Салауат Юлаев (хоккей клубы)
«Салауат Юлаев» хоккей клубы (рус. Хоккейный клуб «Салават Юлаев») — Өфө ҡалаһында 1961 йылда ойошторолған шайбалы хоккей командаһы. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөтә. 2008 йылдан Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһы составында уйнай. Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2007/08, 2010/11), Гагарин кубогын яулаусы (2010/2011), ике тапҡыр Асыу кубогын (2008/2009, 2011/2012) һәм Континент кубогын яулаусы (2009/2010).
КХЛ-дың һәр миҙгелендә плей-оффҡа сыҡҡан һәм бер тапҡыр булһа ла Гагарин кубогын яулаған дүрт клубтың береһе (Санкт-Петербургтың СКА-һы, Магнитогорскиҙың «Металлург»ы һәм Ҡазандың «Аҡ Барс»ы менән бер рәттән). Гагарин кубогының Көнсығыш Конференцияһы финалына 5 тапҡыр сыға: 2010, 2011, 2013, 2016, 2019 йылдар.
Тарихы
1960 йылдың октябрендә Өфө приборҙар эшләү заводы етәкселеге бойороғо менән Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы ҡарамағында хоккей секцияһы ойошторола. 1961 йылдың февралендә Салауат Юлаев исемендәге хоккей командаһы Свердловскиҙағы зона ярыштарында беренсе матчын үткәрә.
1961/1962 йылдар миҙгеле алдынан Силәбенән тренер Владимир Штырков, Силәбе һәм Түбәнге Новгородтан уйынсылар саҡырыла. Команданың 19 уйынсыһының һигеҙе 1960/1961 йылдар миҙгелендә СССР чемпионатының «Б» класында уйнаған һәм 1961 йылда бөтөрөлгән Өфөнөң «Труд» клубының элекке хоккейсылары була.
1961 йылдың 25 ноябрендә Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы Силәбелә СССР чемпионатының «Б» класында дебют (рус.)баш. яһай, унда "Металлург"тан 1:3 иҫәбе менән отола.
Беренсе халыҡ-ара матчтарҙы клуб 1961 йылдың 30 һәм 31 декабрендә Өфөлә ГДР-ҙан «Висмут» менән уйнай һәм икеһендә лә 5:3 һәм 5:4 иҫәбе менән еңә.
1964 йылда СССР-ҙың Хоккей федерацияһы Салауат Юлаев исемендәге хоккей клубын «А» класы буйынса ил беренселегенә индерә. Бындағы үҙенең беренсе матчын клуб 1964 йылдың 15 ноябрендә үткәрә, Түбәнге Тагилда урындағы «Спутник» командаһынан 1:5 иҫәбе менән отола. «А» класында команданың беренсе шайбаһының авторы — Бронислав Селиванов.
1967 йылға тиклем юлаевсылар «Труд» стадионында асыҡ һауала уйнай[1]. 1967 йылдың 28 октябрендә Өфөлә Зорге урамында ябыҡ Боҙ Һарайы асыла, унда клуб 2007 йылға тиклем сығыш яһай. Спорт Һарайында беренсе матч 1967 йылдың 20 ноябрендә үтә. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы Усть-Каменогорскиҙан «Торпедо» менән тигеҙ иҫәпкә уйнай — 3:3. Был матчтағы беренсе голдың авторы Александр Кочкин була.
1978 йылда клуб беренсе тапҡыр совет хоккейының юғары лигаһына сыға, унда өҙөклөктәр менән 5 миҙгел (1978/1979, 1980/1981, 1982/1983, 1985/1986 һәм 1986/1987 йылдар) үткәрә. Иң юғары ҡаҙанышы — 11-се урын. Клуб беренсе лигала 4 миҙгел үткәрә (1979/1980, 1981/1982, 1983/1984, 1984/1985). Иң юғары ҡаҙанышы — 2-се урын.
1992 йылда «Салауат Юлаев» Милләт-ара хоккей лигаһына (МХЛ-ға) индерелә. 1992/93 йылдар миҙгелендә плей-оффтың 1/8 финалында Ярославлдең «Торпедо» командаһынан еңелә (0:2 (2:4, 5:6 бул). МХЛ-дың 1994/1995 йылдар миҙгелендә команда беренсе тапҡыр чемпионаттың бронза миҙалдарын яулай һәм артабанғы ике миҙгелдә был ҡаҙанышты ҡабатлай. Рәсәй чемпионатында ике тапҡыр алтын (2007/2008, 2010/2011), көмөш (2013/2014) һәм ике тапҡыр бронза (2009/2010, 2015/2016) яулай. «Салауат Юлаев» тәүге тапҡыр 2007/08 йылдар миҙгелендә 125 мәрәй йыйып, даими беренселек еңеүсеһе була.
«Салауат Юлаев» Рәсәй чемпионатында еңгәс, Рәсәйҙең бөтә көслө командалары менән бергә яңы ойошторолған Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһай башлай. Миҙгел алдынан Рәсәй йыйылма командаһы һәм «Нэшвилл Предаторз» Милли хоккей лигаһы клубы һөжүмсеһе Александр Радулов менән килешеү төҙөлә. Уның Рәсәйгә ҡайтыуы МХЛ һәм КХЛ араһында ҙур ғауға тыуҙыра, сөнки Радуловтың МХЛ клубы менән ғәмәлдәге контракты була.
Асыш кубогы өсөн уйында Ярославлдең «Локомотив» хоккей клубын 4:1 иҫәбе менән еңә, артабан даими чемпионатты 129 мәрәй йыйып еңәләр (икенсе урында булған «Аҡ Барста» — 122 мәрәй). Тәүге миҙгелдә Континент кубогы тапшырылмай, даими миҙгелдең еңеүсеһе тип «Салауат Юлаев» билдәләнә. Плей-офф уйындарының тәүге раундында (рус.)баш. команда даими чемпионатта 16-сы урын алған Омскиҙың "Авангард"ынан көтмәгәндә отола һәм Гагарин кубогы уйындарынан төшөп ҡала. Европа аренаһында «Салауат Юлаев» үҙ төркөмөндә тәүге урынды яулай һәм ярымфиналға сыға. Шунда ул ике уйын һөҙөмтәләре буйынса Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһына отола (2:1; 1:3).
Команданың сығыш яһауы уңышһыҙ тип билдәләнә һәм баш тренер Сергей Михалев эшенән бушатыла. Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Вячеслав Быков "Салауат Юлаев"тың яңы баш тренеры итеп саҡырыла. Вячеслав Быков — Игорь Захаркин тандемы менән контракт ике йылға төҙөлә.
Миҙгел алдынан клуб Рәсәй йыйылма командаһы уйынсылары һәм донъя чемпиондары Сергей Зиновьев һәм Дмитрий Калинин менән килешеү төҙөлә һәм командаға Патрик Торесен килә. Чемпионат барышында алмашыу һөҙөмтәһендә команданы Петр Счастливый тулыландыра. Клубтан Алексей Терещенко һәм Игорь Щадилов китә.
«Салауат Юлаев» өсөнсө тапҡыр рәттән даими чемпионатты һәм Континент кубогын еңә. Үткән миҙгелдәге кеүек Өфө командаһы 129 мәрәй йыя (икенсе урында булған «СКА» командаһында — 122 мәрәй). Гагарин кубогы уйындарының тәүге раундында «Салауат Юлаев» өс еңеүгә тиклем серияла дүрт уйында Екатеринбургтың «Автомобилист» хоккей клубын еңә. Икенсе стадияла алты уйында Түбәнге Каманан "Нефтехтимик"ты ота. Көнсығыш конференцияһы финалында «Салауат Юлаев» Ҡазандың «Аҡ Барс» командаһына серияла 2:4 иҫәбе менән отола һәм үҙ тарихында дүртенсе тапҡыр Рәсәй чемпионатының бронза миҙалын ала.
Миҙгел алдынан клуб швед ҡапҡасыһы Эрик Эрсберг, Рәсәй йыйылма командаһы һөжүмсеһе һәм донъя чемпионы Олег Сапрыкин, һөжөмселәр Александр Свитов һәм Якуб Клепиш менән көсәйә. Ә Александр Пережогин команданан китә.
