Февраль инҡилабы
Рәсәйҙә 1917 йылғы Февраль инҡилабы (совет тарихнамәһендә — Февраль буржуаз-демократик революцияһы[2] йәки Февраль түңкәрелеше[3] шулай уҡ Февраль сыуалыштары һәм Февральщина, көнбайышта шулай уҡ Март революцияһы (яңы стиль календарына ярашлы, ингл. March Revolution) атамаһы йышыраҡ ҡулланыла — Монархияны ҡолатыуға һәм Рәсәйҙә бөтә закон сығарыу һәм башҡарма власты үҙ ҡулына туплаған Ваҡытлы хөкүмәт булдырыуға алып килгән күмәк кешенең, Петроград эшселәренең һәм петроград гарнизоны һалдаттарының, хөкүмәткә ҡаршы сығышы. Революцион ваҡиғалар 1917 йылдың февраль аҙағы — март башы осорон (шул ваҡытта Рәсәйҙә ғәмәлдә булған юлиан календары буйынса) үҙ эсенә алған.
Властың киҫкен сәйәси көрсөгө, либераль-буржуаз даирәләрҙең батшаның үҙе генә ҡулында тотҡан сәйәсәте менән ҡырҡа ризаһыҙлығы, революцияға ҡушылған меңләгән хәрбиҙән торған баш ҡала гарнизонындағы «сыуалыш» шарттарында, 1917 йылдың 27 февралендәге дөйөм забастовка ҡораллы ихтилалға әүерелә; баш күтәреүселәр яғына күскән ғәскәр ҡаланың иң мөһим пункттарын, хөкүмәт биналарын яулай. Батша хөкүмәтенә тоғролоҡ һаҡлаған аҙ һанлы һәм тарҡау көстәр баш ҡаланы солғап алған анархияны туҡтата алмай, ә фронттан саҡыртылған бер нисә часть ҡалаға инә алмай.
Февраль революцияһының төп һөҙөмтәһе — Николай II батшаның тәхеттән баш тартыуы, Романовтар династияһының хакимлығы туҡтауы. Илдәге бөтә власть һуғыш осоронда барлыҡҡа килгән буржуаз йәмәғәт ойошмалары (Бөтә Рәсәй земский союзы]], Ҡала союзы, Үҙәк хәрби сәнәғәт комитеты) менән тығыҙ бәйләнгән кенәз Георгий Евгеньевич Львов рәйеслегендәге Ваҡытлы хөкүмәт ҡулына күсә. Ваҡытлы хөкүмәт сәйәси тотҡондарға амнистия, гражданлыҡ ирке, полицияны «халыҡ милицияһы» менән алмаштыра, урындағы үҙидара реформаһын иғлан итә[4].
Революцион-демократик көстәр менән параллель рәүештә — Эшсе һәм һалдат депутаттарының Петроград советы барлыҡҡа килә — һәм был ике власлыҡ тигән билдәләмә аңған хәлгә алып килә.
1917 йылдың 14 мартында яңы власть Мәскәүҙә, марть дауамында — бөтә илдә урынлаша.
1917 йылдың аҙағында Петроградта башланған Октябрь революцияһы Ваҡытлы хөкүмәтте юҡ итә, һәм большевик партияһы сәйәси власҡа килә[5]. Ике революция Рәсәй дәүләт ҡоролошонда кардиналь үҙгәрештәр: Февраль революцияһы, граждандар татыулығын, власть легитимлығын һаҡлап, монархияны төшөрҙө, Октябрь революцияһы — граждандар татыулығын һәм власть легитимлығын тарҡатып, Совет власын урынлаштырҙы.
Инҡилап алдынан күҙәтелгән социаль-сәйәси хәл
Февраль революцияһы алдынан был осорҙа эшләгән Рәсәй империяһының IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы ысынында башта хөкүмәтенә батшаға ҡаршы оппозицияла торған төп үҙәккә әүерелә. Думаның уртаса либераль күпселеге 1915 йылда уҡ батшаға асыҡтан-асыҡ ҡаршы торған Прогрессив блок барлыҡҡа килтерә; Парламент коалицияһының үҙәге Конституцион-демократик партия (кадеттар, лидеры Милюков Павел Николаевич) һәм 17 октябрь союзы (октябристар. Самодержавие идеялары яҡлы уң монархист депутаттар ҙа, һул радикалдар ҙа (меньшевиктар һәм трудовиктар) блокка инмәй ҡалды; РСДРП(б) (большевистик фракция) һуғышты дауам итеүгә ҡаршы булғаны өсөн, 1914 йылдың ноябрендә ҡулға алына.
Думаның төп талабы — Рәсәйҙә Дума тәғәйенләгән һәм Дума алдында ғына яуап тотҡанғына Яуаплы хөкүмәт булдырыу. Ысынында был дәүләт ҡоролошон самодержавие йәки батшаның сикләнмәгән власынан Бөйөк Британия өлгөһөндә конституцион монархияға әйләндереү була.
