Макаров Дмитрий Леонидович
Макаров Дмитрий Леонидович (1983 йылдың 6 декабре, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе.
Биографияһы
Дмитрий Леонидович Макаров 1983 йылдың 6 декабрендә Өфөлә хоккейсы, тренер Леонид Макаров ғаиләһендә тыуа. Константин Макаровтың ағаһы. Өфө хоккей мәктәбендә тәрбиәләнә.
Спорт карьераһы
Карьераһын 2000 йылда «Салауат Юлаев» составында башлай. Әммә ике миҙгел эсендә ул командала нығына алмай. Клубтағы үҙ хәленән ҡәнәғәт булмай һәм китергә ҡарар итә. 2002 йылда Магнитогорск ҡалаһынан «Металлург» командаһына күсә. Әммә унда ла бәхет сәғәте һуҡмай. Дүрт уйын үткәргәндән һуң һөжүм итеүсе фарм-командаға күсерелә. Унда миҙгелдең бөтә беренсе яртыһын уйнай. Дубль-командала башҡа уйынсылар араһында ныҡ айырылып тора. 29 уйында 35 мәрәй йыя[1]. Беренсе лига кимәлен күпкә үҫеп китеүен яҡшы аңлай. Һуңынан төп команда өсөн дүрт уйын үткәрә һәм Ҡурған ҡалаһы командаһына күсә. «Зауралье» клубында 2003/2004 йылдар миҙгелен уйнап бөтә. 30 уйында 12 гол индерә һәм туғыҙ һөҙөмтәле пас бирә. Магнитогорскиҙың хоккей белгестәре уйынсының сығыштарын күҙәтә. Уның үҫешеүен күреп, кире ҡайтарырға ҡарар итәләр. Әммә хоккейсы 2004/2005 йылдар миҙгелен йәнә «Металлург»тың икенсе командаһында башлай. Миҙгел башында статистикаһы бик шәп була һәм Суперлигала сығыш яһау мөмкинлеген көтә. Ниһайәт, миҙгелдең икенсе яртыһында төп командала нығына һәм 23 матчта уйнай, уларҙа алты мәрәй йыя[2].
Әммә 2004/05 йылдар миҙгеле уртаһында Өфөгә ҡайта. Унда инде оҫтарған уйынсы булараҡ ҡабул ителә. 2007 йылға тиклем «Салауат Юлаев»та сығыш яһай, был ваҡыт эсендә 74 матч үткәрә, уларҙа 40 (22+18) мәрәй йыя.
2007/08 йылдар миҙгеле алдынан, уны Мәскәүҙең «Спартак» клубы менән бәйләгән имеш-мимештәргә ҡарамаҫтан[3], Түбәнге Каманың «Нефтехимик» командаһы менән килешеү төҙөй. Клуб лидеры сифатында үткәргән дүрт миҙгел эсендә 207 матчта ҡатнаша, 111 (45+66) мәрәй йыя[4]. 2011 йылдың 3 майында, Түбәнге Кама клубы көйәрмәндәре уны үткән миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы тип танығандан һуң, Түбәнге Новгородтың «Торпедо» клубы менән бер йылға килешеү төҙөй[5]. Һуңғараҡ клуб менән контрактты оҙайта.
2013 йылдың 6 майында «Салауат Юлаев»ҡа Сергей Сентюрин һәм Денис Паршинға алмаштырыла[6]. Унда өс миҙгел уйнағандан һуң, 2016 йылдың 5 майында «Нефтехимик» менән ике йыллыҡ килешеү төҙөй[7]. Һуңғараҡ килешеүҙе өҙә һәм «Салауат Юлаев»ҡа әйләнеп ҡайта, уның менән миҙгел аҙағынаса контрактҡа ҡул ҡуя. 2017 йылдың 1 майында «Югра» клубы менән бер йыллыҡ килешеү төҙөй, шул уҡ йылдың 18 октябрендә клуб килешеүҙе өҙә.
Артабан «Салауат Юлаев» спорт мәктәбе тренеры булып эшләй. 2024 йылдың ноябрендә КХЛ-дың 3х3 чемпионаты ойошторолғас, «Салауат Юлаев» командаһында уйнарға ла, тренер булырға ла өлгөрә[8][9]. 2025 йылдың июлендә яңы турнирҙың кубогын яулай[10].