«Салауат Юлаев» даими чемпионатта Көнсығыш конференцияһында икенсе урын яулай. Гагарин кубогының тәүге раундында «Себер» командаһын дүрт уйында еңә. Плей-оффтың икенсе стадияһында принципиаль дәғүәсеһен — Ҡазандан «Аҡ Барсты» серияның биш уйынында еңә. Конференция финалында «Салауат Юлаев» ете уйында Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһын ота һәм үҙ тарихында тәүге тапҡыр Гагарин кубогы финалына сыға. Унда Өфө хоккейсыларына Көнбайыш конференцияһы финалында «Локомотив» хоккей клубын еңгән «Атлант» эләгә. Юлаевсыларға дәғүәсеһен отор өсөн биш уйын үткәрергә тура килә. «Салауат Юлаев» үҙ тарихында беренсегә Гагарин кубогын һәм икенсегә — Рәсәй чемпионатының алтын миҙалдарын яулай. Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Александр Радулов «КХЛ-дың иң яҡшы бомбардиры» тип табыла.
2011 йылдың май айында Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркин менән килешеүҙәр ваҡыты бөтә. Уларҙың контрактары ҡыйбат булғанға, был белгестәр менән килешеүҙәр ҡабаттан төҙөлмәй. Яңы баш тренер итеп Сергей Михалёв тәғәйәнләнә.
Миҙгел тамамланғас, команданан ҡапҡасы Александр Ерёменко, һаҡсылар Дмитрий Калинин һәм Кирилл Кольцов, һөжүмселәр Владимир Антипов һәм Патрик Торесен кеүек мөһим уйынсылар китә. Клуб һаҡсы Виталий Атюшов, һөжүмселәр Игорь Мирнов, Игорь Радулов һәм донъя чемпиондары Максим Сушинский һәм Антти Пильстрем иҫәбенә көсәйә. Миҙгел алды күнекмәләре ваҡытында яңы баш тренер Сергей Михалёв һәм команданың йондоҙо Александр Радулов араһында конфликтлы хәл килеп сыға.
«Салауат Юлаев» һәм «Атлант» араһында Асыш кубогы өсөн уйын бортында Ярославлдең «Локомотив» командаһы булған «ЯК-42» самолётының авиаһәләкәте арҡаһында туҡтатыла. Яңынан үткәрелгән уйында «Салауат Юлаев» үҙ тарихында икенсе тапҡыр Асыш кубогын яулай: уйын барышында 0:3 иҫәбе менән еңелеп барһа ла һөҙөмтәлә «Атлант»ты 5:3 менән ота. Әммә был уңыш ваҡытлыса ғына була, ғәмәлдәге ил чемпионы даими чемпионатта тотороҡһоҙ сығыш яһай. Ноябрҙә үк Сергей Михалёв отставкаға ебәрелә. Баш тренер вазифаһына команданың тренер штабына 2001 йылдан килгән Венер Сафин тәғәйәнләнә. Ул һаҡсы Олег Твердовский һәм һөжүмсе Максим Сушинскийҙан, шулай уҡ легионерҙар Якуб Клепиш һәм Роберт Нилссондан баш тарта. Баш тренерҙы алмаштырғас, команданың уйыны тигеҙләнә һәм «Салауат Юлаев» даими чемпионатты үҙ конференцияһында бишенсе урында тамамлай. Гагарин кубогының тәүге раундында «Салауат Юлаев» алты уйында Ҡазандың «Аҡ Барс» хоккей клубына еңелә (3:0, 2:3 ОТ, 3:4 ОТ, 0:3, 2:1, 2:3) һәм һөҙөмтәлә 9-сы урынды ала.
Миҙгел алдынан команданан һуңғы йылдарҙа иң мәргән уйынсыһы булған һөжүмсе Александр Радулов китә. Александрҙың клуб менән ғәмәлдәге контракты булғанға күрә, уның күсеүе өсөн ЦСКА Өфө клубына рекордлы компенсация 250 миллион һум түләй.
Миҙгел барышында команданың баш тренеры Венер Сафин отставкаға (рус.)баш. ебәрелә, баш тренер вазифаһын башҡарыусы итеп кесе Владимир Юрзинов тәғәйенләнә. «Салауат Юлаев» даими чемпионатты үҙ конференцияһының бишенсе урынында тамамлай. Конференция сирек финалында Өфө хоккейсылары Магнитогорскиҙың «Металлургын» ете уйында еңә (4:3 ОТ, 0:2, 4:1, 2:3, 1:2, 5:4, 2:0). Икенсе раундтағы шулай уҡ ете уйында «Салауат Юлаев» «Аҡ Барс»тан еңелә һәм миҙгелен тамамлай (3:2, 2:0, 0:3, 3:5, 3:4 ОТ, 4:3 ОТ, 3:4).
Даими чемпионатта «Салауат Юлаев» Көнсығыш конференцияһында дүртенсе һәм дөйөм таблицала һигеҙенсе урынды ала. Конференцияның сирек финалында команда ете уйын һөҙөмтәһендә Түбәнге Новгородтың «Торпедоһын» ота. Плей-оффтың икенсе раундында алты уйында «Барыҫ»ты дүрт тапҡыр еңеүгә өлгәшә. Көнсығыш конференцияһының финалында иһә «Салауат Юлаев» биш уйын һөҙөмтәһендә Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһынан дүрт тапҡыр еңелеүгә дусар була. Шулай итеп, миҙгел йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан хоккейсылары лигала өсөнсө урын ала һәм үҙ тарихында тәүге тапҡыр Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалдарын яулай.
Миҙгелдәр араһында команданан бер-нисә мөһим уйынсы китә: Игорь Мирнов «Аҡ Барс» менән контракт төҙөй, Никита Филатов «Юграға» күсә, Сергей Зиновьевтың килешеү ваҡыты бөтә, Виталий Прошкин карьераһын тамамлай, Брент Сопел АХЛ-ға китә, ә Андрей Василевский Милли хоккей лигаһы клубы «Тампа Бэй Лайтнинг» менән йәш уйынсы контрактын төҙөй. Клуб Евгений Скачков, Игорь Скороходов, Дмитрий Сёмин, Александр Кутузов һәм Виталий Коваль менән тулылана.
Мөһим уйынсыларҙы юғалтыу, даими чемпионат барышында үткәрелгән уңышһыҙ трансфер политикаһы команданың баш тренеры Юрзинов һәм генераль менеджер Олег Гросс араһында конфликтҡа күсә. Һуңғыһы 2014 йылдың декабрендә отставкаға ебәрелә. Шулай итеп, Олег Гросстың «Салауат Юлаев» командаһында 2006 йылдан 2014 йылға тиклем дауам иткән һәм клуб тарихында иң уңышлы булған эпохаһы тамамлана.
Чемпионат барышында команданың генераль бағыуысыһы «Урал» хәйриә фондының активтарына арест һалынғас, ҡыйынлаҡтар барлыҡҡа килә. 2015 йылдың февралендә бөтә Башҡортостан хоккей вертикаленең генераль бағыусыһы алмашына: клубтың яңы генераль бағыусыһы булып «Башнефть» нефть компанияһы килә. Команданың етәкселегендә лә үҙгәрештәр була. Клуб президенты вазифаһына Сергей Молчанов, ә генераль директор итеп Александр Семак ҡуйыла.
Даими чемпионатта «Салауат Юлаев» Көнсығыш конференцияһында алтынсы урын яулай. Конференция сирек финалында команда биш уйында Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһынан еңелә. Миҙгел тамамланғас, баш тренер Владимир Юрзинов менән контракт оҙайтылмай.
2015 йылдың 1 майында команданың баш тренеры итеп Анатолий Емелин, яңы генераль менеджер итеп Леонид Вайсфельд тәғәйенләнә. Ҡапҡасылар Никлас Сведберг, Рафаэл Хәкимов, һаҡсылар Роман Дерлюк, Филипп Метлюк, Сами Лепистё, Захар Арзамасцев, һөжүмселәр Сергей Соин, Энвер Лисин, Александр Нестеров, Линус Умарк, Артём Чернов һәм Игорь Григоренко менән килешеүҙәр төҙөлә. Миҙгел башланыр алдынан Александр Кутузовты ЦСКА командаһына Андреас Энгквист менән Николай Прохоркинға алмаштыралар. Сентябрҙә Иван Лекомцевты «Авангард»ҡа Максим Гончаров урынына алмаштыралар. Миҙгел барышында командаға Максим Майоров, Кирилл Кабанов һәм Олег Сапрыкин килә. 1 октябрҙә насар һөҙөмтәләр арҡаһында Анатолий Емелинды Игорь Захаркин алмаштыра, ә Емелин баш тренер ярҙамсыһы вазифаһына күсә.
Даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса «Салауат Юлаев» конференцияла дүртенсе урынды ала. Гагарин кубогының тәүге раундында «Аҡ Барс» ете уйында отола. Шул уҡ һандағы уйындар Омскиҙан «Аванард» командаһын еңер өсөн кәрәк була. «Салауат Юлаев» һуңғы өс йылда икенсе тапҡыр конференция финалына сыға өсөнсө йыл рәттән Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһына биш уйында отола. Миҙгел тамамланғас, команданың баш тренеры Игорь Захаркин менән килешеү ике йылға оҙайтыла.
Команданан Дмитрий Макаров, Денис Хлыстов, Кирилл Кабанов, Владимир Сохатский, Рафаэл Хәкимов, Иван Вишневский, Олег Сапрыкин, Артём Чернов, Роман Дерлюк, Филипп Метлюк һәм Николай Прохоркин китә. Ә клубтың составын Денис Куляш, Константин Корнеев, Евгений Бодров, Кирилл Капризов, Дмитрий Воробьёв, Андрей Литвинов, Григорий Ващенко, Александр Кудреман һәм Иван Федотов тулыландыра. Шулай уҡ «Салауат Юлаев»тың әле Төньяҡ Америкала уйнаған Сергей Бойковҡа хоҡуғы барлыҡҡа килә. Миҙгел барышында команда составын Игорь Макаров, Денис Паршин, Томаш Мертл һәм Евгений Коротков тулыландыра. Команда даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында ғына тамамлай, ә плей-оффтың беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына биш уйында еңелә. Даими чемпионат барышында «Салауат» үҙ тарихында КХЛ-да тәү тапҡыр рәттән туғыҙ тапҡыр еңелә. Миҙгел тамамланғас, Захаркин вазифаһынан бушатыла.
Үткән миҙгел тамамланғас уҡ команданан баш тренер Игорь Захаркин, уның ярҙамсылары Кирилл Кореньков һәм Анатолий Борщевский китә. 2017 йылдың 24 мартында яңы баш тренер итеп Финляндия белгесе Эркка Вестерлунд ҡуйыла. Ул команда тарихында тәүге сит ил тренеры була. Шулай уҡ командаға өсөнсөгә Илья Зубов, клуб тарихында тәүге Даниянан уйынсы Филип Ларсен, 2016 йылда Юниорҙар йәрминкәһендә һайланған Доминик Кубалик, «Себер» хоккей клубынан Йоонас Кемппайнен, Түбәнге Новгородтан Максим Осипов, Андрей Кареев күсә. 2018 йылдың ғинуарында клуб етәкселеге генераль менеджер Леонид Вайсфельд менән контракты тамамлай. «Салауат Юлаев» 2010 йылдан алып тәүгегә Чернышёв дивизионында беренсе урынды яулай, ә Гагарин кубогында конференция ярымфиналына тиклем етә. Умарк — Кемппайнен — Хартикайнен звеноһы 100-ҙән ашыу мәрәй йыя. Плей-оффтың беренсе раундында өфөләр «Авангард»ты 7 матчта еңеп сыға, 7-се матчтың обертаймында (рус.)баш. еңеү голын Максим Гончаров индерә. Икенсе раундта шулай уҡ 7 уйында өфөләр инде «Трактор»ҙан еңелә. Миҙгел тамамланғандан һуң Вестерлунд баш тренер вазифаһынан бушатыла.
Баш тренер итеп «юлаевсы» Николай Цулыгин тәғәйенләнә. «Салауат Юлаев» составын ҡапҡасы Юха Метсола, һаҡсылар Сергей Терещенко, Артем Сергеев, һөжүмселәр Владимир Жарков, Александр Кадейкин, Дмитрий Кугрышев, Вячеслав Основин һәм Петр Хохряков тулыландыра. Миҙгел барышында команданың генераль директоры итеп Александр Курносов ҡуйыла, ә спорт директоры вазифаһында Роман Беляевты Василий Чижов алмаштыра[2]. Уйынсылар араһында ла үҙгәрештәр була: Артем Федоров урынына икенсе тапҡыр Өфөгә Никита Филатов килә, ә Вячеслав Основинды Александр Бурмистров алмаштыра. Ярославлгә киткән Максим Осипов урынын Павел Коледов ала, шулай уҡ Алексей Семёнов һәм Максим Рыбин команда составын тулыландыра. Гагарин кубогы өсөн плей-оффта «Металлург» (4-2 серияла иҫәп) һәм «Автомобилист» (4-1) хоккей клубтарын еңә[3], ә финалда 2:4 иҫәбе менән Омскиҙың «Авангард»ынан еңелә, шулай ҙа 2011 йылдан бирле лигала иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә һәм КХЛ-дың бронза миҙалдарын яулай.
Команданың төп ҡапҡасыһы Юха Метсола менән өс йылға контракт төҙөлә, ә клубҡа Михаил Пашнин, Евгений Лисовец, Сакари Маннинен, Владислав Картаев һәм Никита Сошников. Йоонас Кемппайнендың, Владимир Ткачевтың һәм Антон Бурдасовтың Өфө менән килешеүҙәр ваҡыты тамамлана. Миҙгел араһында команданан шулай уҡ Сакари Маннинен, Никита Сошников, Михаил Пашнин, Евгений лисовец килә. Даими беренселектә команда йәнә 6-сы урынды ала, плей-оффтың беренсе раундында «Салауат»ҡа уны беренселектә дүрт тапҡыр еңгән «Авангард» эләгә. «Салауат Юлаев» 4:2 иҫәбе менән алға сыға, Линус Умарк 6 матчта 10 мәрәй йыя. Икенсе раундта «Аҡ Барс» менән дерби үткәрелергә тейеш була, әммә COVID-19 пандемияһы менән бәйле чемпионат ваҡытынан алда тамамлана.
Миҙгел араһында клубтың һуңғы йылдарҙағы иң яҡшы бомбардиры һәм легендаһы Линус Умарк команданан китә. Унан тыш Александр Бурмистров, Михаил Пашнин, Артем Сергеев, Максим Майоров команданы ҡалдыра. Евгений Бирюков, Михаил Воробьев, Маркус Гранлунд, Дмитрий Коробов килә. Миҙгел барышында команда составына Александр Алексеев, Данил Тарасов, Джефф Платт, Михаил Науменков өҫтәлә (ЦСКА-нан Никита Сошниковҡа алмаштырыла). Тренерҙар штабында баш тренер Николай Цулыгин һәм ассистент Томи Лямса араһында алмашыныу була. Шулай уҡ ассистенттар Виктор Козлов һәм Михаил Васильев, физик әҙерлек буйынса тренер Матиас Сарвела һәм ҡапҡасылар тренеры Вадим Тарасов штабты тулыландыра.
Команда миҙгелде яҡшы башлай, әммә коронавирус эпидемияһы арҡаһында октябрҙән күп кенә төп уйынсылар һәм баш тренер ҡайһы бер уйындарҙа ҡатнаша алмай. Был ваҡытта составта «Толпар»ҙың йәш уйынсылары, шулай уҡ «Торос» уйынсылары күп була. Даими чемпионатта команда конференцияла 4-се урынды ала. Плей-оффта «Трактор»ҙы 4:1 иҫәбе менән еңеп сыға, әммә икенсе раундта уҡ «йәшел дерби»ла «Аҡ Барс»тан 0:4 иҫәбе менән еңелә, КХЛ тарихында тәүге тапҡыр серияла бер генә матчта ла еңмәй.
Миҙгел араларында финндар Сакари Маннинен, Тема хартикайнен, Маркус Гранлунд һәм Юха Метсола команданан китә. Шулай уҡ Динар Хафизуллин, Андрей Зубарев, Джефф Платт, Петр Хохряков, Александр Шарыченков, Филипп Ларсен да хушлаша. Александр Хмелевски, Райан Мерфи, Станислав Бочаров (һуңыраҡ контракт өҙөлә), Иван Дроздов, Андрей Кареев, Илья Ежов, Евгений Тимкин һәм Джош Хо-Санг килә. Тренерҙар штабында ла үҙгәрештәр була: фин белгесе Томи Лямся баш тренер вазифаһын ҡалдыра, уның урынын Виктор Козлов биләй. Николай Цулыгин баш тренер ассистенты вазифаһында ҡала.
