10 июнь
10 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 161-се (кәбисә йылында 162-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 204 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Геральдика көнө.
- Һөнәрселек көнө.
- Бөтә донъя туңдырма көнө.
- Модерн көнө.
- Шариклы ручканың тыуған көнө.
Милли
Молдавия: Сик һаҡсылары көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының Матбуғат хеҙмәте һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш подразделениелары көнө.
- 1610 йыл: Голландиянан тәүге күскенселәр Төньяҡ Америкалағы Манхэттен утрауына барып етә.
- 1793 йыл: Францияла донъялағы тәүге зоопарк асыла.
тулы исемлек
- 1865 йыл: Мюнхендың Милли театрында Рихард Вагнерҙың «Тристан һәм Изольда» музыкаль драмаһының премьераһы була.
- 1909 йыл: Донъяла тәүге тапҡыр бәлә-ҡаза сигналы «SOS» ҡулланыла.
- 1921 йыл: Яҙыусы Лев Толстойҙың «Ясная Поляна» дәүләт музей-усадьбаһы эшләй башлай.
- 1931 йыл: Мәскәү менән Ленинград араһында «Красная стрела» поезының хәрәкәте башлай.
- 1934 йыл: Ишембай эшселәр ҡасабаһына нигеҙ һалына, 1940 йылда ул ҡала статусын ала.
- 1935 йыл: АҠШ-тың Балтимор ҡалаһында бөгөн күп илдәрҙә таралыу алған «Аноним алкоголиктар» берләшмәһе теркәлә.
- 1945 йыл: Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмө ҡуйылған бурыстарын тормошҡа ашыра башлай.
- 2010 йыл: III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөхәмәтйәров Әхмәҙей Мөхәмәҙи улы (1900—15.11.1980), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1929 йылдан хәҙерге Әбйәлил районы «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозы тракторсыһы, «Урал» һәм «Йәнгел» совхоздарының бүлексә идарасыһы, 1937 йылдан «Интернационал» һәм Молотов исемендәге, 1945—1960 йылдарҙа — XXII партсъезд исемендәге колхоз рәйесе. Ленин ордены кавалеры (1930). Сығышы менән ошо райондың Ҡушый ауылынан.
- Шәфиев Гәрәй Гәрәй улы (1920—1996), мәғариф хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957 йылдан Күгәрсен районы Мораҡ урта мәктәбе директоры, 1972—1978 йылдарҙа район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Яңыбаев Абдулла Сәмиғулла улы (1920—12.11.1982), агроном, ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән лейтенант. 1939 йылдан ВЛКСМ-дың Мәсетле район комитетының эштәр идарасыһы, 1947 йылдан «Мәсәғүт» совхозы машинисы, 1949 йылдан — партком секретары, 1959 йылдан — директор урынбаҫары, 1-се бүлексә агрономы, эшселәр комитеты рәйесе, 1965 йылдан — 1-се бүлексә идарасыһы, 1975—1982 йылдарҙа — Әләгәҙ ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1975), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1980). Сығышы менән ошо райондың Кесе Ҡыҙылбай ауылынан.
- Горошек Павел Антонович (1925—19.10.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, мотоуҡсылар батальоны санитары, рядовой. 1950 йылдар аҙағынан — 1980 йылдарғаса Белорус ССР-ы Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәре, подполковник, артабан республиканың юстиция министры. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Николаевка ауылынан.
- Батталов Марат Сәләх улы (1930), инженер, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1954 йылдан Туймазы РТС-ының участка механигы, баш инженеры, директоры, 1959 йылдан — КПСС-тың Күгәрсен район комитетының икенсе секретары, 1960 йылдан Белорет колхоз-совхоз производство идаралығы начальнигы, 1965 йылдан — КПСС-тың Күгәрсен район комитетының беренсе секретары, 1975—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ит комбинаты директоры. Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе (1971—1975) һәм туғыҙынсы (1975—1980) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Исламов Рәшит Сәхипкамал улы (1930—10.08.1988), сыр яһау оҫтаһы. 1967—1988 йылдарҙа Бәләбәй һөт комбинаты эшсеһе. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1986). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Ташлытамаҡ ауылынан.
