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008). Сығышы менән ошо райондан.
- Әҙелбаев Дамир Минийәр улы (1959—18.02.2014), йырсы, үҙешмәкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһының элекке артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Үрге Сирбай ауылынан.
- Гөлсөм Бикбулатова (1979), театр артисы, йырсы. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019), халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика ижади конкурстары лауреаты һәм дипломанты.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1710 йыл: Павел Кондоиди, Рәсәй империяһы табибы, Петербург Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы.
- 1755 йыл: Сара Сиддонс, Англияның трагик аплуалағы актрисаһы.
тулы исемлек
- 1795 йыл: Павел Кукольник, Рәсәй империяһы шағиры, драматург, тарихсы.
- 1802 йыл: Павел Степанович Нахимов, Рәсәй Империяһының хәрби флот эшмәкәре, адмирал.
- 1805 йыл: Роберт Фицрой, Англияның диңгеҙ офицеры, гидрограф һәм метеоролог, Чарльз Дарвин Ер шары тирәләй сәйәхәт иткән «Бигль» карабы капитаны.
- 1810 йыл: Финеас Тейлор Барнум, шоумен, Америка циркын ойоштороусы.
- 1820 йыл: Уильям Ранкин, Англия физигы, термодинамикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, пар машиналары теорияһы авторы.
- 1880 йыл: Минко Генов, Болгарияның әҙәби тәнҡитсеһе һәм әҙәбиәт тарихсыһы.
- 1880 йыл: Ян Кубелик, Чехия музыканты, скрипкасы һәм композитор.
- 1895 йыл: Владимир Дорофеев, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1954).
- 1895 йыл: Янис Осис, СССР һәм Латвия актёры һәм театр режиссёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1956).
- 1930 йыл: Мәсғүт Имашев, СССР һәм Рәсәй композиторы, педагог, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984).
- 1930 йыл: Ирина Колмогорцева, СССР һәм Рәсәй рәссамы, Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы (2005).
- 1930 йыл: Вадим Кожинов, СССР һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе һәм публицист.
- 1935 йыл: Рушания Арыҫланова, СССР, Рәсәй һәм Татарстан шағиры.
- 1940 йыл: Юрий Купер, СССР һәм АҠШ-тың рәссам-графигы, сәхнә биҙәүсе.
- 1945 йыл: Александр Лазарев, СССР һәм Рәсәй музыканты, баянсы һәм дирижёр, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1982).
- 1950 йыл: Хьюи Льюис, АҠШ йырсыһы, музыкант, йырҙар авторы.
- 1986 йыл: Александр Радулов, Рәсәй хоккейсыһы.
- 1975 йыл: Эрнан Креспо, Аргентинаның «Донъяның 100 иң яҡшы футболсыһы» исемлегенә ингән спортсыһы.