Аҡманов Айтуған Ирек улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡманов Айтуған Ирек улы
Акманов Айтуган.jpg
Тыуған көнө 16 май 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Өфө
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Эшләгән урыны
Альма-матер Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжәһе тарих фәндәре докторы
Ғилми исеме профессор

Аҡманов Айтуған Ирек улы (16 май 1966 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2003), профессор (2005).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Айтуған Ирек улы Аҡманов 1966 йылдың 16 майында Өфөлә тыуған. Ғалим Ирек Аҡмановтың улы.
  • Өфөнөң 31-се мәктәбендә белем һәм тәрбиә ала.
  • 1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын яҡшы билдәләр менән тамамлай.
  • 1988—1992 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты аспирантураһында уҡый һәм тарих фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
  • 1993 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, 2005 йылдан башлап Ватан тарихы кафедраһы мөдире.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айтуған Аҡмановтың фәнни тикшеренеүҙәре башҡорттарҙың ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу, XVI быуат уртаһы — XX быуат башында Рәсәй Хөкүмәтенең Башҡортостандағы ер сәйәсәте проблемаларына арналған. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Земельная политика царского правительства в Башкирии в середине XVI — начале XX вв. Уфа: «Китап», 2000;
  • Башкирское землевладение в XIX — начале ХХ вв. Уфа: РИЦ БашГУ, 2000;
  • Земельные отношения в Башкортостане и башкирское землевладение во второй половине XVI — начале XX в. Уфа, «Китап», 2007;
  • Историко-культурный энциклопедический атлас Республики Башкортостан. Главный редактор Акманов И. Г. Уфа-Москва, 2007.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кто есть кто в Республике Башкортостан, 1995.