Рәсәй империяһының Беренсе донъя һуғышына йәлеп ителеүе Рәсәй сәнәғәтен хәрби рельстарға күсереүҙе талап итте. Режимдың көсһөҙлөгө арҡаһында бөтә урында хөкүмәт кәрәк кимәлдә яралылар һәм ғәриптәр тураһында хәстәрлек, ҡалаларҙы һәм фронтты тәьмин итеү буйынса шөғөлләнә алмағанлыҡтан, үҙҙәренең иңенә көндәлек эште йөкләгән төрлө йәмәғәт комитеттары һәм союздары барлыҡҡа килә. 1915 йылда эре рәсәй сәнәғәтселәре Хәрби-сәнәғәт комитеттары — империяның хәрби тырышлығыын хуплаусы бойондороҡһоҙ йәмәғәт ойошмаларын формалаштырҙы (ҡарағыҙ [[Оборона буйынса айырым кәңәшмә). Февраль революцияһы осорона Үҙәк хәрби-сәнәғәт комитеты һәм Бөтә Рәсәй земский һәм ҡала союздары (Земгор) Баш комитеты етәкләгән был хәрәкәт, яуаплы министрлыҡ лозунгыһын күтәреп, ысынында Дәүләт Думаһына яҡынайған оппозицияның фекерен таратыусыға әйләнде. Ваҡытлы хөкүмәттең буласаҡ бер нисә эшмәкәре лә Хәрби-сәнәғәт комитеттарынан килде. Үҙидараның киң хәрәкәте өҫкә ҡалҡырға тырышты, әммә хөкүмәт уларҙы етерлек дәрәжәлә хупламаны. Гражданлыҡ йәмәғәтселеге элементтары менән бәйләнеште яйға һалыу урынына, Николай II 1915 йылдың авгусында, хәрби еңелеүҙәр фонында үҙ-үҙен үлтереүгә тиң аҙым яһаны — Юғары Баш командующий дәрәжәәһен алды. Юғары Баш командующий Ставкаһында үҙенең поезында изоляцяла ултырған Николай II 1915 йылдың көҙөнән үк ысынында ил менән туранан-тура идара итеүҙә ҡатнашмай, ә популярлығы булмаған ҡатыны, императрица Александра Фёдоровна билдәлелек яулай[5].
Бөтә 1916 йыл буйына власть тарҡалыуы дауам итә. Дәүләт думаһы — берҙән-бер һайланған орган — ултырыштарын йылына бер нисә аҙнаға ғына йыйыла, министрҙар бер туҡтауһыҙ алмашына, һәм бер аҙ компетентлы, популярлығы булмағаны урынына унан бер ере лә яҡшыраҡ булмағаны килә[5].
Батша хөкүмәте менән Хәрби-сәнәғәт комитеттары араһындағы мөнәсәбәттәр һалҡын була. Меньшевик Гвоздев Кузьма Антонович етәкләгән Үҙәк хәрби-сәнәғәт комитетының эш төркөмө (улар Петросоветтың үҙәге була) бигерәк тә һарыуҙарын ҡайната. 1917 йылдың башында улар "Ҡанлы йәкшәмбе"нең йыллығын билдәләүҙе хуплай. 1917 йылдың ғинуар аҙағында ЦВПК-ның эш төркөмө Дәүләт Думаһының сираттағы сессияһын асыуға тура килтереп хөкүмәткә ҡаршы яңы демонстрация ойошторорға теләй; улар «самодержавие режимын ҡыйыу ҡыйратырға» тигән саҡырыуы власть башында торғандарға оҡшамай. 1917 йылдың 27 ғинуарына ҡаршы төндә төркөм ағзалары ҡулға алына[6]. Февраль революцияһы барышында баш күтәәргән эшселәр һәм һалдаттар уларҙы төрмәнән сығара.
1916 йыл аҙағына юғары дәүләт власының Распутин Григорий Ефимович һәм уның эргәһендәгеләр тирәләй ғауға сылбыры арҡаһында абруйы төшә. Возмущение Распутинщинаға ҡарата асыу рәсәй ҡораллы көстәренә лә — офицерҙарға ла, кесе так чиндарға ла барып етә. Батшаның һәләкәтле хаталары, батша власына ышаныстың юғалыуы менән бергә, уның сәйәси изоляцияһына, ә әүҙем оппозиция булыуы сәйәси инҡилапҡа килтерҙе[7]. Власть үрендә ил мәнфәғәттәренә хыянат барлығы тураһында имеш-мимеш киң тарала; йәмәғәт фекере иң төп хыянатсы тип императрица Александра Фёдоровнаны иҫәпләй. Императрица һәм Распутиндың интим бәйләнеше тураһында ла хәбәр йөрөй.
