Макаров
Макаров — фамилия. Макарова вариантында ҡатын-ҡыҙ фамилияһы булараҡ ҡулланыла.
• Макаров Дмитрий Леонидович (1983) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе.
• Макаров Сергей Михайлович (1958) — СССР хоккейсыһы, уң яҡ һөжүмсе. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1979). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1984, 1988), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт (2011) ордендары кавалеры.
• Макаров Валерий Леонидович (1937) — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы һәм математигы. СССР Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1990, 1979 йылдан мөхбир ағзаһы). РФА Үҙәк иҡтисад-математика институты директоры (1985—2017). Дәүләт гуманитар фәндәр академик университетының иҡтисад факультеты деканы.
• Макаров Артём Валентинович (1977) — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры (2011).
• Макаров Пётр Осипович (шулай уҡ Васильевич; 1905—1975) — совет биологы һәм цитологы, СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1950), И. И. Мечников исемендәге премия лауреаты (1950).
___
• Макарова Татьяна Петровна (1920—1944) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби осоусы. 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының звено командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
• Макарова Инна Владимировна (1926—2020) — СССР һәм Рәсәй актрисаһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1985). I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1949).