Миҙгел уртаһында команда Ҡазандың «Аҡ Барс» командаһы менән «йәшел дерби»ҙың мөһим алышында еңә[4]. Даими чемпионатта команда Виктор Козлов менән 68 матчта 90 мәрәй туплай һәм Көнсығыш конференцияһында 3-сө урынды ала. Әммә был клубҡа Гагарин кубогы плей-оффының икенсе раундына үтергә ярҙам итмәй. Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы серияла 2:4 иҫәбе менән Силәбенең «Трактор»ынан еңелә[5]. Команданың плей-оффтан иртә китеүенә ҡарамаҫтан, «Салауат Юлаев» етәкселеге Виктор Козловты баш тренер итеп ҡалдырырға ҡарар итә[6].
2024-2025 йылдар миҙгеле йомғаҡтары буйынса команда даими чемпионатта өсөнсө урын ала һәм плей-оффтың ярым финалына тиклем барып етә.
Сығыш яһауҙар тарихы
- 1992—1993
- 1/8 финалы: «Торпедо» Ярославль — «Салауат Юлаев» 2-0 (4:2, 9:7 бул)
- 1993—1994
- 1/8 финалы: «ЦСКА» Мәскәү — «Салауат Юлаев» 1-2 (3:2 бул, 1:5, 3:4 ө.в.)
- 1/4 финалы: «СКА» Санкт-Петербург — «Салауат Юлаев» 2-0 (6:4, 4:3)
- 1994—1995
- 1/8 финалы: «Итиль» Ҡазан — «Салауат Юлаев» 0-2 (2:5, 0:6)
- 1/4 финалы: «Салават Юлаев» — «Торпедо» Ярославль 2-0 (2:1, 3:2 бул)
- 1/2 финалы: «Динамо» Мәскәү — «Салауат Юлаев» 2-1 (4:3 ө.в., 1:2, 2:1)
- 1995—1996
- 1/8 финалы: «Кристалл» Саратов — «Салауат Юлаев» 0-2 (2:4, 1:4)
- 1/4 финалы: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 2-0 (5:1, 4:3)
| Миҙгел | Урын | У | Е | ӨВЕ (+БСЕ) | Т | ӨВО (+БСО) | О | КШ | ҮШ | ±Ш | М | %М |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 2001-2002 | 9 | 51 | 21 | 2 | 6 | 0 | 22 | 126 | 127 | -1 | 73 | 47.71 |
| 2002-2003 | 8 | 51 | 20 | 3 | 9 | 2 | 17 | 107 | 87 | +20 | 77 | 50.33 |
| 2003-2004 | 9 | 60 | 24 | 0 | 7 | 2 | 27 | 134 | 140 | -6 | 81 | 45 |
| 2004-2005 | 13 | 60 | 19 | 1 | 7 | 2 | 31 | 114 | 156 | -42 | 68 | 37.78 |
| 2005-2006 | 7 | 51 | 21 | 0 | 11 | 2 | 17 | 128 | 110 | +18 | 76 | 49.67 |
| 2006-2007 | 5 | 54 | 30 | 1 | 12 | 1 | 10 | 152 | 108 | +44 | 105 | 64,81 |
| 2007-2008 | 1 | 57 | 37 | 5 | 0 | 4 | 11 | 183 | 119 | +64 | 125 | 73 |
Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, Т — тигеҙ иҫәптәр, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, ШК — керетелгән шайбалар, ҮШ — үткәргән шайбалар, ±Ш — шайбалар айырмаһы, М — мәрәйҙәр, %М — мәрәйҙәр проценты
- 1996—1997
- 1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Северсталь» Череповец 2-1 (7:2, 0:3, 1:0)
- 1/4 финалы: «Салауат Юлаев» — «Кристалл» Саратов 2-0 (5:2, 7:1)
- 1/2 финалы: «Торпедо» Ярославль — «Салауат Юлаев» 2-0 (2:1, 2:1 ө.в.)
- Өсөнсө урыны: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 1-2 (4:3, 0:1 ө.в., 4:5 от)
- 1998—1999
- 1/8 финалы: «Молот-Прикамье» Пермь — «Салауат Юлаев» 3-1 (2:0, 3:4, 2:1 бул, 1:0)
- 2002—2003
- 1/4 финалы: «Локомотив» Ярославль — «Салауат Юлаев» 3:0 (2:1, 3:2 бул, 2:1)
- 2005—2006
- 1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Спартак» Мәскәү 3:0 (3:2 бул, 2:1, 5:4)
- 1/4 финалы: «Аҡ Барс» Ҡазан — «Салауат Юлаев» 3:0 (4:2, 3:1, 3:1)
- 2006—2007
- 1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «СКА» Санкт-Петербург 3:0 (2:1 ө.в., 4:2, 3:2 бул)
- 1/4 финалы: «Салауат Юлаев» — «ЦСКА» Мәскәү 2:3 (5:2, 1:3, 4:3 ө.в., 0:1, 1:3)
- 2007—2008
- 1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Амур» Хабаровск 3:1 (2:1, 2:0, 2:3, 7:2)
- 1/4 финалы: «Салауат Юлаев» — «Северсталь» Череповец 3:0 (3:1, 2:1, 3:0)
- 1/2 финалы: «Салауат Юлаев» — «Аҡ Барс» Ҡазан 3:1 (3:0, 1:2, 4:3, 4:3 ө.в.)
- Финал: «Салауат Юлаев» — «Локомотив» Ярославль 3:2 (0:3, 2:0, 4:1, 0:1, 4:1)
| Миҙгел | У | Е | ӨВЕ | БСЕ | БСО | ӨВО | О | М | Ш | ДУ |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 2008-2009 | 56 | 38 | 4 | 1 | 3 | 2 | 8 | 129 | 203-116 | 1 |
| 2009-2010 | 56 | 37 | 4 | 3 | 3 | 1 | 8 | 129 | 215-116 | 1 |
| 2010-2011 | 54 | 31 | 9 | 2 | 2 | 1 | 9 | 109 | 176-120 | 3 |
| 2011-2012 | 54 | 23 | 3 | 4 | 4 | 1 | 18 | 89 | 173-152 | 8 |
| 2012-2013 | 52 | 24 | 2 | 3 | 6 | 0 | 17 | 88 | 148-140 | 9 |
| 2013-2014 | 54 | 25 | 3 | 3 | 4 | 3 | 16 | 94 | 155-140 | 8 |
| 2014-2015 | 60 | 25 | 2 | 1 | 4 | 1 | 27 | 86 | 158-173 | 14 |
| 2015-2016 | 60 | 29 | 3 | 2 | 1 | 3 | 22 | 101 | 179-156 | 9 |
| 2016-2017 | 60 | 21 | 2 | 4 | 10 | 3 | 20 | 88 | 169-174 | 14 |
| 2017-2018 | 56 | 26 | 4 | 1 | 3 | 2 | 20 | 88 | 151-139 | 10 |
| 2018-2019 | 62 | 24 | 6 | 1 | 5 | 5 | 21 | 72 | 158-140 | 11 |
| 2019-2020 | ||||||||||
| Бөтәһе | 624 | 303 | 42 | 25 | 45 | 22 | 186 | 1073 | 1885-1566 |
Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, Ш — шайбалар, М — мәрәйҙәр, ДУ — даими миҙгелдә урыны
- 2008—2009
- 1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Авангард» Омск 1:3 (3:2 ө.в., 0:1 бул, 2:3 ө.в., 1:4)
- 2009—2010
- 1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Автомобилист» Екатеринбург 3:1 (5:1, 4:1, 3:4, 8:1)
- 1/4 финалы: «Салауат Юлаев» — «Нефтехимик» Түбәнге Кама 4:2 (6:2, 1:2 ө.в., 0:1, 1:0, 2:1 ө.в., 2:1)
- 1/2 финалы: «Салауат Юлаев» — «Аҡ Барс» Ҡазан 2:4 (3:4, 1:2 ө.в., 2:3 ө.в., 4:2, 2:1, 1:2)
- 2010—2011
- 1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Себер» Новосибирск 4:0 (5:2, 3:1, 6:2, 5:0)
- 1/4 финал: «Аҡ Барс» Ҡазан — «Салауат Юлаев» 1:4 (2:3 ө.в., 1:3, 1:2 ө.в., 4:0, 0:1)
- 1/2 финалы: «Салауат Юлаев» — «Металлург» Магнитогорск 4:3 (4:3, 4:0, 1:2 ө.в., 4:2, 3:4, 3:5, 1:0)
- Финал: «Салауат Юлаев» — «Атлант» Мытищи 4:1 (2:1 ө.в., 3:1, 3:2, 0:4, 3:2)
- 2011—2012
- 1/8 финалы: «Аҡ Барс» Ҡазан — «Салауат Юлаев» 4:2 (0:3, 3:2 ө.в., 4:3 ө.в., 3:0, 1:2, 3:2)
- 2012—2013
- 1/8 финалы: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 3:4 (3:4 ө.в., 2:0, 1:4, 3:2, 2:1, 4:5, 0:2)
- 1/4 финалы: «Аҡ Барс» Ҡазан — «Салауат Юлаев» 4:3 (2:3, 0:2, 3:0, 5:3, 4:3 ө.в., 3:4 ө.в., 4:3)
- 2013—2014
- 1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Торпедо» Түбәнге Новгород 4:3 (1:3, 0:1, 2:1 ө.в., 4:2, 4:2, 2:6, 2:1)
- 1/4 финалы: «Барыс» Астана — «Салауат Юлаев» 2:4 (2:3 ө.в., 5:2, 2:5, 2:3 ө.в., 2:1, 2:3)
- 1/2 финалы: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 4:1 (3:2, 3:2 ө.в., 0:4, 1:0, 1:0 ө.в.)
