Толомбаев Хәсән Абдулла улы
Биографияһы
Толомбаев Хәсән Абдулла улы 1935 йылдың 15 майында БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Байдәүләт ауылында тыуған[1] 1958 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Бишбүләк районының Бикҡол тулы булмаған урта мәктәбендә директор булып эшләй. 1971—1977 һәм 1979—1988 йылдарҙа Милли мәктәптәр Ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында эшләй, 1976 йылдан алып һәм 1981 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр була, 1977—1979 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыта. 1988—2007 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында эшләй. 1990—1996 йылдарҙа мәктәпкәсә тәрбиә һәм башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһы мөдире, 1996—1997 йылдарҙа һәм 2000—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында, 1997—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған. 150‑нән ашыу фәнни‑методик хеҙмәт, шул иҫәртән урыҫ телле мәктәптәрҙең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса дәреслектәр һәм программалар авторы.
Дәреслектәре
Толомбаев, Хәсән А.
- Яҙырға өйрәнеү дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен туған булараҡ өйрәнеүселәр өсөн) "Бүләк" дәреслегенә ҡушымта / Х. А. Толомбаев, М. С. Дәүләтшина. - 25-се баҫма. - Өфө : Китап, 2016. - 47 с. : ил.; 22 см.; ISBN 978-5-295-06381-7 : 10180 экз[2].
- Филологические науки. Художественная литература—Языкознание—Тюркские языки—Северо-западная (кыпчакская) группа языков—Башкирский язык—Преподавание и методика изучения языка—Учебники и учебные пособия общего характера—Учебные пособия для начальной школы
Һылтанмалар
- Толомбаев Хәсән Абдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡорт тел белгестәре(недоступная ссылка)
- Яҙырға өйрәнеү дәфтәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Толомбаев Хәсән Абдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Яҙырға өйрәнеү дәфтәре