31 март
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
АҠШ: Әфлисун һәм лимон көнө.
- Картуф бүлбеһе көнө.
- Төҫлө аҡбур көнө.
Гибралтар: Әсә көнө.
Мальта: Азатлыҡ көнө.
Франция: Эйфель башняһы көнө.
АҠШ: Анестезиологтар көнө.
- Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Төркмәнстан: Химия сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1814 йыл: Төнгө сәғәт икелә Лавиле ауылында Наполеондың капитуляцияһы тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыла. Император Александр I етәкселегендәге урыҫ ғәскәрҙәре ҙур тантана менән Францияның баш ҡалаһына инә.
- 1814 йыл: Рәсәй империяһы ғәскәрҙәре составында 1-се, 2-се, 5-се, 8-се, 9-сы, 12-се, 13-сө, 14-се, 15-се һәм 19-сы башҡорт полктары ла тантаналы рәүештә Парижға инә.
тулы исемлек
- 1889 йыл: Эйфель башняһы] рәсми асыу көнө. Конструктор Гюстав башня башына Франция флагын элә.
- 1901 йыл: Беренсе «Mercedes-Benz» автомобиле эшләп сығарыла.
- 1918 йыл: АҠШ беренсе тапҡыр йәйге ваҡытҡа күсә.
- 1967 йыл: Францияның НАТО блогы составынан сығыу тураһында ҡабул иткән ҡарарынан һуң был хәрби ойшманың штаб-фатиры Париждан Бельгияның баш ҡалаһы Брюсселгә күсерелә.
- 1992 йыл: Мәскәүҙә Федераль власть органдары менән Федерация субъекттарының власть органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы Федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 1992 йыл: Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе Мортаза Рәхимов Федератив килешеүгә һәм уға Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымтаға ҡул ҡуя.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Вәхитова Жәриә Әхмәтвәли ҡыҙы (1935), педагог. 1959 йылдан Ишембай һәм Стәрлебаш районы мәктәптәре, 1983—1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы Рощинский урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең (1987) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең (1971) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылынан.
- Нелюбин Евгений Викторович (1950), хирург-табип, йәмәғәтсе. 1979—1990 йылдарҙа Өфө ҡала советы башҡарма комитеты һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш хирургы, 5-се дауахананың элекке баш табибы. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Оло Теләк ауылынан.
тулы исемлек
- Ғимранов Рәмил Мөхәмәтхәй улы (ижади псевдонимы Рәмил Ғимрани; 1955), педагог, композитор, шағир һәм яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Аҡтуғанов Идиал Әхиәр улы (1965—31.08.1984), механизатор, водитель, интернационалист-яугир. Афған һуғышында һәләк булған саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар отделениеһы командиры, сержант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1985, үлгәндән һуң), Афғанстан Республикаһының «Интернационалист-яугирға рәхмәтле афған халҡынан» миҙалы менән бүләкләнеүсе (1988, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан.
- Зөлҡәрнәйев Рөстәм Хәлит улы (1965), табип-пульмонолог-ғалим. 1990 йылдан Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһы реанимация һәм интенсив терапия бүлегенең анестезиолог-реаниматологы, 1997 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш пульмонологы. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Бәхтизин Заһит Имаметдин улы (1906—22.09.1975), педагог, урта махсус белем биреү өлкәһе хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Өфө нефть техникумын ойоштороусы һәм уның тәүге директоры (1946—1969). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Ҡыҙыл Байраҡ (1943), II дәрәжә Ватан һуғышы (1975) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Балков Владимир Александрович (1921—3.09.2009), ғалим-географ-гидролог. География фәндәре докторы (1966), профессор (1968). 1951 йылдан Пермь университеты, 1969—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, физик география һәм ҡоро ер гидрологияһы кафедраһы мөдире. Сығышы менән Көңгөр ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Баймөхәмәтов Казбек Сәғит улы (1931—4.06.2014), ғалим-нефтсе-геолог. Һәүәҫкәр йырсы. 1973—2007 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының бүлек мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1989). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1981) һәм почётлы нефтсеһе (1991). Октябрь Революцияһы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Гулина Эльвира Александровна (1936—21.01.2012), малсы, йәмәғәтсе. 1960—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Благовещен районының «Степановка» совхозы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы (1976—1980) һәм унынсы (1981—1985) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981, 1982).