Императрица тураһында халыҡ араһында таралған имеш-мимеш ысын фантастик характерлы була. Бер нисә тапҡыр ул шпионаж өсөн ҡулға алынған икән, имеш, Царском Селола уның Берлин менән тура бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге булан икән тигән хәбәр тарала. 1916 йылдың ғинуарында, имеш, императрица Николай II менән айырыла һәм монастырға китә икән тигән һүҙ тарала. Британия хәрби министры Китченер Гораций Герберт һәләк булғандан һуң, императрица, этник немка булғанлыҡтан, Германияға уның тураһында мәғлүмәт биргән тип һөйләй башлайҙар. Февраль революцияһынан һуң царскосельский һарайында ентекле темтеү үткәрелә, әммә бер ниндәй ҙә «тура сымдар» һәм «радиотелеграф станциялар» табылмай. 1917 йылдың мартынан октябренә тиклем Ваҡытлы хөкүмәттең Ғәҙәттән тыш тәфтиш комиссияһы ентекләп «хыянат» (шулай уҡ батша хөкүмәтенең ришүәтселеге) раҫлауҙарын эҙләй. Йөҙәрләгән кешенән һорау алына, һәм бер нимә лә табылмай. Комиссия императрицаның Рәсәйгә хыянаты тураһында хатта һүҙ ҡуҙғатырға ла сәбәп юҡ тигән һығымта яһай[8].
Йәмәғәт фекере «Распутин тарафынан тәғәйенләнеүселәр» тип йөрөтөлгән бер нисә кеше (мәҫәлән, Трепов Александр Фёдорович һәм Хвостов Алексей Николаевич) уға лояллек һаҡларға йыйынғандары ла булмай.
Урыҫ православие сиркәүенең Изге Синодында кадрҙар килеүе айырата ығы-зығылы була[9].
«Алйотлыҡмы әллә хыянатмы?» — Милюков Павел Николаевич 1916 йылдың 1 ноябрендә Дәүләт Думаһы ултырышында һөйләгән билдәле телмәрендә шундай һорау ҡуйған[10]. Кадет партияһы — батшаға һәм уның хөкүмәтенә ҡаршы берләшкән оппозиция авангарды — лидерының атаҡлы телмәре парламент оппозицияһының (Прогрессив блок) батша һәм уның сәйәси курсына хәл иткес һөжүмгә күсеүен билдәләй. 1916 йылдың 16 декабрендә, Распутинды үлтергән көндә, Николай II Дәүләт думаһын һәм Дәүләт советын 3 көнгә раштыуа каникулына ебәргән.
1916 йылдың көҙөнән башлап, һул радикалдар һәм либераль Дәүләт думаһы ғына түгел, әммә хатта батшаның иң яҡын туғандары ла — бөйөк кенәздәр Николай II-гә ҡаршы оппозицияға баҫа. Уларҙың демарштары «бөйөк кенәз фрондаһы» атамаһы менән тарихҡа инде. Бөйөк кенәздәрҙең уртаҡ талабы Распутин Григорий Ефимовичты һәм батшабикә-немканы ил менән идара итеүҙән ситләтеү һәм яуаплы министрлыҡ индереү була. Бөйөк кенәз өсөн саманан тыш радикаль ҡарашы менән бөйөк кенәз Николай Михайлович айырылып торған. Тикшеренеүсе С. В. Куликов уны фронданы «кристаллаштырыу» үҙәге тип атай. Император фамилияһының либераль идеяларға асыҡтан-асыҡ теләктәшлек белдергән башҡа вәкилдәре араһында тикшеренеүсе шулай уҡ бөйөк кенәз Александр Михайловичты (Николай I ейәне), Николай II-нең кейәүен принц Ольденбургский Пётр Александровичты, Мария Павловна Мекленбург-Шверинская әбеһен һәм хатта киләсәктә тәхет вариҫы тип фаразланған бөйөк кенәз Михаил Александровичты исемләй. Куликов билдәләүенсә, батшаға ҡаршы оппозицияға хатта үҙ әсәһе, тол императрица Мария Фёдоровна (Александр III батша ҡатыны) ла баҫа, 28 октябрҙә Киевта ул туранан-тура Штюрмер Борис Владимировичты отставкаға оҙатыуҙы талап итә.
2 декабрҙә, Николай Михайловичҡа батша йәбере (опала) йүнәлтелгәндән һуң, фронданы етәкләгән бөйөк кенәз Павел Александрович, от имени семейного совета Романовтарҙың ғаилә кәңәшмәһе исеменән батшанан конституция индереүен талап итә. 1916 йылдың 29 декабрендә монархист юғары ҡатлам һүҙ ҡуйышыусылары (заговорщики) төркөмө Григорий Распутинды үлтерә. Заговорҙа ҡатнашыусылар (кенәз Юсупов Феликс Феликсович, Пуришкевич Владимир Митрофанович һ.б.) араһында бөйөк кенәздәрҙең береһе — Дмитрий Павлович та була. Распутинды үлтергәндән һуң «фронданың» ҡараштары тағы ла ҡыйыуыраҡ була барған.
Әммә батша "фронда"ны еңел тыя. 1917 йылдың 22 ғинуарына, төрлө һылтау менән, бөйөк кенәздәр столицы великих князей Николай Михайловичты, Дмитрий Павловичты, Андрей һәм Кирилл Владимировичтарҙы баш ҡаланан һөрә. Улар опалаға йәки йәбергә эләгә.
