28 август
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Литва:
- Тимер юлсылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Хәрби табиптар көнө.
- Балта оҫтаһы көнө
Тарихи ваҡиғалар
- 1851 йыл: Санкт-Петербург һәм Мәскәү араһында тура тимер юл хәрәкәте асыла.
- 1918 йыл: Башҡорт хәрби шураһының башҡорт ғәскәрҙәре хәрбиҙәре кейеменең формаһын тасуирлаған фарман сыға.
тулы исемлек
- 1920 йыл: Бөтә Рәсәй статистик иҫәп алыуы үткәрелә.
- 1926 йыл: Башҡортостан умартасылыҡ товариществоларының 1-се республика съезы уҙғарыла.
- 1936 йыл: «Тойота» автомобиль компанияһы ойошторола.
- 1942 йыл: Дәүләкән ҡала статусын ала.
- 1998 йыл: Башҡортостан һәм Мордовия хөкүмәттәре араһында «Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла.
- 2012 йыл: Нефтекама автозаводының «Нефаз-52992» электр автобусы Рәсәйҙә беренсе булып сертификация үтә.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Степаненко Иван Денисович (1905—24.12.1993), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1936—1941 һәм 1943—1964 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы Шевченко исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш (1951—1955) Юғары Советы депутаты. Ленин (1957) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1947, 1949) ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Золотоношка ауылынан.
- Гончарова Сталина Федоровна (1935), педагог. Әлшәй районы Шафран ауылындағы 43-сө урта мәктәптең элекке рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
тулы исемлек
- Мостафина Ольга Евгеньевна (1955), биохимик-ғалим, генетик. 1983 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1985 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Химия институты, 1986 йылдан — Биохимия һәм генетика институты ғилми хеҙмәткәре, 2000 йылдан — лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Оло Теләк ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Романов Анатолий Никитович (1926—20.03.2012), рәссам, муниципаль орган хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1997 йылдан Иглин районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһе Усть Вазерки ауылынан.
- Поворотов Григорий Александрович (1951), техник-технолог, рационализатор. 1972—2009 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Тирәкле ауылынан.
тулы исемлек
- Әмирова Зарема Ҡәнзәфәр ҡыҙы (1951), химик-биолог-ғалим, эколог. 1994 йылдан Башҡортостандың Республика экология ғилми-тикшеренеү үҙәге директорының фән буйынса урынбаҫары, 2010 йылдан — директоры; 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы Дәүләт аналитик контроле идаралығының бүлек начальнигы, бер үк ваҡытта 2005 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Экология академияһы академигы. Биология фәндәре докторы (2000). СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Вакульский Александр Васильевич (1922—28.07.1990), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Ҡалтыман ауылынан.
- Исаев Александр Григорьевич (1922—23.07.2011), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963 йылдан Салауат ҡалаһының эшсе йәштәр мәктәбе, 1965 йылдан — 13-сө урта мәктәп директоры, 1982—1988 йылдарҙа уҡытыусы. РСФСР (1980) һәм Башҡорт АССР-ы (1975) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм өс Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, ғинуар һәм апрель 1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы биләмәләрендә булған һәм бөткән Щеголевка ауылынан.
тулы исемлек
- Ильичёв Валерий Дмитриевич (1937—18.05.2013), орнитолог-ғалим, йәмәғәтсе. 1959 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967 йылдан бионика, 1969 йылдан — орнитология лабораторияһы мөдире. 1973 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының А. Н. Северцов исемендәге Экология һәм эволюция проблемалары институтының (Мәскәү) экология һәм ҡоштарҙың тәртибе менән идара итеү лабораторияһы мөдире. 1978—1984 йылдарҙа Халыҡ-ара орнитология комитетының президиум ағзаһы һәм генераль секретары; 1983—2003 йылдарҙа Бөтә Союз орнитология йәмғиәте президенты; 1968—1983 йылдарҙа СССР Орнитология комитеты, 1975 йылдан СССР (1992 йылдан Рәсәй) Фәндәр академияһының биозарарланыуҙар буйынса фәнни советы рәйесе. Рәсәй Экология академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы (1968), профессор (1973). Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1970). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғүмәров Мөхәмәт Әнүәр улы (1952—5.06.2012), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1964—2007 йылдарҙа Баймаҡ районы «Сибай» совхозы механизаторы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың Хәсән ауылынан.
