Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы

Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы (11 ғинуар 1929 йыл — 28 август 1995 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).

Биографияһы

Роберт Ғата улы Бикмөхәмәтов 1929 йылдың 11 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Илеш ауылында[1] тыуған.

1952 йылда Ҡазан дәүләт университеты тамамлай.

1956 йылдан алып СССР Фәндәр Академияһының М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында (Мәскәү) эшләй.

1960 йылдан — «Дружба народов» журналы баш мөхәррир урынбаҫары.

1962 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, әҙәбиәт тарихы кафедраһының сектор мөдире.

1995 йылда Мәскәүҙә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

Фәнни хеҙмәттәре Рәсәй халыҡтары милли әҙәбиәттәренең бер-береһенә йоғонтоһо, әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт ғилеменең методологияһына арналған. Ғабдулла Туҡай, Ғәлимйән Ибраһимов, Муса Йәлил тормошо һәм ижадына арналған монографиялар; Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Назар Нәжми, Ким Әхмәтйәнов һ. б. ижадына арналған мәҡәләләр авторы. Роберт Бикмөхәмәтов хеҙмәттәре инглиз, немец, поляк телдәренә тәржемә ителгән.

Хеҙмәттәре

  • Орбиты взаимодействия. — М., 1983.

Маҡтаулы исемдәре

Иҫкәрмәләр