«Фронда» менән бәйле тарих Февраль революцияһы ваҡиғаларында туранан-тура дауам итә. Монархияны һаҡлап ҡалырға тырышып, бөйөк кенәздәр Михаил Александрович, Кирилл Владимирович һәм Павел Александрович 1917 йылдың 1 мартында подписали проект манифеста «Урыҫ халҡына тулы конституция тураһында» манифесының проектына ҡул ҡуя («бөйөк кенәз манифесы» тексын, һөйләүҙәренсә, Клопов Анатолий Алексеевич әҙерләгән), һәм төҙөүселәр планы буйынса, уға Николай II лә ҡул ҡуйыр тейеш булған. Петроградта ҡораллы ихтилал еңгәндән һуң, ҡайһы бер бөйөк кенәздәр Ваҡытлы хөкүмәтте хуплай. 9, 11 һәм 12 марттарҙа премьер-министр кенәз Львов исеменә бөйөк кенәздәр Николай Николаевич, Александр Михайлович, Борис Владимирович, Сергей Михайлович, Георгий Михайлович һәм принц Александр Ольденбургскийҙан телеграммалар килә[11].
Революция алдындағы һуңғы айҙарҙа Николай II «яуаплы министрлыҡ» раҫлау тураһындағы баҫымға дусар ителә. Либераль Дума һәм бөйөк кенәздәр «фрондаһынан» тыш, был талаптарға тағы ла бик күп кеше ҡушыла. Британия илсеһе Дж. Бьюкенен, Дәүләт Думаһы рәйесе Родзянко М. В., мәскәү дворяндарының әйҙәүсеһе Базилевский П. А., союздаштарҙың Петроград конференцияһында ҡатнашҡан британ делегацияһы башлығы лорд А. Милнер һ. б.
Распутинды үлтергәндән һуң, XVIII быуат һарай түңкәрелештәре өлгөһө менән Николай II батшаның бөйөк кенәздәрҙең береһе файҙаһына тәхеттән баш тарттырыу планы ла була. Ричард Пайпс мәғлүмәте буйынса, шуға оҡшаш беренсе заговор Ваҡытлы хөкүмәттең буласаҡ премьер-министры, ул саҡта Земгор эшмәкәре кенәз Львов Георгий Евгеньевичҡа ҡаршы була, уның урынына ғәскәрҙә популярлыҡ яулаған бөйөк кенәз Кесе Николай Николаевич ултыртылырға тейеш була. Бөйөк кенәз ул тәҡдимдән баш тарта. Бынан һуң яңы батша кандидатураһы итеп Николай II-нең туғаны, бөйөк кенәз Михаил Александрович (Александр III-нөң улы) ҡарала. План буйынса, Михаил регентлығындағы йәше етмәгән вариҫ файҙаһына батшаны тәхеттән баш тартыуға мәжбүр итеү.
Октябристар башлығы (Беренсе донъя һуғышы осоронда Үҙәк Хәрби-сәнәғәт комитеты рәйесе) Гучков Александр Иванович рассказывал в эмиграцияла саҡта былай тип һөйләй: 1916 йылдың көҙөнә «һарай түңкәрелеше тураһында фекерҙәр тыуа. Был төркөмгә (Некрасов Николай Виссарионович һәм Гучков, Терещенко Михаил Иванович, кенәз Вяземский» ҡушыла[12]. 1916 йылдың көҙөндә Гучков ике-өс фронт командующийын (Рузский Николай Владимирович етәкселегендә) һәм бер нисә Петроград Тимер юл Департаменты чиновнигын һәм Февраль революцияһы алдынан ғына Юғары Баш командующий штабы начальнигы генерал Михаил Васильевич Алексеевты заговорға йәлеп итә[13]. 1917 йылдың 9 февралендә года в кабинете председателя IV Дәүләт думаһы рәйесе Михаил Владимирович Родзянко кабинетында думаның оппозицион фракциялары лидерҙарының кәңәшмәәһе була. Түңкәрелеш 1917 йылдың апреленән дә һуң булмаҫҡа тейеш була (апрелгә Антанта буйынса союздаштар менән берлектә фронтта һөжүм ойошторолорға тейеш була, һәм был патриотизм тойғоларын тоҡандырасаҡ). Заговорсыларҙың планы ябай була (һәм 1 мартта тормошҡа аша): Могилёвтағы Ставкаһына сираттағы барғанында батша поезын тотҡарларға (был бурыс Төньяҡ фронты командующийы Рузскийға йөкмәтелә) һәм, ҡулға алғандан һуң, батшаны тәхетенән баш тарттырыу[14]. По данным Сергея Мельгунова, в феврале 1917 года с Родзянко встречался также и генерал Алексеев[15].
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр [16][17] полагают, что резкое обострение противостояния власти и оппозиции в 1916 — 1917 йыл башында власть һәм оппозицияның ҡаршы тороуының киҫкенләшеүе было вызвано обвинениями власть Земгор һәм Хәрби-сәнәғәт комитеттарын (оппозиция булдырған һәм контролдә тота, ләкин дәүләт дотациялай) ришүәтселектә (коррупция) ғәйепләй[К 1][К 2].