- Янбаева Рәйсә Мозафар ҡыҙы (1962), табип-терапевт, 2-се республика клиник дауаханаһының терапия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Дмитриев Николай Константинович (1989—22.12.1954), СССР-ҙың төрки телдәр белгесе, төркиәт ғилеменә нигеҙ һалыусы. СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1943), РСФСР-ҙың Педагогия фәндәре академияһы академигы (1945), филология фәндәре докторы (1938), профессор (1930). Төрөкмән ССР‑ының (1950), Башҡорт (1947) һәм Сыуаш (1953) АССР‑ҙарының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ленин (1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
- Шубин Георгий Иванович, (1918—4.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының айырым разведка ротаһы разведчигы, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңы Петровка ауылынан.
тулы исемлек
- Фәүәрисова Софья Бәҙретдин ҡыҙы (1938), мәғариф ветераны, Бөрө ҡалаһы 9-сы мәктәбенең элекке инглиз теле уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәйретдинова Татьяна Борисовна (1948), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1996). 1979 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Шәйхаттаров Шәйхлмөхәммәт Шәйхаттар улы (1899—1984), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Кушнаренко районы «Коминтерн» колхозының элекке механизаторы. Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Ғәйфуллин Миңләхмәт Зиннәт улы (1914—19.04.2002), нефтсе. 1933—1969 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында быраулаусы, быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған ауылынан.
тулы исемлек
- Айыуханов Мәсғүт Баян улы (1924—10.03.2000), иҡтисадсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, 1980—1990 йылдарҙа кафедра мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1980), профессор (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы (1924—4.10.2018), педагог-ғалим, мәғариф, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Башҡорт АССР-ының 9-сы (1975—1980) һәм унынсы (1980—1985) Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1969), доцент (1985). Октябрь Революцияһы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Петров Борис Ильич (1929—23.08.2004), агроном, иҡтисадсы-ғалим, ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1975—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығы министрының һәм Дәүләт агросәнәғәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1973). Башҡорт АССР-ының 7-се (1967—1971) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы) Баженов ауылынан.
- Ҡашҡарова Руфана Шәрифулла ҡыҙы (1939), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы магнит яҙмалар цехының элекке операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Теләүбирҙин Камил Шәнгәрәй улы (1939), агроном, педагог. Өфө ҡалаһындағы 100-сө һөнәри училищеның элекке директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы.
- Карпова Людмила Васильевна (1949), педагог. 1979—2008 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының 21-се «Росинка» балалар баҡсаһының методист-тәрбиәсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993) һәм мәғариф отличнигы (1991). Сығышы менән хәҙерге Дағстан Республикаһының Дербент ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1749 йыл: Йоһанн Гёте, Германия шағиры, ғалим һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1899 йыл: Андрей Платонов, СССР яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1925 йыл: Аркадий Стругацкий, СССР-ҙың фантаст яҙыусыһы, тәржемәсе, сценарист.
- 1925 йыл: Юрий Трифонов, СССР яҙыусыһы.
- 1939 йыл: Владимир Ивашов, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1940 йыл: Филипп Леотар, Франция актёры, шағир һәм йырсы.
- 1943 йыл: Валентина Заворотнюк, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1947 йыл: Юрий Беляев, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1948 йыл: Наталья Гундарева, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1965 йыл: Сатоси Тадзири, Японияның видеоуйындар, манга һәм аниме авторы.
- 1965 йыл: Шанайя Твейн, Канада йырсыһы.
Был көндә вафат булғандар
- 1979 йыл: Константин Симонов, СССР яҙыусыһы, шағир, йәмәғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 1995 йыл: Роберт Бикмөхәмәтов, СССР-ҙың әҙәбиәт белгесе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).