Ғәйфуллина Эльвира Хәйретдин ҡыҙы

Эльвира Хәйретдин ҡыҙы Ғәйфуллина (рус. Эльвира Хайретдиновна Гайфуллина; 1950 йылдың 10 июне, Яңауыл, Башҡорт АССР-ы) — хор дирижёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989 йылдын СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).

Биографияһы

Ғәйфуллина Эльвира Хәйретдин ҡыҙы 1950 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Яңауыл ҡасабаһында[1] тыуған[2]. Атаһы Хәйретдин Ямалетдин улы Яңауыл район советы башҡарма комитеты рәйесе, әсәһе Рабиға Ғибәҙәтулла ҡыҙы балалар баҡсаһы мөдире була.

Урта белем алғандан һуң, Өфөләге 2-се музыка-педагогия училищеһына уҡырға инә, уны тамамлағас, уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһының киске бүлегендә 3-сө курста дауам итә.

1976 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының «хор дирижеры» бүлеген (Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт фәне кандидаты, профессор М. П. Фоменков класы) тамамлай. 1985 йылда — Гнесиндәр исемендәге Рәсәй музыка академияһында аспирантураны (фәнни етәкселәре — СССР-ҙың халыҡ артисы, М.Глинка исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, профессор В. Минин һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Л. Попова) тамамлай.

1980 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында хор дирижирләү кафедраһында уҡыта. 1994—2001 йылдарҙа кафедраны етәкләй. Профессор (1997).

1984 йылда хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрына баш хормейстер сифатында эшкә саҡыралар. Бер үк ваҡытта Екатеринбург дәүләт академия опера һәм балет театрының баш хормейстеры булып эшләй.

1995 йылда режиссёр Д. Әбсәләмова менән хеҙмәттәшлектә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балалар хор студияһын аса.

2025 йылдың 9 ноябрендә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында хормейстер Эльвира Ғәйфуллинаның бенефисы булды. «Виват, хормейстер!» тип аталған кисә уның 75 йәшлек юбилейына арналды[3].

Ижады

Эльвира Ғәйфуллина — милли, рус, сит ил классикаһының 50-нән артыҡ спектаклдәрендә хор күренеше постановкалары авторы. Иң әһәмиәтле эштәре араһында: «Трубадур», «Аида», «Травиата», «Риголетто» һәм «Дон Карлос» (Дж. Верди), «Фауст» (Ш.Гуно), «Кармен» һәм «Ынйы эҙләүселәр» (Ж.Бизе), «Кәмитселәр» (Р.Леонкавалло), «Мадам Баттерфляй» (Дж. Пуччини), «Евгений Онегин», «Пиковая дама», «Мазепа», «Иоланта» (П.Чайковский), «Кенәз Игорь» (А.Бородин), «Алеко» (С.Рахманинов), «Ҡарһылыу» (Н.Римский-Корсаков), «Салауат Юлаев», «Шәүрә», «Ҡаһым-түрә», «Аҡмулла», «Урал илселәре» (З.Исмәғилов), «Ай тотолған төндә» һәм «Мemento» (С.Низаметдинов), «Ябалаҡ» (И.Штраус) һәм башҡалар. Эльвира Ғәйфуллинаның концерт репертуарында вокаль-симфоник әҫәрҙәр: «Хәрби реквием» (Б.Бриттен), «Реквием» (Дж. Верди), «Stabat Mater» (Дж. Россини), «Сергей Есенин иҫтәлегенә поэма» (Г.Свиридов), «Степан Разинды язалау», Унөсөнсө симфония, «Антиформалистик раёк» (Д.Шостакович), Л.Бетховендың Туғыҙынсы симфонияһы, С.Рахманиновтың хор һәм оркестр өсөн «Өс рус халыҡ йыры», «Александр Невский» һәм «Иван Грозный» (С.Прокофьев), «Грек Зорба» (М.Теодоракис), «Carmina Burana» (К.Орф) һәм башҡалар. 2007 йылдың декабрендә Э.Ғәйфуллинаны Өфө ҡалаһының «Мираҫ» муниципаль фольклор йыр һәм бейеү ансамбленың баш хормейстеры итеп тәғәйенләйҙәр. Театр труппаһы менән бергә гастролдәргә Төркиәгә (1999), Египетҡа (2003), Португалияға (2006), Таиландҡа (2006, 2008) бара. 2003 йылда Төркиәнең берләштерелгән театрҙары дирекцияһы саҡырыуы буйынса Анкара опера һәм балет театрында, 2006—2008 йылдарҙа — Екатеринбург опера һәм балет театры сәхнәһендә эшләй. Э. Ғәйфуллина етәкселегендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә хор бенефисы һәм хор музыкаһы концерттары үтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994)
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009)

Ғаиләһе

Ире Эдуард Зөфәр улы Ғәйфуллин — театрҙың фагот төркөмө концертмейстеры, улдары Рәмил (1970 йылғы) — Эске эштәр министрлығының Шәхси именлек идаралығының бүлек башлығы, Тимур (1979 йылғы) — «Дельрус» компанияһында экономика һәм маркетинг буйынса белгес, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында хор концертмейстеры. Ейәндәре Морат, Булат, Самат һәм ейәнсәре Софья.

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Яңауыл ҡалаһы
  2. М. П. Фоменков. Ғәйфуллина Эльвира Хәйретдин ҡыҙы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2025.
  3. Лейла Аралбаева. В Уфе состоялся бенефис хормейстера Эльвиры Гайфуллиной. Юбилейный вечер «Виват, хормейстер!» был посвящен её 75-летию. ИА «Башинформ» (10 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2025. (рус.)