- Репин Николай Николаевич (1930—1.12.2006), инженер-нефтсе-ғалим. 1957 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре, 1959 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1963 йылдан — лаборатория мөдире, 1970 йылдан — бүлек мөдире. 1974 йылдан Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ғилми тикшеренеү институтының лаборатория мөдире, 1986—1990 йылдарҙа «Союзнефтеотдача» ғилми-производство берекмәһенең бүлек мөдире (Өфө). Техник фәндәр докторы (1968), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972), СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1968). СССР Министрҙар Советы премияһы (1981) һәм И. М. Губкин исемендәге премия (1983) лауреаты. Сығышы менән Грозный ҡалаһынан.
- Сәләх Суҡбаев (1935—17.02.2021), журналист, радио һәм телевидение хеҙмәткәре. 1964 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), СССР-ҙың телевидение һәм радио отличнигы (1984), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Нөрлө ауылынан.
- Ямантаев Ғәбит Ғаббас улы (1935), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1953 йылдан Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз механизаторы, 1975—1995 йылдарҙа — «Таналыҡ» колхозы комбайнсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың хәҙер бөткән Ольховка руднигы ҡасабаһынан.
- Хөсәйенов Яльяс Ислам улы (1940), төҙөлөш тармағы хеҙмәткәре. 1961—2000 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Башнефтезаводстрой» тресының Тимер-бетон изделиелар заводы эшсеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Аҡсурин Басир Ғәйфулла улы (1945), ғалим-философ. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (1996), философия фәндәре докторы (2004).
- Борисов Константин Алексеевич (1945), энергетик-инженер, энергетика тармағы, партия, урындағы башҡарма, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1992—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
- Фёдоров Валерий Яковлевич (1950), инженер, автотранспорт һәм төҙөлөш тармағы, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1993—2010 йылдарҙа Ағиҙел ҡалаһының хакимиәт башлығы. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2005) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2000), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2010). Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән ошо райондың Наумкин ауылынан.
- Ғәйфуллина Эльвира Хәйретдин ҡыҙы (1955), музыкант, хор дирижёры. 1984—2013 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының баш хормейстеры. Бер үк ваҡытта 1980 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994—2001 йылдарҙа хор дирижёрлау кафедраһы мөдире. 1989 йылдын СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Фирзинә Абдуллина (1965), йырсы. 1992 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала филармонияһы һәм Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры йырсыһы, 2009 йылдан — Өфө ҡала мәҙәниәт һарайының вокалсы-артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2005). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе Яңы юл ҡасабаһынан.
- Емельянова Галина Валентиновна (1965), спортсы, тренер, йәмәғәтсе. Өфө ҡалаһындағы 32-се спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры. Башҡортостан Республикаһының спорт аэробикаһы буйынса йыйылма командаһының өлкән тренеры һәм Спорт аэробикаһы федерацияһы президенты. Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Юғары категориялы тренер, Бөтә Рәсәй категорияһындағы спорт судьяһы. Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Дүшәмбе ҡалаһынан.
- Юхина Татьяна Геннадьевна (1965), төҙөүсе-инженер. Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Инвестиция-төҙөлөш комитетының смета төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2021).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Протвинь Иван Степанович (1926—18.08.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусыһы, ефрейтор. Советтар Союзы Геройы (1945 йыл, үлгәндән һуң).
- Мөхәмәтйәнов Ишбулды Хәйелҡул улы (1941), механизатор. Көйөргәҙе районы «Искра» колхозының элекке тракторсы-машинисы. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механиаторы һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Үрге Баба ауылынан.
тулы исемлек
- Сәлимгәрәева Зилә Зәкәриә ҡыҙы (1941), табип-терапевт. 1969 йылдан Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының терапея бүлеге мөдире, 1997 йылдан —участка терапевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән ошо райондың Имәнлеҡул ауылынан.
- Ниәтшин Тимерйән Әбдрәхим улы (1946), инженер-электрик, шағир. 1994 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Рәхимова Венера Тимерхан ҡыҙы (1946), ҡурсаҡ театры артисы. 1967—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры. 1975 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984), СССР халыҡтары милли драматургияһының Бөтә союз фестивалы дипломанты (Горький ҡалаһы, 1978).
- Ғафаров Руслан Муллабай улы (1951), инженер-төҙөүсе, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1994—2003 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңыбай ауылынан.