Генерал Батша охрана отделениеһы генералы Спиридович Александр Иванович Петроградтағы 1917 йылдың 20 февраль ваҡиғаларын былай тип һүрәтләй
Охранный отделениенан ҡайһы берәүҙәрҙе күреп, хәлгә өмөтһөҙлөк менән ҡарауҙарын аңланым. Һәләкәт етеп килә, ә министр, күрәһең, хәлде аңламай, кәрәкле саралар күрелмәй. Бәлә буласаҡ. Григорий Ефимович Распутинды үлтереү ниндәйҙер хаос, анархия тыуҙырҙы. Бөтәһе лә ниндәйҙер түңкәрелеш көтә. Хөкүмәткә, Юғары Власҡа дөйөм баҫым синтезы барлығын белдем. Батша ҡатынын күрә алмайҙар, Батшаның ҡалыуын теләмәйҙәр. Батшаның китеүе тураһында яратмаған министрҙың алмашыныуы кеүек һөйләйҙәр. Тиҙҙән Александра Фёдоровнаны (Николай II-ҙың ҡатыны) һәм Анна Александровна Вырубованы үлтерәсәктәре тураһында госпиталь операцияһы һымаҡ итеп һөйләйҙәр. Ҡаршы сығыусы офицерҙарҙы, ҡайһы бер полктарҙы исемләйҙәр, Бөйөк кенәздәр заговоры тураһында һөйләйҙәр, барыһы ла Александр III-нөң улы Михаил Александровичты Рәсәйҙә идара итәсәк батшаның Регенты тип атай.
Николай II бер нисә тапҡыр үҙенә ҡаршы әҙерләнгән заговорҙар тураһында ишетә, әммә ул хәбәрҙәрҙе арттырып-шаштырып еткерелгән мәғлүмәт тип ҡарай.
Февраль революцияһы урыҫ армияһының Беренсе донъя һуғышындағы хәрби уңышһыҙлыҡтары эҙемтәһе тгән фекер йәшәй[18]. Әммә замандаштары,[19], хәҙерге заман тарихсылары мәғлүмәте буйынса[20], төшөнкө кәйеф фронтҡа ҡарағанда, тылда һәм иң көслө пессимизм һәм оппозиция Петроградта була[21] — по мнению некоторых исследователей, в Петрограде это походило на повальное безумие или «массовую истерию»[22][23].
1915 йылдың яҙғы-йәйге бөйөк сигенеүе һәм «снарядҡа мохтажлыҡ» уңышлы хәл ителә, Рәсәйҙә 1916 йыл хәрби яҡтан уңышлы була, 1917 йылға фронттарҙағы хәл тотороҡло була[19][24][25][26][27][28]. 1917 йылдың апреленә Антанта илдәренең Петроград конференцияһы (1917 йылдың ғинуар-феврале үтә) киң берҙәм һөжүм планлаштырған. Инглиз миссияһы башлығы Милнер, Лондонға ҡайтҡас, Бөйөк Британия хәрби кабинетына Рәсәйҙә «һарай революцияһы»), моғайын, һуғыш тамаланғандан һуң булыр, тип еткерә[10].
Петроградта ҡалған союздаш державалар илселәре бигерәк төшөнкө кәйефтә була. 1916 йылдың октябрендә Петроградта урынлашҡан запас батальондарҙа сыуалыш башлана, унда 181-се полктағы запас батальондың ҡоралланмаған һалдаттары ходе Выборг яғында баш күтәргән эшселәргә ҡушыла. Октябрь аҙағында забастовкасыларҙы таратырға саҡырылған һалдаттар полицияға ут аса, һәм уларҙы казактар ҡыуа. Тикшеренеүсе Нефёдов Сергей Александрович билдәләүенсә, казактар баш күтәреүселәргә ҡорал ҡулланыуҙан баш тарта башлай. Шулай итеп, фронтта хәл тотороҡло булыуға ҡарамаҫтан, 1917 йылдың февралендә бөтә Петроград тиерлек тиҙҙән инҡилап булырын көткән. Британия тарихсыһы Бернард Пэрс был ҡапма-ҡаршылыҡты былай тип баһаланы: «фронт сәләмәт ине, тыл серегәйне».
Планлаштырылған 1917 йылғы яҙғы һөжүм алдынан батша хөкүмәте 1916 йылда 2-се разрядлы һуғышсыларҙан 4-се сират дивизиялар формалаштырырға ҡарар итә. Ричард Пайпс был һалдаттар өлкән йәштәгеләрҙән йыйыла, һәм уларҙың күпселеге мобилизацияға киҫкен ҡаршы була. Хәрби тарихсы А. А. Керсновский был полктарҙың хәрби әҙерлеге иң түбән була. Батша хөкүмәтенең иң ҙур хатаһы: империяның ҡайнап торған баш ҡалаһын ғәскәрҙәр күсереү пункты итеп файҙаланыуында.
Һуғыш хужалыҡ бәйләнештәре системаһына, бигерәк тә ҡала һәм ауыл араһындағы бәйләнешкә, зыян килтерә, шул сәбәпле илдә аҙыҡ-түлек буйынса хәл киҫкенләшә, «продразвёрстка» индереү ҡарары хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Әммә 1916 йылғы уңыш ҙур була, продразвёрстка менән бер үк ваҡытта 1916 йылда ирекле баҙарҙа ғәмәлдәге дәүләт һатып алыуҙары системаһы ла һаҡланған була. Шуның менән бергә, тикшеренеүсе С. А. Нефёдов, 1916 йылдың көҙөндә — 1916/1917 йылдар ҡышында икмәк менән тәьмин итеүҙә килеп сыҡҡан өҙөклөктәрҙе ентекле тикшереп, хәрби инфляция шарттарында ауыл етештереүселәре, хаҡтарҙың тағы ла күтәрелеүенә өмөт итеп, аҙыҡ-түлекте күпләп хужалығында ҡалдырырға тырыша[29].
Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң 2,5 йыл эсендә Рәсәйҙә 4 Министрҙар Советы рәйесе, 6 эске эштәр министры, 4 хәрби министр, 4 юстиция һәм игенселек министры алмашына, был күренеште «министрҙарҙың йыш алмашыныуҙары (чехарда)» тип атайҙар. Либераль дума оппозицияһын иң ныҡ асыуландырғаны — Германия менән һуғыш осоронда этник немец Борис Владимирович Штюрмерҙың премьер-министр итеп тәғәйенләнеүе була[21].
1917 йылдың ғинуар-февралендә Рәсәйҙә барлығы фабрка инспекцияһы күҙәтеүенә буйһонған предприятиеларҙа 676 мең кнше баш күтәрә, шуларҙан ғинуарҙа 60 %, февралдә — 95 % сәйәси стачкаларҙа ҡатнаша[30].
1917 йыл башына Петроградтың 902 предприятиеһында 400 мең кеше хеҙмәт итә, шуларҙан 200—220 меңе — кадровый эшсе. «Ҡанлы йәкшәмбе» (9 ғинуар) йыллығын билдәләгән көндө Арсенал, Обуховский, Невский, Александровский заводтары, Путиловские заводы (һуңғараҡ - Киров заводы) һәм судоверфь, башҡа предприятиелар забастовкаға ҡушыла (барлығы 150 мең кеше)[31].
14 (27) февралдә «Бөтһөн һуғыш!», «Йәшәһен республика!» тигән лозунгылар аҫтында күмәк халыҡ ҡатнашҡан яңы сәйәси стачка ойошторола.
17 февралдә (2 март) 36 мең кеше хеҙмәт иткән илдең иң ҙур артиллерия заводы — Путилов заводында стачка башлана[32]. 22 февралдә (7 март)завод администрацияһы локаут (временная остановка работы (или существенное сокращение объёмов производства предприятия работодателем с прекращением выплаты зарплаты) иғлан итә[К 3]. бындай ҡарар Петроград эшселәре араһында хеҙмәттәшлек хәрәкәтен барлыҡҡа килтерә.
Февраль революцияһы большевистик етәкселек өсөн көтөлмәгән хәл булды. Тикшеренеүселәр Ричард Пайпс һәм Восленский Михаил Сергеевич, Ленин 1917 йылдың ғинуарында йәш швейцар социалистары алдында сығыш яһағанда, бәлки, хәл иткес инҡилапҡа беҙ барып етмәҫбеҙ, ә йәш быуын пролетар революцияһында еңеп сығыр, тип һөйләгән.
РСДРП(б) Үҙәк Комитеты Урыҫ бюроһының Петроградтағы етәксеһе Шляпников Александр Гаврилович, йәшерен ойошманың бөтә төркөмдәре, ойошмалары 1917 йылдың яҡын айҙарында көрәш башлауға ҡаршы тигән[33].
Большевиктар партияһы 1914 йылда тыйыла, Дәүләт Думаһының 4-се саҡырылыш большевисик фракцияһы ноябрҙә ҡулға алына. Февраль революцияһы ваҡытында Петроградта РСДРП(б) Үҙәк Комитетының бер ағзаһы ла булмай — барыһы ла һөргөндә йә эмиграцияла була. Партиея етәкселеге (ҮК-тың сиктән аръяҡтағы Заграничное бюроһы) находилось в эмиграции, в России нелегально действовало Русское бюро ЦК, состав которого постоянно менялся вследствие арестов[34].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Комментарии
- ↑ Воронин В. Е. Земство в годы Первой мировой войны и революций 1917 года. МПГУ: «Летом 1916 г. правая печать (газета „Русское слово“ и др.), поддерживавшая правительство, развернула против либерально настроенных лидеров Земгора мощную политическую кампанию. Земгор обвинялся в растрате 500 млн руб., выданных ему казной, а также в финансовой поддержке революционных организаций и произвольном освобождении разных лиц от военной службы. Правые деятели видели в деятельности Земгора попытку создания параллельного правительства.»
- ↑ Катков пишет: «Всероссийский Союз Земств и Городов стал мощным фактором российской общественной жизни. Он предоставлял работу тысячам людей, оперировал огромными суммами и занимался частными делами миллионов российских граждан. Но ни у земств, ни у городских управ не было достаточных материальных средств, чтобы вести такую грандиозную работу, так что с самого начала они в большой мере зависели от государственных дотаций. Были созданы особые комитеты для контроля над государственными фондами, отпускаемыми этим организациям (Земгору и затем Военно-промышленным комитетам). …Правительство до поры до времени затаилось, выжидая момента, когда помощь общественных организаций станет ненужной и можно будет наконец-то спросить с них отчёт в экономической и политической коррупции, поводов к чему накопилось достаточно». Там же Катков добавляет: «Изумительно, что при всём этом Россия столького добилась, и в такой короткий срок. В 1916 году снабжение армии оружием и боеприпасами было налажено и, после стабилизации фронта зимой 1915—1916 гг., летом 1916 года обеспечило успех так называемого Брусиловского прорыва» (Катков Г. М. Февральская революция (Гл. 8. Штурм самодержавия)).