- Прохорец Мәрйәм Абдулхаҡ ҡыҙы (1956), китапханасы. 1984 йылдан Балаҡатай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының балалар китапханаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Әшәй ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мостафин Сабир Кәбир улы (1952), ғалим-инженер-геолог, эколог-аудитор. 1994 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институтының төп ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1994—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты, 2006 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 2005 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1994). Сығышы менән хәҙерге Бишкәк ҡалаһынан.
- Әхтәмов Азамат Мөхтәр улы (1962—14.08.2020), ғалим-математик. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2004—2008 йылдарҙа иҡтисадты фаразлауҙың математик ысулдары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2006—2008 йылдарҙа математика факультеты деканы, 2009—2015 йылдарҙа тотош мөхиттәр механикаһы кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (2005), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011), юғары уҡыу йорттарының социаль-иҡтисади һөнәрҙәре өсөн математика дәреслеге төҙөү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе. Тел белгесе Мөхтәр Әхтәмовтың улы.
тулы исемлек
- Соин Сергей Викторович (1982), ветеран-спортсы, тренер. 1998—2018 йылдарҙа профессиональ хоккейсы, үҙәк һөжүмсе. 2015—2018 йылдарҙа Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыһы. Мәскәүҙең «Крылья Советов» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһының иң юғары бүләге — «Гагарин кубогы»н ике тапҡыр яулаусы, йәштәр араһында донъя чемпионы. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Котов Александр Тимофеевич (1928), хәрби хеҙмәткәр, эске эштәр органдары ветераны, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙы (1933—231.02.2001), малсы. 1949—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы малсыһы, шул иҫәптән 1953 йылға тиклем һәм 1958—1961 йылдарҙа быҙау ҡараусы, 1953—1958 йылдарҙа һәм 1961 йылдан — һауынсы. СССР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш (1970—1974) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы (1996). Сығышы менән ошо райондың Бетерә ауылынан.
тулы исемлек
- Биғаев Илдар Әхтәм улы (1958—9.01.2016), педагог, музыкант. 1997—2016 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, башҡорт музыкаһы факультетының традицион музыка ҡоралдары оркестры етәксеһе һәм дирижёры. Доцент (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғәзиев Радик Рәшит улы (1958), ғалим-инженер. 1981 йылдан Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1992), доцент (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Вәлиева Гөлнур Йосопьян ҡыҙы (1973), журналист. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһы телевидение студияһының тапшырыуҙар алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы (1914—17.07.2011), тарихсы-ғалим, комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1964—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Нәшриәт эштәре, полиграфия һәм китап сауҙаһы буйынса идаралығы начальнигы, 1979—1988 йылдарҙа Башҡортостан комсомолы тарихы музейы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының 2—4-се һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (1969). 1965 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1971) кавалеры.
- Мокеев Геннадий Иванович (1944), педагог-ғалим, спортсы, тренер. 1967 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — физик тәрбиә кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР‑ының (1990) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012). СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). Француз боксы — сават буйынса халыҡ-ара категориялы (1992) һәм бокс буйынса республика категорияындағы (1975) судья. Журналистар союзы ағзаһы (2006). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Белогузово ауылынан.
Дөйөм исемлек
- 1635 йыл: Патрик Гордон (1635), Шотландия һәм Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, генерал һәм контр-адмирал.
- 1685 йыл: Иоганн Себастьян Бах, Германия композиторы.
тулы исемлек
- 1800 йыл: Осип Сенковский (псевдонимы «Барон Брамбеус»), Рәсәй империяһы яҙыусыһы, журналист, нәшерсе, шәрҡиәтсе.
- 1882 йыл: Корней Чуковский, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың балалар яҙыусыһы, тәнҡитсе, тәржемәсе.
- 1890 йыл: Уильям Лоренс Брэгг, Бөйөк Британия физигы, Нобель премияһы лауреаты (1915).
- 1935 йыл: Герб Алперт, АҠШ музыканты, композитор.
- 1955 йыл: Ангус Янг, Австралия музыканты.
- 1960 йыл: Иен Макдональд, Ирландияның фантаст яҙыусыһы.
- 1970 йыл: Аленка Братушек, дәүләт эшмәкәре, 2013—2014 йылдарҙа Словенияның премьер-министры.
Был көндә вафат булғандар
- 1982 йыл: Дәүләтов Бәкер Рәхим улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).