Алтын миҙал

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Алтын миҙал
Туранан-тура сәбәп булып тора Q36593383?
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Алтын
Рәсем
Уровень ниже көмөш миҙал
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Алтын миҙал — бүләкләү өсөн ҡулланылған миҙалдарҙың бер төрө.

Ҡағиҙә булараҡ, ниндәй ҙә булһа ярышта беренсе урын алған йәки ниндәй ҙә булһа бәйгелә иң яҡшы күрһәткестәр өлгәшкән ҡатнашыусыға бирелә. Икенсе һәм өсөнсө урын алған еңеүселәр традицион рәүештә көмөш һәм бронза миҙалдар менән бүләкләнә.

Был награданың исеме миҙал эшләгәндә алтындың бер өлөшөн ялатыу йәки легирлау рәүешендә файҙаланыуҙан килә. Бындай айырма билдәһе тәүҙә хәрби эштә Урта быуаттарҙа барлыҡҡа килә, әммә ваҡыт үтеү менән, һуғышҡа бәйле булмаған ҡаҙаныштарҙы ла алтын миҙал менән билдәләй башлайҙар. Был хәрби өлкәлә аныҡ наградаларҙың барлыҡҡа килеүе менән бәйле (мәҫәлән, «Батырлыҡ өсөн» алтын ҡорал, «Алтын руно» ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы һ. б.).

XVIII быуаттан башлап айырыуса яҡшы эшләгән сәнғәт эшмәкәрҙәре алтын миҙалдар менән бүләкләнә башлай. Император сәнғәт академияһы шулай уҡ Ҙур һәм Кесе алтын миҙалдар булдыра, улар менән архитекторҙарҙың, скульпторҙарҙың һәм рәссамдарҙың иң күренекле әҫәрҙәре билдәләнә.

Нобель премияһы лауреаттарына ла алтын миҙал тапшырыла, ул, шул уҡ исемдәге күпселек наградаларҙан айырмалы рәүештә, саф алтындан эшләнә.

Боронғо Олимпия уйындары ярыштарында олимпия наградаһы итеп миҙал бирелмәй, ул тик 1896 йылдағы Олимпия уйындарында ғына булдырыла; ул саҡта еңеүселәргә миҙалдар, ниндәй урын биләүҙәренә ҡарамаҫтан, көмөш була. 1904 йылғы Олимпия уйындарынан башлап беренсе өс урын өсөн алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар тапшырыу йолаһы барлыҡҡа килә, һуңынан тиҙ арала башҡа бик күп спорт сараларына ла тарала.

СССР-ҙа, Рәсәйҙә «Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн» алтын миҙалы менән дәүләт (йомғаҡлау) аттестацияһын үткән, уҡыу планындағы бөтә предметтар буйынса ярты йыллыҡ, йыллыҡ һәм йомғаҡлау билдәһе «бишле» булған сығарылыш уҡыусылары наградлана.

Мәктәп алтын миҙалдары революцияға тиклемге Рәсәйҙә үк барлыҡҡа килә; улар «Гимназия Уставы» нигеҙендә 1828 йылда булдырыла[1].

  1. «Золотая медаль» // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Косарева А. В. Искусство медали: Книга для учителя. — 2-е изд., доп и перераб. — М.: Просвещение. 1982. — 127 с.
  • Максимов М. М. Очерк о золоте. — 2-е изд., перераб и доп. — М.: Недра, 1988. — 112 с.