Макаров Артём Валентинович
Артём Валентинович Макаров (рус. Макаров Артём Валентинович; 1977 йылдың, Өфө, СССР) — Рәсәй дирижёры, пианист. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры (2010–2023). Н. И. Сац исемендәге Мәскәү дәүләт академик балалар музыкаль театрының баш дирижёры (2023 йылдан). Беларусь Республикаһының Ҙур театрының баш дирижёры (2023 йылдан), художество етәксеһе (2025 йылдан). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. «Золотая Маска» Рәсәй милли театр премияһы лауреаты (2017)
Биографияһы
Артем Валентинович Макаров[1] 1977 йылда Өфөлә тыуған.
Артем Макаров Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге Урта махсус музыка колледжын (кларнет класы) тамалағандан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтына «фортепьяно» һөнәре (класс проф. Л. И. Алексеева) буйынса уҡырға инә һәм уны 2000 йылда тамамлай[2].
Өфө дәүләт сәнғәт институтының ассисентураһына «опера-симфоник дирижерлыҡ» темаһы буйынса уҡырға инә (Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В. И. Платонов һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре проф. Р. Р. Людмилин класы)[3] һәм уны 2003 йылда тамамлай.
1997 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында концертмейстер булып хеҙмәт итә[2].
2002 йылдан алып — БДОБТ-ның дирижеры.
Башҡортостан халыҡ артистары А. Абдразаков, Х. Ижболдин һәм башҡалар менән берлектә концерт программаларында сығыш яһай.
2003 йылдан алып бер үк ваҡытта Төркиәлә Анкара дәүләт операһында (Ankara Opera House) — опера труппаһы коррепетиторы булып, Истанбул дәүләт операһында — «Травиата» (Дж. Верди), «Дон Паскуале» (Г. Доницетти) операларында дирижер булып, Эскишехир ҡалаһындағы консерваторияла (Төркиә) уҡытыусы булып эшләй. Төркиәлә Артем Макаров ике йыл тирәһе шәхси вокал дәрестәрен ала[3].
2010 йылдан 2023 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры. Уфим сәхнәһендә В. А. Моцарттың «Школа влюблённых», Г. Ф. Гендельдең «Геракл» (реж. Г. Исаакян), Ж. Бизеның «Кармен» (реж. Д. Белянушкин), З. Исмагиловтың «Салават Юлаев» (реж. И. Габитов), Ф. Легарҙың «Весёлая вдова», Ж. Оффенбахтың «Муж за дверью» һәм «Званый вечер с итальянцами» оперетталарының тәүге ҡуйылыштарын тормошҡа ашыра<[4]. .
2012 йылда уның етәкселегендә башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың «Геометрия жизни» операһының донъя премьераһы үтә.
2023 йылдан — Н. И. Сац исемендәге Мәскәү дәүләт балалар музыкаль театрының баш дирижёры, уның сәхнәһендә П. Хиндемиттың «Нуш-Нуши»[5] һәм В. Браунфельстың «Птицы» операларының, А. Адандың «Жизель» һәм С. Прокофьевтың «Ромео и Джульетта» балеттарының донъя премьераларында музыкаль етәксе була[6].
2023 йылдан — Беларусь Республикаһының Ҙур театрының баш дирижёры, 2025 йылдың майында театрҙың художество етәксеһе вазифаһын биләй[7].
Ижады
Опера һәм симфоник музыкаһы әҫәрҙәре менән дирижерлыҡ итә, шул иҫәптән, Дж. Верди опералары «Макбет», «Травиата», «Трубадур», «Аида»; Ж. Бизе операһы «Кармен»;, «Барыһы ла шулай эшләй» («Все так поступают»), В. А. Моцарт опералары «Сералдән урлау» («Похищение из Сераля»), «Идоменей»; Г. Доницетти операһы «Дон Паскуале»; П. Масканьи операһы «Сельская честь» ; Р. Леонкавалло операһы «Паяцы»; с. Низаметдинов операһы «Memento»; И. Штраус опереттаһы «Ярғанат» («Летучая мышь»); А. Адан балеты «Жизель»; П Гертель опереттаһы «Файҙаһыҙ һаҡлыҡ» («Тщетная предосторожность»)[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 2015 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы;
- 2017 — «Золотая Маска» Рәсәй милли театр премияһы лауреаты;
- 2021 — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы;
- 2021 — «Музыкальное сердце театра» премияһы лауреаты, «Лучший дирижёр» номинацияһында;
- 2026 — BraVo премияһы лауреаты, «Классический исполнитель из страны-партнёра» номинацияһында.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Макаров Артём Валентинович. Театральные архивы России и русского зарубежья. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Артём Макаров. Башкирский государственный театр оперы и балета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
- ↑ 1 2 Рампа. Артём Макаров: «У меня образование уфимское, и тем горжусь»
- ↑ Наиля Валиева. Артем Макаров. Собака.ru (11 декабрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
- ↑ Дирижёр Башоперы Артём Макаров возглавил оркестр московского театра. МК Уфа (15 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
- ↑ Артём Макаров: «Публику надо неустанно воспитывать». Belcanto.ru (27 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
- ↑ Большой театр Беларуси — Артём Макаров. Большой театр Беларуси. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
Һылтанмалар
- Артём Макаров. Башкирский государственный театр оперы и балета.
- Макаров Артём Валентинович. МГАДМТ им. Н. И. Сац.
- Артём Макаров. Большой театр Беларуси.