- 2014—2015
- 1/8 финалы: «Металлург» Магнитогорск" — «Салауат Юлаев» 4:1 (2:0, 1:2, 2:1, 6:4, 2:1)
- 2015—2016
- 1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Аҡ Барс» 4:3 (4:1, 5:2, 0:3, 4:1, 3:4, 0:8, 3:2)
- 1/4 финалы: «Авангард» Омск — «Салауат Юлаев» 3:4 (2:3 ө.в., 5:4, 1:3, 1:2, 3:2, 3:1, 1:2)
- 1/2 финалы: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 4:1 (3:2 ө.в., 6:1, 2:3, 3:1, 3:2 ө.в.)
- 2016—2017
- 1/8 финалы: «Аҡ Барс» — «Салауат Юлаев» 4:1 (2:1, 2:1, 3:4, 2:1, 2:1 ө.в.)
- 2017—2018
- 1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Авангард» Омск 4:3 (6:4, 2:7, 3:5, 4:2, 2:1, 2:3, 3:2 ө.в.)
- 1/4 финалы: «Салауат Юлаев» — «Трактор» Силәбе 3:4 (1:2, 3:2 ө.в., 3:2, 1:4, 1:0, 1:7, 1:2)
- 2018—2019
- 1/8 финалы: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 2:4 (2:1 ө.в., 1:4, 1:5, 2:1 ө.в., 1:2 ө.в., 2:3 ө.в.)
- 1/4 финалы: «Автомобилист» Екатеринбург — «Салауат Юлаев» 1:4 (0:1, 2:0, 1:2 ө.в., 2:4, 1:4)
- 1/2 финалы: «Авангард» Омск — «Салауат Юлаев» 4:2 (4:3 ө.в., 4:1, 1:5, 4:2, 2:3 ө.в., 1:0 ө.в.)
- 2019—2020
- 1/8 финалы: «Авангард» Омск — «Салауат Юлаев» 2:4 (5:2, 2:3 ө.в., 3:6, 1:5, 3:6, 1:4)
Башҡа уйындар үткәрелмәй: COVID-19 пандемияһы менән бәйле чемпионат туҡтатыла.
- 2020—2021
- 1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Трактор» Силәбе 4:1
- 1/4 финалы: «Аҡ Барс» Ҡазан — «Салауат Юлаев» 4:0
«Салауат Юлаев» Рәсәй чемпионы булараҡ, Европа чемпиондар лигаһының тәүге һәм берҙән-бер миҙгелендә — 2008/09 йылдарҙа ҡатнаша. Өфө клубынан башҡа, Рәсәйҙән тағы ла Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһы сығыш яһай.
Төркөм уйындарында бер тапҡыр ҙа еңелмәйенсә, «Салауат Юлаев» ярымфиналда ике уйын һөҙөмтәһе буйынса «Металлург» хоккей клубынан еңелә.
- «Салауат Юлаев» 2008/2009 йылдар миҙгелендә Чемпиондар лигаһы уйындарында
- Төркөм этабы:
- «Салауат Юлаев» — «Ческе Будеёвице» Чехия 7-1 (1-0, 3-0, 3-1)
- «Слован» Братислава, Словакия — «Салауат Юлаев» 2-4 (1-0, 1-3, 0-1)
- «Ческе Будеёвице» — «Салауат Юлаев» 0-3 (0-2, 0-1, 0-0)
- «Салауат Юлаев» — «Слован» 8-2 (1-1, 4-1, 3-0)
- 1/2 финал:
- «Металлург» Магнитогорск, Рәсәй — «Салауат Юлаев» 1-2 (0-0, 0-2, 1-0)
- «Салауат Юлаев» — «Металлург» Магнитогорск 1-3 (0-0, 1-0, 0-3, 0-2 ps)
«Салауат Юлаев» йылдың һуңғы көндәрендә Швейцарияның Давос ҡалаһында үткәрелгән халыҡ-ара Шпенглер кубогында дүрт тапҡыр ҡатнаша (2007, 2012, 2014, 2019). Өфө клубы ике тапҡыр турнирҙың финалында уйнай, әммә төп трофейҙы еңә алмай.
- Шпенглер кубогы 2007
- «Мёллер Пардубице», Чехия — «Салауат Юлаев» 0:5 (0:1, 0:2, 0:2)
- «Адлер Мангейм», Германия — «Салауат Юлаев» 1:6 (1:2, 0:2, 0:2)
- «Салауат Юлаев» — Канада 2:3 (1:2, 1:0, 0:1)
- «Салауат Юлаев» — «Давос», Швейцария 5:6 (3:1, 0:2, 2:3)
- Финал: Канада — «Салауат Юлаев» 2:1 (0:0, 2:1, 0:0)
- Шпенглер кубогы 2012
- «Салауат Юлаев» — «Фрибур-Готтерон», Швейцария 1:5 (1:0, 0:2, 0:3)
- «Витковице», Чехия — «Салауат Юлаев» 4:5 ө.в. (2:1, 2:2, 0:1, 0:1)
- Сирек финал: «Давос» — «Салауат Юлаев» 7:5 (5:1, 2:2, 0:2)
- Шпенглер кубогы 2014
- «Женева-Серветт», Швейцария — «Салауат Юлаев» 3:2 (3:0, 0:2, 0:0)
- «Йокерит», Финляндия — «Салауат Юлаев» 3:4 (1:2, 1:2, 1:0)
- Сирекфинал: «Салауат Юлаев» — «Медвешчак», Хорватия 3:0 (1:0, 0:0, 2:0)
- Ярымфинал: «Давос» — «Салауат Юлаев» 3:4 Б (2:0, 0:1, 1:2, 0:0, 0:1)
- Финал: «Салауат Юлаев» — «Женева-Серветт» 0:3 (0:0, 0:2, 0:1)
- Шпенглер кубогы 2019
- «Амбри-Пиотта», Швейцария — «Салауат Юлаев» 4:1 (2:0, 1:1, 1:0)
- ТПС (хоккей клубы), Финляндия — «Салауат Юлаев» 4:3 (1:1, 3:0, 0:2)
- Сирек финал: «Оцеларжи Тршинец», Чехия — «Салауат Юлаев» 3:2 (1:0, 1:2, 1:0)
Стадион
Ойошторолғандан башлап «Салауат Юлаев» командаһы «Труд» стадионында асыҡ һауала сығыш яһай. 1967 йылдан башлап команда уйындарын Өфөләге спорт һарайында үткәрә башлай, 2007 йылда «Салауат Юлаев» үҙе өсөн махсус төҙөлгән Боҙ һарайы — «Өфө-Арена»ға күсә.
«Өфө-Арена» — Башҡортостан Республикаһындағы яһалма боҙло иң ҙур спорт ҡоролмаһы. Ул 2007 йылда Өфө архитекторҙары проекты буйынса төҙөлә, ҡала үҙәгендә, Ленин урамында, ваҡытында «Труд» стадионы булған ерҙә урынлашҡан. Боҙ һарайының хоккей майҙаны, 8070 урынлыҡ трибунаһы, спортсмендар һәм тренерҙар өсөн ял бүлмәләре, судьялар өсөн айырым бокс, медицина кабинеты, 2 боҙ ҡойоу машинаһы өсөн гараж, 100 урынлыҡ конференц‑залы булған пресс‑үҙәк, аппарат‑студиялы комплекс, ресторан бар.
