16 май
16 май — рәсми календарь буйынса йылдың 136-сы (кәбисә йылында 137-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 229 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Һыйышып тыныс йәшәү көнө.
- Яҡтылыҡ көнө.
Ер:
- Биографтар көнө.
- Йәш һайлаусылар көнө.
- Скрипка көнө.
- СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
АҠШ: Барбекю көнө.
- Рәсем төшөрөү көнө.
Малайзия: Уҡытыусылар көнө.
Польша: Ил сиге һаҡсылары көнө.
Днестр буйы республикаһы: Дәүләт именлеге органдары көнө.
- 1681 йыл: Батша Фёдор Алексеевич указына ярашлы, Волга-Урал төбәге мосолмандарын көсләп христианлаштырыу планлаштырыла, һөҙөмтәлә Сәйет Йәғәфәров етәкселегендәге башҡорт ихтилалы тоҡана.
- 1773 йыл: Миәкә районының Ҡанбәк ауылына нигеҙ һалына.
тулы исемлек
- 1896 йыл: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһындағы тәүге киносеанс була.
- 1924 йыл: СССР-ҙың балалар журналы «Мурзилка»ның тәүге һаны сыға.
- 1929 йыл: АҠШ-та беренсе тапҡыр «Оскар» премияһы тапшырыла.
- 1932 йыл: Ишембай нефть ятҡылығы асыла.
- 1960 йыл: Н. К. Крупская исемендәге Республика китапханаһының яңы бинаһы сафҡа инә.
- 1965 йыл: Өфөләге хәҙерге 8-се поликлиника эш башлай.
- 1967 йыл: Ленинградта «Радуга» төҫлө телевизорҙары сығарыла башлай.
- 1990 йыл: РСФСР халыҡ депутаттарының 1-се съезы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйғафаров Әмир Закир улы (1935—27.05.2022), педагог, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе. 1975—1982 йылдарҙа Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, райондың Батыр Вәлид исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2003). Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1971, 1981) ордены кавалеры.
- Толомбаев Хәсән Абдулла улы (1935—17.05.2008), методист-педагог, мәғариф хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1988—2007 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәре, 1990—1996 йылдарҙа мәктәпкәсә тәрбиә һәм башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995).
тулы исемлек
- Афанасьева Раиса Григорьевна (1945—2004), педагог. Ауырғазы районы мәктәптәренең элекке уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (1955), шағир, яҙыусы. 1978 йылдан Мәсетле районы Йонос ауыл китапханаһында китапханасы, 2006—2011 йылдарҙа — мөдир. 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2002) һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2005) әҙәби премиялары лауреаты.
- Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы (1960), тележурналист, телетапшырыуҙар алып барыусы. 1983 йылдан Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре, 1993 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002). Балаҡатай районының почётлы гражданы (2009).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сугачков Эрнст Владимирович (1936—23.02.2009), уҡытыусы, мәғариф хеҙмәткәре. 1971—2007 йылдарҙа Архангел районы Валентиновка ауылындағы Инйәр урта мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Бәҙретдинов Байбаҡ Фәрхетдин улы (1946), энергетик-инженер. «Башсельэнерго» берекмәһенең элекке генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы.
тулы исемлек
- Ханов Рәфил Лотфулла улы (1946), спортсы, тренер. 1980 йылдан Өфө ҡалаһындағы 3-сө төҙөлөш тресының «Уфимец» спорт клубы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең, 2005 йылдан — «Уфимец» олимпия резервы спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы. 1970—1972 йылдарҙа ауыр атлетика буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. РСФСР чемпионы (1969), СССР кубогының (1971) һәм РСФСР чемпионатының (1970) көмөш призёры, СССР (1972) һәм РСФСР (1971—1972) чемпионаттарының бронза призёры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1972), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1993).
- Сәхәүетдинов Рауил Әнүәр улы (1956), комсомол һәм партия органдары, төҙөлөш тармағы хеҙмәткәре. 2008 йылдан Өфөләге «Азимут» идарасы компанияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2014). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Семиглавый Мар станцияһы ҡасабаһынан.
- Аҡманов Айтуған Ирек улы (1966), тарихсы-ғалим. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005 йылдан Ватан тарихы, тарихнамә һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), тарих фәндәре докторы (2003), профессор (2005). Тарихсы-профессор Ирек Аҡмановтың улы.
- Әхмәтов Наил Райхат улы (1966), уролог-ғалим. Медицина фәндәре кандидаты. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. 2001 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пеннер Исаак Гергардович (1917—22.12.1988), агроном, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1959 йылдан Әбйәлил районы 22-се партсъезд исемендәге, 1964—1982 йылдарҙа — «Заветы Ильича» колхозы рәйесе. Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән Ҡаҙағстандың Аҡмулла өлкәһе Миролюбовка ауылынан.
- Вәлидианов Ғабдулхаҡ Вәлидиан улы (1932), Үрге Өфө һал ағыҙыу контораһының элекке формировщигы, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Маклашова Валентина Яковлевна (1942), Күмертау тимер-бетон заводының элекке моторисы. Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994).
