Бронза миҙал
Бронза миҙал | |
---|---|
![]() | |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза |
Уровень выше | көмөш миҙал |
![]() |
Бронза миҙал — бүләкләү өсөн ҡулланылған миҙалдарҙың бер төрө.
Ҡағиҙә булараҡ, ниндәй ҙә булһа ярышта өсөнсө урын алған йәки ниндәй ҙә булһа бәйгелә призлы күрһәткестәр күрһәткән ҡатнашыусыға бирелә. Беренсе һәм икенсе урын алған еңеүселәр, ғәҙәттәгесә, алтын һәм көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Тарихы
Урта быуаттарҙа бындай билдә менән хәрби бүләкләйҙәр, әммә ваҡыт үтеү менән, бронза миҙал менән йыш ҡына хәрби булмаған ҡаҙаныштарҙы ла билдәләй башлайҙар. Был хәрби өлкәлә аныҡ наградаларҙың барлыҡҡа килеүе менән бәйле була (мәҫәлән: «Хәрби батырлыҡ өсөн» бронза миҙалы, «Дан яланында атҡаҙанған» бронза миҙалы һ.б.). Миҙал бронзанан эшләнә, ул юғары сифатлы миҙалдарҙың бөтә төрҙәрен, шул иҫәптән художество миҙалдарын әҙерләү өсөн файҙаланылған киң таралған иретмә булып тора.
Ҡайһы бер спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа ике бронза миҙал уйнала. Әйтәйек, бокста уны ике ярымфиналсы ла ала[1]
Рәсәйҙә мәктәпте тамамлағанда бронза миҙал бирелмәй, әммә ҡайһы бер илдәрҙә (мәҫәлән, Италияла) бындай наградалар тапшырыла.
Олимпия уйындары
Боронғо Олимпия уйындары ярыштарында олимпия наградаһы итеп миҙал бирелмәй, ул тик 1896 йылдағы Олимпия уйындарында ғына булдырыла; ул саҡта еңеүселәргә миҙалдар, ниндәй урын биләүҙәренә ҡарамаҫтан, көмөш була. 1904 йылғы Олимпия уйындарынан башлап беренсе өс урын өсөн алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар тапшырыу йолаһы барлыҡҡа килә, һуңынан тиҙ арала башҡа бик күп спорт сараларына ла тарала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Бында һәм артабан «ярымфиналсы» тигәндә ярымфиналда еңелгән ҡатнашыусы күҙ уңында тотола.
Әҙәбиәт
- Косарева А. В. Искусство медали: Книга для учителя. — 2-е изд., доп и перераб. — М.: Просвещение. 1982. — 127 с.: ил.
- Фенглер Х., Гироу Г., Унгер В. Словарь нумизмата: Перевод с немецкого — М.: Радио и связь, 1982. — 328 с.