«Өфө-Арена» беренсе тамашасыларҙы 2007 йылдың 27 авгусында Рәсәй һәм Канада йәштәр йыйылма командаларының Боҙ һарайын асыуға арналған матчында ҡабул итә. Ошо йылдың октябрендә бында көрәш буйынса донъя чемпионаты үтә.
«Салауат Юлаев» үҙ боҙондағы беренсе рәсми матчты 2007 йылдың 19 декабрендә үткәрә. 2008 йылдың 11 апрелендә бында үҙ тарихында беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионы, ә 2011 йылдың 16 апрелендә КХЛ чемпионы (2010/2011) була. 2013 йылда Өфөлә үткән йәштәр йыйылма командалары араһында донъя чемпионатының һәм 2014 йылдағы йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогы уйындары был спорт ҡоролмаһында үтә.
«Өфө-Арена» — яһалма боҙло ике хоккей майҙаны булған универсаль спорт аренаһы (8250 һәм 650 урынлы трибуналар).
Гимн
Бағыусылар
- 1961—1988: В. И. Ленин исемендәге Өфө приборҙар эшләү заводы
- 1989—1991: «Восток» кооператив банкы
- 1991—1998: «Новойл» асыҡ акционерҙар йәмғиәте
- 1999—2003: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, «Урал-Себер банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте
- 2003—2004: «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте
- 2004—2007: «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башкирэнерго» АСЫҠ АКЦИОНЕРҘАР йәмғиәте һ. б. [8]
- 2007—2008: «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте[9]
- 2008—2010: «Ағиҙел», «Инйәр», «Урал», «Йүрүҙән» хәйриә фондтары[10]
- 2010—2015: «Урал» хәйриә фонды[11]
- 2015—2017: «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте[12]
- 2017 — бөгөнгәсә: Социаль маҡсатлы программалар Фонды[13]
Ойоштороусылары
- Өфө ҡалаһы хакимиәте (2005 йылдан башлап)
- Башҡортостан Республикаһының Физик культура, спорт һәм туризм буйынса министрлығы (2005 йылдан)
- «Башкирэнерго» йәмғиәте (2005 йылдан)
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте (2018 йылдан)
Етәкселек
- Ковалёв Николай Григорьевич (1961—1974)
- Колыхалов Анатолий Семенович (1974—1988)
- Сәйетгәрәев Риф Нурлығаян уы (1989—1991)
- Вәлиев Ринат Абдулла улы (1991—1999) [14]
- Дауҡаев Таһир Миҙхәт улы (1999—2003)
- Меркулов Александр Михайлович (2003—2004)
- Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (1999-2004)[15][16]
- Курапов Николай Андреевич (2004-2009)
- Рәхимов Урал Мортаза улы (2009-2010) [17]
- Курапов Николай Андреевич (2010-2011)
- Мәхмүтов Әнүәр Әнәс улы (2011) [18]
- Качкаев Павел Рюрикович (2011-2012)[19]
- Пустовгаров Юрий Леонидович (2012-2015)[20]
- Молчанов Сергей Александрович (2015-2017)[21]
- Нагорный Владимир Александрович (2017-2018)[22]
- Алексеев Игорь Михайлович (2001-2003) [23]
- Меркулов Александр Михайлович (2004-2005)
- Михалев Сергей Михайлович (2005)[24][25]
- Меркулов Александр Михайлович (2005-2006)
- Гросс Олег Иаганесович (2006-2014)[26]
- Вайсфельд Леонид Владленович (2015—2018)[27][28]
- Меркулов Александр Михайлович (2004)
- Рыбинский Вадим Александрович (2004—2009)[29]
- Рәхимов Урал Мортаза улы (2009—2010)
- Рыбинский Вадим Александрович (2010—2011)[30]
- Ишалин Рөстәм Нәҙил улы (2011—2015)
- Семак Александр Владимирович (2015—2016)[31]
- Нурғетдинов Валерий Рәфғәт улы (2016—2017)[32]
- Ибраһимов Таһир Әсхәт улы (2017—2019)[33]
- Курносов Александр Евгеньевич (2019—2021)[34]
- Бәширов Ринат Рәшит улы (2021—бөгөнгәсә)[35]
- Курапов Николай Андреевич (2009-2010)
- Толкачёв Константин Борисович (2010-2012)[36]
- Бәширов Ринат Рәшит Улы (2019-2021)[37]
Тренерҙар штабы
| Главный тренер | |
| Тренер | |
| Тренер | |
| Тренер по физической подготовке | |
| Тренер вратарей |
Баш тренерҙары
«Салауат Юлаев» командаһының бөтә тренерҙары:
|
|
|
|
Составы
| Ҡапҡасылар | |||
| № | Ил | Исем | Тыуған көнө |
|---|---|---|---|
| 1 | Андрей Кареев | 19 ноябрь, 1994 | |
| 77 | Юха Метсола | 24 февраль, 1989 | |
| Һаҡсылар | |||
| № | Ил | Исем | Тыуған көнө |
| 2 | Павел Коледов | 20 сентябрь, 1994 | |
| 5 | Алексей Семёнов | ||
| 11 | Григорий Панин | 24 ноябрь, 1986 | |
| Евгений Лисовец | 12 ноябрь, 1994 | ||
| 36 | Филип Ларсен | 7 декабрь, 1989 | |
| Михаил Пашнин | 11 май, 1989 | ||
| 92 | Захар Арзамасцев | 6 ноябрь, 1992 | |
| 93 | Артём Сергеев | 20 февраль, 1993 | |
| 94 | Станислав Гәрәев | 13 август, 1994 | |
| Һөжүмселәр | |||
| № | Ил | Исем | Тыуған көнө |
| 8 | Эдуард Ғиматов | 22 ғинуар, 1994 | |
| Владислав Картаев | 10 февраль, 1992 | ||
| Сакари Маннинен | 10 февраль, 1992 | ||
| 16 | Максим Майоров | 26 март, 1989 | |
| 17 | Вячеслав Солодухин | 31 июль, 1988 | |
| 18 | Дмитрий Кугрышев | 18 ғинуар, 1990 | |
| Никита Сошников | 14 октябрь, 1993 | ||
| 25 | Владимир Жарков | 10 ғинуар, 1988 | |
| 41 | Владислав Лукин | 24 ғинуар, 1997 | |
| 62 | Пётр Хохряков | 16 ғинуар, 1990 | |
| 67 | Линус Умарк | 5 февраль, 1987 | |
| 69 | Александр Бурмистров | 21 октябрь, 1991 | |
| 70 | Теему Хартикайнен | 3 май, 1990 | |
| 78 | Александр Кадейкин | 4 октябрь, 1993 | |
Команданың ҡаҙаныштары
- СССР чемпионаттарында иң яҡшы результат: Юғары лига, 11-нсе урын (1980/1981, 1985/1986, 1986/1987).
Федерация кубогын яулаусы (1994)
Милләт-ара хоккей лигаһының бронза призын алыусы (1994/1995, 1995/1996).
Рәсәй чемпионатының бронза призын алыусы (1996/1997).
Рәсәй чемпионатының еңеүсеһе (2007/2008).
Континент кубогын яулаусы (2009/10)
Континенталь хоккей лигаһының бронза миҙалын алыусы (2009/2010, 2015/2016, 2018/2019).