- Фәттәхов Венер Әхнәф улы (1956), эске эштәр органдары хеҙмәткәре, отставкалағы милиция полковнигы, шағир, популяр йырҙар авторы, драматург. 2014 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы (1971), уҡытыусы, журналист. 2002 йылдан Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез районының «Көнгәк» гәзите корректоры, тәржемәсеһе, 2006 йылдан — бүлек мөдире. 2006 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).
- Закирова Нэлли Эрик ҡыҙы (1971), ғалим-кардиолог. 2007 йылдан Өфөләге 21-се дауахананың баш табип урынбаҫары, 2008 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2010 йылдан БДМУ-ның Дипломдан һуң белем биреү институтында клиник функциональ диагностика кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Туйкин Фазыл Кәрим улы (1887—15.02.1938), яҙыусы, драматург, фольклорсы, мәҙрәсә мөғәлиме. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 30.10.1897—10.07.1938), СССР-ҙың дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1930—1931 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары, 1931—1937 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 2-се секретары. Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Ғабдрахимов Нәүбәт Ғабдулла улы (1937—6.06.2003), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1963 йылдан Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто директоры; 1974—1984 һәм 1987—1998 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының мәҙәниәт һәм техника һарайы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Дөмәй ауылынан.
- Ҡужагилдин Иҙрис Йосоп улы (1937—6.07.2010), малсы. 1960—1995 йылдарҙа Хәйбулла районы Салауат исемендәге колхоздың мал ҡараусыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Сығышы менән ошо райондың Ибраһим ауылынан.
- Моратшина Рәсимә Ҡәлим ҡыҙы (1937), малсы. 1954—1994 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Буҙыҡай ауылынан.
- Ҡарабаева Рәйлә Носрат ҡыҙы (1942), педагог. 1968—2000 йылдарҙа Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се мәктәп уҡытыусыһы, директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Туҡтамышев Ғәфүр Ғиләз улы (1942), нефтехимик. 1960—1985 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2002) һәм Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (2000). Октябрь Революцияһы (1980) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Фәттәхов Рафаэль Сәлихан улы (1942—1.03.2015), ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. Кушнаренко район хакимиәтенең элекке башлығы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Райондың почётлы гражданы (2012).
- Шерышев Владимир Дмитриевич (1947), инженер-механик. 1994 йылдан «Цветы Башкирии» хужалығының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999), Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре.
- Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы (1952—14.05.1996), бейеүсе, балетмейстер. 1973—1974 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1977 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының балет артисы, 1985 йылдан — Сибай ҡалаһы Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайының халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, 1989 йылдан — Баймаҡ район мәҙәниәт һарайы методисы, 1993 йылдан — «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Күсей ауылынан.
- Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (1952), шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1991—1995) һәм Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008). Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар Йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (2017). 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.
- Шәрифуллина Миңзифа Йәнборис ҡыҙы (1957), Ҡыйғы районының «Умырзая» ансамбле ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡотлогилдин Мырҙабай Мырҙагилде улы (1918—10.07.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының айырым элемтә эскадроны телефонисы, гвардия сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
- Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы (1938), театр актрисаһы. 1961 йылдан Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актёры. Башҡортостан Республикаһының (1996) һәм Татар АССР-ының (1988) халыҡ артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылынан.
тулы исемлек
- Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы (1948), әҙәбиәт белгесе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, балалар яҙыусыһы, телевизион тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
- Тамара Искәндәриә (Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы; 1958), шағир, тәржемәсе, журналист. 2010—2020 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар, 2004 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
- Йоносова Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы (1958), педагог. 1979 йылдан хәҙерге Баймаҡ интернат—лицейы уҡытыусыһы, 1992 йылдан директорҙың уҡыу-тәрбиә, 1993 йылдан — фәнни-методик, 1998 йылдан — тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылынан.
- Вәлиев Риф Миңлеғәриф улы (1963), педагог. Ауырғазы күп профилле колледжының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мостафа ауылынан.
