Вакульский Александр Васильевич

Александр Васильевич Вакульский (1922 йылдың 28 авгусы, Ҡалтыман, Башҡорт АССР-ы1990 йылдың 31 июле, Измаил, Одесса өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, штурм авиацияһы полкының эскадрилья коимандиры, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Вакульский Александр Васильевич 1922 йылдың 28 авгусында Башҡорт АССР‑ының Өфө кантоны, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Иглин районы, Ҡалтыман ауылында) тыуған. Мәктәптең туғыҙ класын тамамлай, Өфө моторҙар эшләү заводында токарь булып эшләй, бер үк ваҡытта Өфө аэроклубында уҡый[1].

1941 йылдың апрелендә Вакульский Өфө ҡалаһы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Тамбовта хәрби авиация осоусылары мәктәбен тамамлай. 1943 йылдың июненән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1945 йылдың апреленә капитан Александр Вакульский 3-сө Белорус фронтының 3-сө һауа армияһы 211-се штурмлау авиадивизияһы 949-сы штурмлаусы авиаполктың эскадрилья командиры була[2].

1945 йылдың апреленә Вакульский 95 хәрби осош яһай. Шуларҙың 77-һендә — 2-15 самолеттан торған төркөмдө дошмандың тере көстәре һәм техникаһы тупланмаһы урынлашҡан ерҙе асыҡлау һәм штурмлауға алып бара. Штурмовигында шәхсән үҙе яҡынса 280 дошман һалдатын һәм офицерын, 55 автомашинаһын, 16 йөк арбаһын, 9 артиллерия орудиеһын, 5 танкыһын, 12 артиллерия зенит батареяһын, 5 миномет батареяһын, боеприпастар менән 2 һәм яғыулыҡ менән 3 складын, 7 тимер юл эшелонын, яғыулыҡ менән 3 цистернаһын юҡ итә. 17 һауа һуғышында ҡатнаша, был һуғыштар барышында уның атыусыһы 1 немец самолетын бәреп төшөрә. Тик 19 марттан алып апрель аҙағынаса Вакульский эскадрильяһы 97 хәрби осош яһай, шул уҡ ваҡытта бөтөнләй юғалтыуҙар кисермәй[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән капитан Александр Вакульский «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм 7469-сы номерлы «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырыла[3].

Шулай уҡ өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике I дәрәжә һәм бер II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, бер нисә миҙал менән бүләкләнгән[3].

1946 йылда Вакульский майор званиеһында запасҡа сығарыла. Юғары осоу әҙерлеге мәктәбен тамамлағандан һуң, граждандар һауа флотында эшләй.Одесса өлкәһенең Измаил ҡалаһында йәшәй, 1990 йылдың 31 июлендә вафат була[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Ғ. Ғ. Булатов, Г. Т. Хөсәйенова. Вакульский Александр Васильевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Вакульский Александр Васильевич. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (рус.)
  3. 1 2 Вакульский Александр Васильевич. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026.
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Дриго С. В. За подвигом — подвиг. Калининградское кн.изд.,1984.
  • Халыҡ күңелендә мәңгелеккә ҡала. өҫтәмәләр һәм төҙәтеүҙәр индерелгән 3-сө том. Минск, 1984.
  • Подвиги Героев Советского Союза. М., 1981.
  • Башҡортостандың данлы улдары. 3 китап. Өфө, 1968.