Рәсәй чемпионы һәм Гагарин кубогын яулаусы (2010/2011)
Рәсәй чемпионатының көмөш призын алыусы (2013/2014)
«Ғәҙәл уйында» ике тапҡыр еңеүсе (1993, 1998)
Асыш кубогын ике тапҡыр яулаусы (2008, 2011)
«Беарда» кубогы (Леузин, Швейцария, декабрь 1993)
РИК кубогы (Швеция, 1993)
Копать иҫтәлегенә ярыш еңеүсеһе (Силәбе, 1994)
«Дүрт ярышы» (Өфө, декабрь 2002)
Прикамье кубогын еңеүсе (Пермь, август 1998, 2000)
«Салауат Юлаев» ХК ярышы еңеүсе (Өфө, 1999—2000)
«Паюлахти кубогы»н ике тапҡыр яулаусы (Финляндия, 2000, 2003)
Раштыуа ярышы (Омск декабрь 2001)
Ромазан мемориалы (Магнитогорск, сентябрь 2002)
Башҡортостан Республикаһы Президенты кубогын ете тапҡыр яулаусы (Өфө, 2005—2007, 2010, 2012—2013, 2016, 2018, 2020)
Шпенглер кубогында көмөш призын алыусы (Давос, Швейцария, декабрь 2007)
Шпенглер кубогында көмөш призын алыусы (Давос, Швейцария, декабрь 2014)
Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы кубогын яулаусы (2015, 2017)
Силәбе өлкәһе губернаторы кубогын алыусы (2018)
- КХЛ иң яҡшы бомбардиры — Александр Радулов (2010/2011, 2011/2012)
- ЙХЛ яҡшы бомбардиры — Дмитрий Денисов (1993/1994, 1994/1995)
- КХЛ иң файҙалы уйынсы — Патрик Торесен (2009/2010), Александр Радулов (2010/2011)
- Секунда призы — Александр Семак (2000/2001), Александр Радулов (2010/2011)
- Алтын сәкән — Дмитрий Денисов (1994—1995), Рәил Мөфтиев (1995/1996), Александр Радулов (2009/2010, 2010/2011, 2011/2012)
- Боҙ джентльмены — Игорь Щадилов (2007/2008)
- Иң яҡшы йәш уйынсы (Алексей Черепанов исемендәге бүләк) — Андрей Василевский (2013/2014)
- Йәштәргә юл (Анатолий Тарасов исемендәге бүләк) — Владимир Юрзинов (кесе)
- Иң яҡшы звено — Борис Тимофеев — Рәил Мөфтиев — Дмитрий Денисов (1993/94), Йоонас Кемппайнен — Теему Хартикайнен — Линус Умарк (2017/2018)
- Яҡшы ҡапҡасы — Владимир Тихомиров (1995/1996)
- Алтын шлем — Андрей Зюзин (1996/1997), Александр Еременко, Виталий Прошкин, Алексей Терещенко (2007/2008), Алексей Терещенко (2008/2009), Дмитрий Калинин, Александр Радулов (2009/2010), Эрик Эрсберг, Кирилл Кольцов, Игорь Григоренко, Александр Радулов (2010/2011), Александр Радулов (2011/2012)
- Иң һөҙөмтәле һаҡсыға бүләк — Кирилл Кольцов (2013/2014, 2014/2015), Филип Ларсен (2017/2018)
- Ҡоростай нервалар — Андрей Гаврилов (2016/2017)
«Салауат Юлаев» хоккей мәктәбенең билдәле тәрбиәләнеүселәре
- Ирек Ғимаев — Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, өс тапҡыр дөнъя чемпионы, четырёхкратный чемпион Европы, обладатель Кубка Канады, восьмикратный чемпион СССР.
- Игорь Кравчук — атҡаҙанған спорт мастеры, ике тапҡыр олимпик чемпионы, донъя һәм Европа чемпионы, ике тапҡыр СССР чемпионы. Рәсәйҙең юниор йыйылма командаһының баш тренеры (U-18).
- Марат Азаматов — РСФСР атҡаҙанған тренеры, «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбенең беренсе директоры.
- Александр Семак — атҡаҙанған спорт мастеры, донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа чемпионы, ике тапҡыр СССР чемпионы.
- Сергей Ғимаев — атҡаҙанған спорт мастеры, күп тапҡыр СССР чемпионы, өс тапҡыр иң яҡшы Һаҡсы, Рәсәй-2 һәм Матч каналдарында спорт комментаторы.
- Венер Сафин — спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәй чемпионатының өс тапҡыр бронза призеры (1994/1995, 1995/1996, 1996/1997), Салауат Юлаев (1995—1999) командаһының капитаны була, өлкән тренер булғанда, Рәсәй чемпионатының ике тапҡыр еңеүсеһе (2007/2008), (2010/2011) һәм Гагарин кубогына эйә булды (2010/2011). 2012 йылдың декабренә тиклем "Салауат Юлаев"тың баш тренеры.
- Рәил Мөфтиев — халыҡ-ара класслы спорт мастеры, Рәсәй чемпионатының өс тапҡыр бронза призеры (1994/1995, 1995/1996, 1996/1997), тренер.
- Андрей Василевский — ҡапҡасы, донъя чемпионы (2014), йәштәр донъя чемпионаттарының көмөш һәм бронза миҙалсыһы.
«Салауат Юлаев» составында Рәсәй чемпиондары
- 2011: Колесник Виталий, Еременко Александр, Эрсберг Эрик, Кольцов Кирилл, Григорьев Михаил, Рязанцев Александр, Староста Томаш, Блатяк Мирослав, Прошкин Виталий, Кутейкин Андрей, Кондратьев Максим, Твердовский Олег, Калинин Дмитрий, Нильссон Роберт, Свитов Александр, Клепиш Якуб, Таратухин Андрей, Счастливый Петр, Козлов Виктор, Григоренко Игорь, Кольцов Константин, Козлов Вячеслав, Антипов Владимир, Торесен Патрик, Зиновьев Сергей, Радулов Александр, Панков Александр, Сапрыкин Олег.
- 2008: Тарасов Вадим, Гниличка Милан, Еременко Александр, Бойков Александр, Ҡотдосов Артур, Доронин Павел, Щадилов Игорь, Логинов Александр, Блатяк Мирослав, Прошкин Виталий, Кольцов Кирилл, Кутейкин Андрей, Филипп Радек, Твердовский Олег, Чернов Михаил, Сидякин Андрей, Гордеев Артем, Заварухин Николай, Шкотов Алексей, Тарасов Дмитрий, Нуртдинов Руслан, Григоренко Игорь, Таратухин Андрей, Зачупейко Сергей, Чистов Станислав, Терещенко Алексей, Кольцов Константин, Антипов Владимир, Пережогин Александр, Воробьев Владимир, Волков Игорь, Микеска Михал, Медведев Алексей.
«Салауат Юлаев» составында уйнаған билдәле уйынсылар
Ирек Ғимаев 1976—1979
Игорь Кравчук 1983—1987
Андрей Зубарев 2003—2005 һәм 2012—2015
Олег Твердовский 2007—2011
Виталий Прошкин 2007—2014
Ерёменко Александр Владимирович 2007—2011
Кирилл Кольцов 2007—2011 һәм 2012—2015
Александр Радулов 2008—2012
Сергей Зиновьев 2009—2014
Виктор Козлов 2009—2012
Патрик Торесен 2009—2011
Дмитрий Калинин 2009—2011
Вячеслав Козлов 2011
Игорь Григоренко 2004—2005 2007—2012 2015—2017
Линус Умарк 2015—ә.в.
- Атҡаҙанған спорт мастерҙары
- Василевский Андрей Андреевич
- Гимаев Ирек Фаритович
- Ғимаев Сергей Наил улы
- Кравчук Игорь Александрович
- Семак Александр Владимирович
- Халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары
- Афиногенов Денис Александрович
- Анфёров Михаил Андреевич
- Бушмелёв Сергей Адольфович
- Гомоляко Сергей Юрьевич
- Денисов Дмитрий Витальевич
- Емелин Анатолий Анатольевич
- Зюзин Андрей Юрьевич
- Заварухин Николай Николаевич
- Мөфтиев Рәил Менәүер улы
- Тимофеев Борис Михайлович
- Хәйҙәров Равил Рәфиз улы
- Цулыгин Николай Леонидович
- Юлдашев Рәмил Раил улы
- Яханов Андрей Викторович
- Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар
- 1988 — Игорь Кравчук (алтын)
- 1992 — Игорь Кравчук (алтын)
- 1994 — Дмитрий Денисов (4-се урын)
- 1998 — Игорь Кравчук (көмөш)
- 2002 — Игорь Кравчук (бронза)
- 2018 — Андрей Зубарев (алтын)
- Донъя чемпионаттарында ҡатнашыусылар
- 1979 — Ирек Ғимаев (алтын)
- 1982 — Ирек Ғимаев (алтын)
- 1983 — Ирек Ғимаев (алтын)
- 1985 — Ирек Ғимаев (бронза)
- 1987 — Александр Семак (көмөш)
- 1990 — Игорь Кравчук Александр Семак (алтын)
- 1991 — Игорь Кравчук Александр Семак (бронза)
- 1994 — Анатолий Емелин (5-се урын)
- 1997 — Денис Афиногенов (4-се урын)
- 2000 — Игорь Кравчук (11-се урын)
- 2014 — Андрей Василевский Андрей Зубарев (алтын)
- 2017 — Андрей Василевский (бронза)
- 2019 — Андрей Василевский (бронза)
- Кубка Стэнли кубогы эйәләре
- 2020 — Андрей Василевский
- 2021 — Андрей Василевский
Принципиаль ярышташтары
«Салауат Юлаев» өсөн иң мөһим ярышташ итеп Ҡазандан «Аҡ Барс» хоккей клубын атарға була[43][44][45]. Был клубтар араһында уйындарҙы «Йәшел дерби», «Ҙур йәшел дерби» йә «Татар-башҡорт дербиһы»[46][47] тип атайҙар. «Салауат Юлаев» һәм «Аҡ Барс» — Гагарин кубогын беренсе булып еңгән командалар. Дерби үҙенең исемен командаларҙың формалары төҫө оҡшаш булғанға килеп сыға. Был көсөргәнешле уйынды ике республиканы сағыштырыуға бәйләйҙәр.
| Уйындар | 118 | ||
| «Салауат Юлаев»: еңеүҙәре | 55 | ||
| «Аҡ Барс»: еңеүҙәре | 56 | ||
| Тигеҙ иҫәптәр | 7 | ||
| Шайбалар айырмаһы | 316-326 |
«Салауат Юлаевтың» башҡа принципиаль дәғүәселәренә Магнитогорскиҙан «Металлург» һәм Омскиҙан «Авангард» командаларын индерергә мөмкин.
