Бушмелёв Сергей Адольфович
Бушмелёв Сергей Адольфович (1966 йылдың 7 июле, Өфө — 1992 йылдың 28 авгусы, Өфө) — совет һәм Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990).
Биографияһы
Сергей Адольфович Бушмелёв 1966 йылдың 7 июлендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа.
«Салауат Юлаев» СДЮШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе, тренеры В. И. Воробьев[1]. РСФСР халыҡтары спартакиадаһы еңеүсеһе (1981). СССР беренселегендә 1982/83 йылдар миҙгелендә икенсе лиганың «Авангард» (Өфө) командаһында уйнай башлай. Үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1983). 1984/85 йылдар миҙгеленән — "Салауат Юлаев"та, 1985/86 — 1986/87 йылдар миҙгелендә СССР чемпионатында 42 уйын үткәрә. 1989/90 йылдар миҙгеленән Мәскәүҙең «Спартак» клубында Болдин һәм Борщевский тройкаһында уйнай.
1989 йылғы Ҡышҡы универсиада еңеүсеһе.
1990/91 йылдарҙа СССР чемпионатының көмөш призеры, 1991/92 йылдарҙа СССР чемпионатының бронза призеры.
СССР һәм БДБ йыйылма командалары өсөн уйнай. 1990 йылда «Известия» призына турнир еңеүсеһе.
1991/92 йылдар миҙгеле тамамланғандан һуң Өфөгә ҡайта. 26 йәшендә һәләк була — 1992 йылдың 28 авгусында Өфө ресторанында йөрәгенә атып үлтерелә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Бушмелёв Сергей Адольфович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2022. Архивировано 9 июль 2022 года.
- ↑ История номера № 12. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июль 2022. Архивировано 18 июнь 2021 года.
Һылтанмалар
- Хоккейная база игроков. forchecking.ru.
- Вся хоккейная статистика. r-hockey.ru.