- ↑ Запрос 30 членов Государственной Думы председателю Совета министров, министрам Военному и Морскому по поводу прекращения работ на Путиловском и Ижорском заводах, 23 февраль (8 март) 1917 г. // Февральская революция 1917. Сборник документов и материалов. — М., 1996. — С. 18.
Сығанаҡтар
- ↑ https://books.google.com/books?id=ety5B4feoDoC&pg=PA321
- ↑ История Всесоюзной коммунистической партии (большевиков). Краткий курс(недоступная ссылка) / Под ред. Комиссии ЦК ВКП (б). — М., 1938
- ↑ Генкина Э. Б. Февральский переворот // Очерки по истории Октябрьской революции / под общ. ред. М. Н. Покровского. Т. 2. — М.—Л., 1927.
- ↑ Кара-Мурза С. Г. Гл. 2. Государство и право после Февральской революции 1917 г. История советского государства и права. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2011.
- ↑ 1 2 3 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>билдәһе дөрөҫ түгел;чёрная книга гл 1төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Российские социалисты и анархисты после Октября 1917 года
- ↑ Государственная Дума. Заседание первое. 1 ноября 1916 г. Стенографический отчёт.
- ↑ Уткин А. И. Забытая трагедия. Россия в Первой мировой войне. — Смоленск: Русич, 2000. — С. 164.
- ↑ Письма митрополита Антония (Храповицкого) митрополиту Арсению (Стадницкому). Часть 4.
- ↑ 1 2 Заседание первое 1 ноября 1916 г. Стенографический отчёт
- ↑ Великий князь Андрей Владимирович. Выдержки из дневника за 1917 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2011. Архивировано 27 июль 2012 года.
- ↑ А. И. Гучков рассказывает… // Вопросы истории. — 1991. — № 7/8. — С. 205—206.
- ↑ Кобылин В. С. Анатомия измены. Истоки антимонархического заговора. — СПб, 2005.
- ↑ Старцев В. И. Русское политическое масонство начала XX века. — СПб., 1996. — С. 150.
- ↑ На путях к дворцовому перевороту. (Заговоры перед революцией 1917 г.). — Париж, 1931.
- ↑ Катков Г. М. Февральская революция (Гл. 1, 8).
- ↑ Яковцев Я. В. Что такое коррупция? // Тайны. — 2010. — 16 января.
- ↑ Уорт, 2006, Глава 1. Царская Россия и мировая война, с. 9
- ↑ 1 2 Головин Н. Н. Военные усилия России в Первой мировой войне. / В 2-х тт. — Париж: Тов-во объединённых издателей, 1939
- ↑ Истории России. XX век: 1894—1939 / Под ред. А. Б. Зубова — М.: Астрель-АСТ, 2010. — С. 368—369.
- ↑ 1 2 Давидсон А. Б. Февраль 1917 года. Политическая жизнь Петрограда глазами союзников // Новая и новейшая история, № 1, 2007.
- ↑ Катков Г. М. Февральская революция
- ↑ Шамбаров В. Е. Белогвардейщина. — М.: «Форт», 1996. — Глава «Империя перед гибелью».
- ↑ Спиридович А. И. Великая Война и Февральская Революция 1914—1917 гг. — Минск, «Харвест», 2004.
- ↑ Гурко В. И. Война и революция в России. Мемуары командующего Западным фронтом. 1914—1917. — М., «Центрполиграф», 2007.
- ↑ Керсновский А. А. История Русской армии. Мировая война.
- ↑ Winston Churchill. The World Crisis 1916—1918. Vol.1. — N.Y., 1927. — P. 227—228.
- ↑ Истории России. XX век: 1894—1939 / Под ред. А. Б. Зубова — М.: Астрель-АСТ, 2010. — С. 368.
- ↑ Февральская революция в России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2007. Архивировано из оригинала 22 ноябрь 2010 года. 2010 йылдың 22 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ История СССР. (XIX — начало XX в.). / Под ред. И. А. Федосова. — М., 1981. — С. 376.
- ↑ Ред. коллегия: Белова Л. Н., Булдаков Г. Н., Дегтярев А. Я. и др. Февральская революция 1917 // Санкт-Петербург. Петроград. Ленинград: Энциклопедический справочник. — М.: Большая Российская Энциклопедия. — 1992.
- ↑ Дмитренко В. П., Есаков В. Д., Шестаков В. А. История Отечества. XX век. — М., 1995. — С. 9.
- ↑ Геллер М., Некрич А. Россия в XX веке. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2011. 2012 йылдың 25 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Зеленов М. В. Становление аппарата ЦК и институт Секретаря ЦК РСДРП(б)-РКП(б) в 1917-1922 гг. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 29 июнь 2013 года. 2013 йылдың 29 июнь көнөндә архивланған.