Рекордтар
- «Салауат Юлаев» — КХЛ-дың команда трофейҙарын тулыһынса йыйған ике команданың береһе: Гагарин кубогы, Асыш кубогы, Континент кубогы һәм Всеволод Бобров бүләге.
- Клуб иң тәүге булып КХЛ-да 1000 шайба керетә. Юбилей шайбаһын Игорь Мирнов керетә.
- «Югра» командаһына ҡаршы уйында Александр Радулов 6-сы секундта гол керетә. Был гол Рәсәй чемпионаттарының иң тиҙ шайбаһы була.
- «Салауат Юлаев» — КХЛ тарихында ике ете уйынлы плей-офф серияһын рәттән еңгән тәүге команда.
- Команда 2013/14 йылдар миҙгеленең даими беренселегендә бөтә 54 уйында ла бер булһа гол керетә. Бындай ҡаҙаныш башҡа бер командала ла юҡ.
- 2017 йылдың 31 авгусында «Сочи» клубына ҡаршы уйында (11:3) «Салауат Юлаев» тәү тапҡыр КХЛ-да 11 гол керетә, КХЛ-да бығаса бер кем дә ике период эсендә 10 гол керетмәй һәм бер команданан 10 төрлө уйынсы бер уйында гол керетмәй.[48].
Иҫкәрмәләр
- ↑ История. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2026. Архивировано из оригинала 7 сентябрь 2018 года.
- ↑ Василий Чижов назначен спортивным директором ХК «Салават Юлаев». ХК «Салават Юлаев». Официальный сайт (14 ғинуар 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026.
- ↑ Татьяна Андреева, Роман Паутов. «Салават Юлаев» обыграл уральцев и вышел в полуфинал Кубка Гагарина. Интернет-портал «Российской газеты» (22 март 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026.
- ↑ Спорт, РИА Новости «Салават Юлаев» выиграл последнее «зеленое дерби» текущей «регулярки». РИА Новости Спорт (10 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026.
- ↑ «Салавату Юлаеву» мешает грязная борьба за власть. Причины вылета и итоги выступления уфимского клуба. sport-express.ru (11 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 17 май 2024 года.
- ↑ Виктор Козлов останется на посту главного тренера «Салавата Юлаева». Советский спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 21 март 2024 года.
- ↑ На новый гимн «Салавата Юлаева» снимут клип
- ↑ Новости сегодня: Кто владеет российским спортом. Новости дня: борьба с коррупцией в России, расследования. Фото. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 19 август 2019 года.
- ↑ Николай Курапов: Болейте на здоровье! Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано из оригинала 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Сколько стоит выиграть чемпионат КХЛ? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 8 октябрь 2018 года.
- ↑ БФ "Урал" объявил о приостановлении финансирования ХК "Салават Юлаев". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 8 октябрь 2018 года.
- ↑ "Башнефть" официально стала спонсором хоккейного клуба "Салават Юлаев". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 8 октябрь 2018 года.
- ↑ Почему на форме «Салавата Юлаева» нет логотипов «Башнефти»? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 28 август 2021 года.
- ↑ Сергей Николаев снимался в кино, а Владимир Каравдин лазил в чужой огород за яблоками. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 21 август 2019 года.
- ↑ Премьер-министр Башкирии под влиянием эмоций готов уволить главного тренера команды «Салават Юлаев». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 20 август 2019 года.
- ↑ Ежедневная спортивная газета СПОРТ-ЭКСПРЕСС (интернет-версия). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 15 ноябрь 2018 года.
- ↑ Сын президента Башкирии возглавил ХК «Салават Юлаев» — РИА Новости, 15.12.2009. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Дворцовый переворот — МК Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Мэр Уфы Павел Качкаев возглавил правление ХК «Салават Юлаев» — РИА Новости, 12.07.2011. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Переизбран президент ХК «Салават Юлаев». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано из оригинала 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Сергей Молчанов избран президентом-председателем правления клуба КХЛ «Салават Юлаев» — Спорт — ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Президентом хоккейного клуба «Салават Юлаев» стал Владимир Нагорный. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Руководство «Салавата Юлаева» ушло в отставку. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Михалев назначен генеральным менеджером «Салавата» — Советский спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Сергей Михалев возглавил «Салават Юлаев» — Советский спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Олег Гросс покинул «Салават Юлаев» — Чемпионат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ В ХК «Салават Юлаев» назначены генеральный менеджер и тренер — РИА Новости, 27.04.2015. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ «Салават» расторг контракт с Вайсфельдом — Хоккей — Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Сегодня «Салават Юлаев» принимает питерских армейцев
- ↑ Уволен генеральный директор «Салавата Юлаева» — Хоккей — Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Александр Семак назначен новым генеральным директором «Салавата Юлаева» — Хоккей — Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Валерий Нургутдинов стал генеральным директором ХК «Салават Юлаев» — Bash.News. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 14 ноябрь 2018 года.
- ↑ Назначен новый генеральный директор ХК «Салават Юлаев»
- ↑ Исполняющим обязанности гендиректора ХК «Салават Юлаев» назначен Александр Курносов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 13 ғинуар 2019 года.
- ↑ Баширов назначен генеральным директором хоккейного клуба "Салават Юлаев". ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 16 июль 2021 года.
- ↑ Константин Толкачев вошел в руководство «Салавата Юлаева». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 21 август 2019 года.
- ↑ В «Салавате Юлаеве» поменяли генерального директора клуба. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2019. Архивировано 21 август 2019 года.
- ↑ Виктор Козлов назначен главным тренером хоккейного клуба «Салават Юалев». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2026. Архивировано 1 май 2022 года.
- ↑ Игорь Захаркин официально назначен главным тренером уфимского «Салавата Юлаева» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 8 октябрь (рус.)
- ↑ «Салават Юлаев» расторг контракт с главным тренером Игорем Захаркиным. «Спорт Mail.Ru» — Официальный сайт, 2017, 3 март(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2017)
- ↑ Николай Цулыгин — главный тренер ХК «Салават Юлаев» 2018 йылдың 14 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Томи Ламса — новый главный тренер ХК «Салават Юлаев»
- ↑ Самый принципиальный соперник «Ак Барса» сменил главного тренера
- ↑ Игорь Мирнов: "Я знаю, кто самый принципиальный соперник «Ак Барса»
- ↑ Самый принципиальный соперник для Ак Барса. Опрос болельщиков в группе vk.com
- ↑ Так будет всегда. «Зелёное дерби» собрало аншлаг в Уфе
- ↑ Татаро-башкирское дерби
- ↑ «Салауат Юлаев» рекордтары
Әҙәбиәт
- Пасконов Н. Д. «Салават Юлаев»: победы, судьбы, надежды.... — Уфа: Белая река, 2001. — 214 с. — ISBN 5-87691-010-4. продолжение
- Леонтьев В. А. «Салават Юлаев»: победы, судьбы, надежды... Продолжение. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2011. — 158 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-85051-534-8.
Һылтанмалар
- КХЛ. Официальный Сайт. Салават Юлаев. Уфа (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2026)
- «Салауат Юлаев» хоккей клубының рәсми сайты
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2026)
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Салауат Юлаев, хоккей клубы (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2026)
- Өфө-Арена 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Радий Хабиров перед play-off встретился с ХК «Салават Юлаев». ИА «Башинформ», 28 февраля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2020)
