Граждан
Граждан йәки гражданин — сығышы менән төрлө милләт һәм этностан булһа ла теге йәки был тәғәйен дәүләттең даими халҡына ҡараған, дәүләт яҡлауы менән файҙаланған һәм дәүләттең ғәмәлдәге ҡанундарына ярашлы хоҡуҡтарға һәм бурыстарға эйә шәхес[1][2].
Теге йәки был дәүләттең хоҡуҡ белеме өлкәһендә «гражданин» һүҙе айырым термин булараҡ ҡулланыла һәм шәхестең тәғәйен бер дәүләткә ҡарауын аңлата. Монархиялы дәүләттәрҙә «гражданин» терминының аналогы — «подданный»[3].
Тарихы
Рәсәй империяһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй империяһында «гражданин» һүҙе рәсми рәүештә «ҡала халҡы» тигәнде аңлата, йәғни «ҡала халҡы», «ҡала кешеһе» — рус. горожанин. Нәҡ ошо һүҙҙән «гражданин» һүҙе килеп сыҡҡан)[4]. Һүҙ шулай уҡ хәҙерге мәғәнәгә лә эйә булған, уны дөйөм ҡулланылышҡа император Александр I хакимлек иткән осорҙа Ҡанундар эшләү комиссияһында ағза булған яҙыусы һәм философ Александр Николаевич Радищев индереп ебәргән тигән фараз бар.
Рәсәйҙәге 1917 йылғы Февраль инҡилабынан (совет тарихнамәһендә — Февраль буржуаз-демократик революцияһы) һуң «гражданин» һүҙе мөрәжәғәт формаһында дөйөм ҡулланылышҡа әүҙем инеп китә.
Советтар Союзында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гражданин // Большая российская энциклопедия. — М.: Научное издательство «Большая Российская энциклопедия», 2016. — Т. 7. — С. 590. — 767 с. — 65 000 экз. — ISBN 978-5-85270-337-8. Архивная копия от 29 декабрь 2021 на Wayback Machine
- ↑ Ожегов С. И. Словарь русского языка: Ок. 57 000 слов/ / Под ред. чл.-корр. АН СССР Н. Ю. Шведовой. –. — 18-е изд., стереотип.. — М.: Рус. яз., 1986. — С. 122. — 797 с.
- ↑ Гражданин // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Статья «гражданин» Архивная копия от 6 июнь 2012 на Wayback Machine в Этимологическом словаре русского языка Фасмера.
Әҙәбиәт
- Томас Гоббс Философские основания учения о гражданине: (elementa philosophica de cive) / Томас Гоббс; пер. с лат. В. Погосского; с предисл. С. А. Котляревского. — М.: Тип. и цинк. торг. дома Мысль, 1914. — 269 с.