<references> билдәһенең "tom1" исемле <ref> билдәһе үрҙәге текста ҡулланылмай.Әҙәбиәт
- Архив русской революции : В 12 т. / под ред. Г. В. Гессена. — М.: Терра, 1991.
- Гайда Ф.А. Либеральная оппозиция на путях к власти (1914 — весна 1917 г.). — М.: РОССПЭН, 2003. — 432 с. — ISBN 5-8243-0309-6.
- Катков Г. М. Февральская революция = Russia, 1917. The February Revolution. / пер. с англ. Н. Артамоновой, Н. Яценко — М.: Русский путь, 1997. — 419 с
- Локкарт. Агония Российской империи. — Алгоритм, 2016. — 1500 экз. — ISBN 978-5-906880-09-3.
- Мультатули П. В. Император Николай II и заговор 17-го года. Как свергали монархию в России. — М.: Вече. 2013. — 432 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-4444-1020-2.
- Мультатули П. В. Кругом измена, трусость и обман. Подлинная история отречения Николая II. — М.: Астрель, 2012. — 443 с. — 2000 экз. — ISBN 5-271-44514-3, ISBN 978-5-271-44514-9.
- Мультатули П. В. Николай II. Отречение, которого не было. — М.: АСТ, Астрель, 2010. — 640 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-17-064144-4, 978-5-271-26340-8.
- Николаев А.Б. Государственная дума в Февральской революции. — Рязань, 2002. — 302 с. — (Новейшая российская история. Исследования и документы. Т. 2.). — ISBN 5-94473-002-1.
- Островский А. В. Процветала ли Россия накануне Первой мировой войны?(недоступная ссылка) — СПб.: Полторак, 2016. — 252 с.
- Пайпс. Р. Русская революция. Кн. 1. Агония старого режима. — М., 2005.
- Парвус А. В борьбе за правду = Von Parvus. Im Kampf Um Die Wahrheit. — М.: Альпина Паблишер, 2017. — 147 с. — ISBN 978-5-9614-6465-8.
- Солженицын А. И. Размышления над Февральской революцией // Ленин в Цюрихе. Рассказы. Крохотки. Публицистика. — Екатеринбург: У-Фактория, 1999. — С. 591—634. — (Зеркало — XX век). — ISBN 5-89178-101-8.
- Уорт Р. Антанта и русская революция. 1917-1918 = Robert Warth. «The Allies and the Russian Revolution». — М.: Центрполиграф, 2006. — 276 с. — ISBN 5-9524-2511-9.
- Февральская революция 1917 // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Davidson N. How Revolutionary Were the Bourgeois Revolutions? — Chicago, Illinois: Haymarket Books, 2012. — P. 201, 205—207, 211—212, 222, 225, 226, 228—230, 243, 249—252 et ff.. — 812 p. — ISBN 978-1-60846-067-0.
- Moorhead A. The Russian Revolution. — New York, 1958.
- Tsuyoshi Hasegawa. The February Revolution, Petrograd, 1917: The End of the Tsarist Regime and the Birth of Dual Power. — Brill, 2017. — 731 с. — ISBN 9789004354937.
Һылтанмалар
- О причинах русской революции: неомальтузианская перспектива
- Александр Блок. Последние дни императорской власти
- Журнал заседаний Временного правительства. Март-апрель 1917 года. rar, djvu 2021 йылдың 23 август көнөндә архивланған.
- Историко-документальная выставка «1917 год. Мифы революций» 2009 йылдың 7 май көнөндә архивланған.
- Генрих Иоффе. «Почему Февраль? Почему Октябрь?»
- Милюков П. Н. История второй русской революции, София, 1921—1924 Вып. 1—3. (Переиздание — М., 2001; Минск, 2002).
- Суханов Н. Н. Записки о революции
- А. И. Солженицын. Размышления над Февральской революцией, 1983.
- Стенограмма обсуждения статьи Солженицына «Размышления над февральской революцией» 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- Фотографии Февраля 1917 г. и его действующих лиц
- Нефёдов С. А. Февраль 1917 года: власть, общество, хлеб и революция.
- Михаил Бабкин. «Старая» и «новая» государственные присяги
- Сайт, посвящённый Андрею Ивановичу Шингарёву.
- В. Л. Харитонов об интеллектуальных ресурсах Русской революции 1917 г. и современности
- Воспоминания офицера 1-го Пулемётного полка — Яна Яновича Селль-Бекман. «Манускрипт Селль». 1892—1945 гг.
- Мартынова А. Ю. Российское студенчество и Февральская революция 2021 йылдың 23 август көнөндә архивланған..
- «В политике творится нечто невероятное»: Документы ГАРФ о Февральской революции. 1917 г.
- Чапкевич Е. И. Русская гвардия в Февральской революции 2018 йылдың 21 ғинуар көнөндә архивланған. // Вопросы истории. 2002. № 9.
- Джулиани А. И. Запасной батальон Лейб-Гвардии 1-го Е.В, стрелкового полка в февральскую революцию. Флоренция. 1928 г.
- Кондзеровский П. К. Начало конца. Париж, рукопись.
| Хронология революции 1917 года в России | |||
|---|---|---|---|
|