Айыуханов Мәсғүт Баян улы

Мәсғүт Баян улы Айыуханов (рус. Аюханов Масгут Баянович1924 йылдың 28 авгусы, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы2000 йылдың 10 марты, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет иҡтисадсы ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1980), профессор (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).

Биографияһы

Мәсғүт Баян улы Айыуханов[1] 1924 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Дәүләкән улусы Яңы Айыухан ауылында тыуған.

1955 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 1961 йылдан шунда уҡ эшләй: 1980–1990 йылдарҙа кафедра мөдире.

Айыуханов Мәсғүт Баян улы ауыл хужалығы сәнәғәте производствоһын ойоштороу өлкәһендә эшләй. Шулай уҡ Рәсәйҙең көнсығыш төбәктәрендә май биреүсе культуралар продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү буйынса предприятиеләрҙе рациональ урынлаштырыу, малсылыҡтың аҙыҡ базаһын нығытыу, кооперация һәм интеграцияны камиллаштырыу проблемаларын хәл итеүгә өлөш индерә.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ауыл хужалығы фәндәре бүлегендә торған[2].

Хеҙмәттәре

Йөҙҙән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы. Шул иҫәптән:

  • Аюханов М. Б. Подсолнечник – выгодная культура. Уфа, 1968.
  • Аюханов М. Б. Производство масличных культур. Уфа, 1975.
  • Аюханов М. Б. Хозрасчет в колхозах и совхозах. Уфа, 1987.

Наградалары

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)