Статистикаһы
| Легенда | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
| Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
| - | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай | ||
Клубтағы карьераһы
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||
| Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | +/− | Штр | У | Г | П | М | +/− | Штр | ||
| 2000/01 | Салауат Юлаев | Суперлига | 2 | 0 | 0 | 0 | 1 | 0 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2002/03 | Металлург Магнитогорск | Суперлига | 4 | 0 | 0 | 0 | 0 | 2 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2003/04 | Металлург Магнитогорск | Суперлига | 4 | 0 | 0 | 0 | -1 | 2 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2003/04 | Зауралье | Юғары лига | 30 | 12 | 9 | 21 | +9 | 44 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2004/05 | Металлург Магнитогорск | Суперлига | 24 | 3 | 3 | 6 | 0 | 14 | — | — | — | — | — | — | ||
| Салауат Юлаев | Суперлига | 11 | 4 | 3 | 7 | 0 | 8 | — | — | — | — | — | — | |||
| 2005/06 | Салауат Юлаев | Суперлига | 43 | 15 | 13 | 28 | -2 | 96 | 6 | 2 | 2 | 4 | -2 | 10 | ||
| 2006/07 | Салауат Юлаев | Суперлига | 14 | 1 | 0 | 1 | -4 | 14 | — | — | — | — | — | — | ||
| 2007/08 | Нефтехимик | Суперлига | 56 | 15 | 20 | 35 | 0 | 159 | 5 | 0 | 3 | 3 | +2 | 2 | ||
| 2008/09 | Нефтехимик | КХЛ | 47 | 9 | 18 | 27 | +13 | 24 | 3 | 1 | 0 | 1 | +1 | 8 | ||
| 2009/10 | Нефтехимик | КХЛ | 34 | 5 | 3 | 8 | -6 | 57 | 9 | 1 | 3 | 4 | 0 | 4 | ||
| 2010/11 | Нефтехимик | КХЛ | 52 | 14 | 19 | 33 | +8 | 34 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
| 2011/12 | Торпедо ТН | КХЛ | 41 | 14 | 17 | 31 | +14 | 46 | 12 | 4 | 6 | 10 | 0 | 4 | ||
| 2012/13a | Торпедо ТН | КХЛ | 52 | 13 | 30 | 43 | -2 | 14 | 2 | 0 | 1 | 1 | -1 | 0 | ||
| 2013/14 | Салауат Юлаев | КХЛ | 54 | 11 | 29 | 40 | -2 | 20 | 18 | 3 | 7 | 10 | -2 | 6 | ||
| 2014/15 | Салауат Юлаев | КХЛ | 55 | 11 | 24 | 35 | -2 | 34 | 4 | 0 | 4 | 4 | -2 | 0 | ||
| 2015/16 | Салауат Юлаев | КХЛ | 48 | 12 | 14 | 26 | -7 | 20 | 19 | 1 | 4 | 5 | 1 | 35 | ||
| 2016/17 | Нефтехимик | КХЛ | 23 | 1 | 7 | 8 | -5 | 4 | — | — | — | — | — | — | ||
| Салауат Юлаев | КХЛ | 27 | 3 | 3 | 6 | -4 | 12 | 2 | 0 | 0 | 0 | -1 | 0 | |||
| 2017/18 | Югра | КХЛ | 19 | 0 | 4 | 4 | -9 | 18 | — | — | — | — | — | — | ||
| Бөтәһе КХЛ-да | 452 | 93 | 167 | 260 | 6 | 283 | 68 | 10 | 24 | 34 | 1 | 57 | ||||
- a Был миҙгелдә уйынсының «Өмөт» кубогындағы статистикаһы иҫәпкә алына.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Макаров Дмитрий Леонидович 06.12.1983, Нападающий, forchecking.ru. 30 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Российский хоккеист Макаров Дмитрий: биография, статистика, лучшие игры, reliz.top (8 февраль 2017). 30 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Спартак» пополнится двумя нападающими, sports.ru (4 июнь 2007). 26 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Макаров Дмитрий Леонидович 06.12.1983, Нападающий. 26 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Дмитрий Макаров перешел в «Торпедо», hctorpedo.ru (3 май 2011). 26 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Дмитрий Макаров возвращается в «Салават Юлаев», hcsalavat.ru (6 май 2013).
- ↑ Братья Макаровы будут играть в «Нефтехимике», hcneftekhimik.ru (5 май 2016).
- ↑ Братья Макаровы и Илья Крикунов – в команде 3х3, hcsalavat.ru (13 декабрь 2024). 26 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Макаров сравнил опыт игры в чемпионате «3х3» с тренерской работой, championat.com (12 июль 2025). 26 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Салават Юлаев» – первый в истории победитель Чемпионата КХЛ 3х3, khl.ru (12 июль 2025). 26 сентябрь 2025 тикшерелгән.