- Киршина Лиана Рәйеф ҡыҙы (1968), сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 2015 йылдан Нефтекама яһалма күн берекмәһенең генераль директоры. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Сухарев Иван Константинович (1978), юрист. Рәсәй Федерацияһының алтынсы (2011—2016), етенсе (2016—2021) һәм һигеҙенсе (2021 йылдан) саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Смирнов Алексей Петрович (1899—10.03.1974), археолог-ғалим. Тарих фәндәре докторы (1944), профессор (1951). Урал-Волга буйының фин‑уғыр һәм төрки халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттарҙың археологияһын һәм боронғо тарихын өйрәнеүсе. Татар (1959) һәм Сыуаш (1958) Автономиялы Республикаларының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Мурманский Адольф Андреевич (1924—2.09.2002), иҡтисадсы-ғалим, комсомол, партия, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия подполковнигы. 1973 йылдан Башҡорт АССР-ының Статистика идаралығы начальнигы, 1982—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Сыуаш Республикаһының Урмар районы Мусирма ауылынан.
- Фәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы (1924—6.04.1987), малсы, йәмәғәтсе. 1954—1979 йылдарҙа Баймаҡ районы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы һауынсыһы. РСФСР-ҙың етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1963). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Үрге Иҙрис ауылынан.
тулы исемлек
- Вәлишина Зөләйхә Шәһит ҡыҙы (1929—2016), малсылыҡ хеҙмәткәре. Күгәрсен районы «Исем» совхозының элекке һауынсыһы һәм ферма мөдире. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. СССР-ҙың почётлы доноры.
- Ямалетдинов Марат Фәсхи улы (1929—1994), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының элекке механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Мельников Алексей Фёдорович (1949), тау эшсеһе. 1972—1998 йылдарҙа Күмертау разрезының роторлы экскаватор машинисы ярҙамсыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған шахтёры (1985), күмер сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1998). III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Подгорный ауылынан.
- Сиражетдинов Фәрит Хәмит улы (1949), зоотехник-ғалим, иҡтисадсы, ауыл хужалығы, партия һәм дәүләт органдары, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Өсбүләк ауылынан.
- Суфиянова Нәсимә Фәтих ҡыҙы (1949—2012), тел белгесе-ғалим. 1973—2001 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
- Әхтәмов Риф Ғабдрахман улы (1949), төҙөүсе-инженер. «Востокнефтезаводмонтаж» тресының элекке участка начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Сәфәрғолова Фирүҙә Исмәғил ҡыҙы (1964), музыка белгесе, сәнғәт фәндәре кандидаты (2006).
- Сөләймәнова Гүзәл Наил ҡыҙы (1979), балет артисы. 1994 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы (2000) лауреаты.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1729 йыл: Бибиков Александр Ильич, Рәсәй империяһының дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, генерал-аншеф.
- 1865 йыл: Фредерик Кук, АҠШ-тың тикшеренеүсе диңгеҙ сәйәхәтсеһе.
тулы исемлек
- 1870 йыл: Сергей Спасокукоцкий, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хирург-ғалимы, академик.
- 1880 йыл: Андре Дерен, Франция рәссамы, график, театр декораторы, скульптор һәм керамист.
- 1895 йыл: Иммануил Великовский, АҠШ ғалимы, физик һәм тарихсы, сығышы менән Рәсәй империяһынан.
- 1895 йыл: Хэтти Макдэниел, АҠШ киноактрисаһы, ҡара тәнле артистар араһынан «Оскар» премияһының беренсе лауреаты (1940).
- 1910 йыр: Хаулин Вулф (тулы исеме Честер Артур Бёрнетт), АҠШ йырсыһы.
- 1915 йыл: Сол Беллоу, АҠШ яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса 1976 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1922 йыл: Джуди Гарленд, Америка кино актёры, йырсы.
- 1925 йыл: Элий Белютин, СССР һәм Рәсәй рәссамы, педагог, сәнғәт белгесе.
- 1925 йыл: Ефим Гамбург, СССР-ҙың режиссёр-мультипликаторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986).
- 1930 йыл: Илья Глазунов, СССР һәм Рәсәй рәссамы, Сәнғәт академияһы академигы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1980).
- 1965 йыл: Элизабет Хёрли, Англия актрисаһы, продюсер.
- 2008 йыл: Сыңғыҙ Айытматов, СССР] һәм Ҡырғыҙстан яҙыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).