- Хөсәйенова Флүрә Мотаһар ҡыҙы (1947), педагог. 1975 йылдан Стәрлетамаҡтағы хәҙерге Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әүнәш ауылынан.
- Сәфәрғәлин Фәрит Зәбир улы (1957—18.05.2005), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1978—2014 йылдарҙа Әбйәлил районы «Красная Башкирия» хужалығы механизаторы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2002). Сығышы менән ошо райондың Ҡыҙыл Башҡортостан ауылынан.
- Талипов Рифҡәт Фаат улы (1957), химик-ғалим. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, 1984 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1993—1994 йылдарҙа Теүәл органик синтез ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире; 2001 йылдан — биоорганик химия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000—2011 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, 2012 йылдан — органик һәм биоорганик химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Сорочинский ауылынан.
- Шевчук Юрий Юлианович (1957), СССР һәм Рәсәйҙең рок-музыканты, йырҙар авторы, шағир, актёр, рәссам һәм продюсер. 1980 йылда Өфөлә «ДДТ» рок-төркөмөн ойоштороусы, уның етәксеһе һәм берҙән-бер алмашһыҙ ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003), төрлө кимәлдәге премиялар лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәдүтов Рәжәп Муллағәле улы (1948), баянсы, педагог. 1972 йылдан Учалы балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, 1973 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы, 1985 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты музыканты, 1989 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы администраторы, 1990—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы аккомпаниаторы, солист-инструменталсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Варган музыкаһы халыҡ-ара фестивале (Мольн ҡалаһы, Австрия, 1998) һәм Аккомпаниатор баянсы һәм аккордеонсыларҙың асыҡ конкурсы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 2003) лауреаты; «Петро-Павловские ассамблеи» халыҡ-ара музыка конкурс-фестивале (Санкт-Петербург, 2005), баянсы һәм аккордеонсылар конкурсы (Кастельфидардо ҡалаһы, Италия, 2010) дипломанты.
- Аристархов Владимир Викторович (1958), педагог, мәғариф, партия, урындағы башҡарма (муниципаль) һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1980 йылдан Өфө районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директор урынбаҫары һәм директоры. 1984 йылдан Өфө районы мәғариф бүлеге мөдире; 1987 йылдан КПСС-тың Өфө район комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, бүлек мөдире, секретары; 1991 йылдан Өфө район советы һәм район хакимиәтенең бүлек мөдире, 1996 йылдан — хакимиәт башлығы урынбаҫары; 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары; 2015 йылдан — Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге директоры. Өфө районының бишенсе саҡырылыш советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф һәм Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Рәхмәтуллин Әсхәт Урал улы (1978), спортсы, хоккейсы, тренер. 1996—2014 йылдарҙа Рәсәйҙең төрлө хоккей клубтары уйынсыһы, һөжүмсе. 2015 йылдан «Салауат Юлаев» хоккей клубының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры. Рәсәйҙең спорт мастеры. Хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының бронза (1997), үҫмерҙәр араһындағы Рәсәй беренселегенең көмөш (1993 һәм 1994) призёры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡурмашев Шәриф Миңлеғәли улы (1929—2002), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозының элекке механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Хәлиуллин Айрат Нәсибулла улы (1934—11.07.2000), төҙөүсе-инженер. 1952—1993 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының бригадиры, механик колоннаһы һәм участка начальнигы, 1979 йылдан — 3‑сө төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1964). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Имәнкүпер ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1805 йыл: Николай Устрялов, Рәсәй империяһы тарихсыһы, археограф һәм педагог.
- 1860 йыл: Сергей Волконский, Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйенең театр эшмәкәре, режиссёр, тәнҡитсе, әҙип. 1921 йылдан эмиграцияла йәшәй.
тулы исемлек
- 1860 йыл: Иван Гревс, Рәсәй империяһы һәм СССР тарихсыһы.
- 1905 йыл: Пётр Вершигора, яҙыусы, актёр һәм кинорежиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында партизандар берләшмәһе (һуңынан дивизия) командиры, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы.
- 1905 йыл: Генри Джейнс Фонда, АҠШ-тың театр һәм кино актёры, «Оскар» премияһы лауреаты.
- 1910 йыл: Ольга Берггольц, СССР яҙыусыһы, шағир, Сталин премияһы лауреаты.
- 1915 йыл: Сергей Антонов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, тәнҡитсе, публицист, драматург һәм киносценарист.
- 1915 йыл: Эзра Столлер, АҠШ-тың танылған архитектура фотографы.
- 1920 йыл: Жак Франсуа, Франция актёры.
- 1925 йыл: Нилтон Сантос, Бразилия футболсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1950 йыл: Йоханнес Беднорц, Германия физигы, Нобель премияһы лауреаты (1987).
- 1955 йыл: Ольга Корбут, СССР гимнасткаһы, ике тапҡыр олимпия чемпионы (1972, 1976), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1972).
- 1965 йыл: Крист Новоселич, АҠШ музыканты, «Nirvana» төркөмөнең элекке бас-гитарисы.
- 1975 йыл: Александр Пушной, Рәсәй музыканты, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы.