Протвинь Иван Степанович
Иван Степанович Протвинь (1926 йылдың 10 июне, Бәләбәй районы — 1944 йылдың 18 авгусы, Литва Совет Социалистик Республикаһы) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусыһы, ефрейтор. Советтар Союзы Геройы (1945 йыл, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Протвинь Иван Степанович 1926 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Ключи‑Колос ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының Аксаков ауылы составында (рус.)баш.) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. Аксаков урта мәктәбен тамамлай һәм армияға тиклем Куйбышев тимер юлының ултыртылған ағастарҙы һаҡлау дистанцияһында хисапсы булып эшләй[1].
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына И. С. Протвинь 1943 йылдың көҙөндә Бәләбәй район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла һәм снайперҙар мәктәбенә ебәрелә. Шунда уҡ ул танкка ҡаршы ҡоралды үҙләштерә. Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта ефрейтор И. С. Протвинь 1944 йылдың июленән 1379-сы уҡсылар полкының танкка ҡаршы ҡоралды тоҫҡаусы вазифаһында (87-се уҡсылар дивизияһы, 51-се армия, 1-се Балтик буйы фронты).
1944 йылдың 5 июлендә Шяуляй операцияһы башлана, уның барышында 51-се армия частәре Паневежис һәм Шяуляй ҡалаларын азат итә. Операция һөҙөмтәһендә Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре, немец армияһының «Төньяҡ» төркөмөн бүлеп, Рига ҡултығы ярына сыға. 1944 йылдың авгусында немец командованиеһы ҡамауҙағы төркөмөн сығарыу маҡсаты менән Балтика буйында көслө ҡаршы һөжүм аса. 51-се армия позициялары (рус.)баш. Шяуляу янында вермахтың өс пехота һәм ете танк дивизияһы һөжүме аҫтында була. 1944 йылдың 18 авгусында 1379-сы уҡсылар полкы оборона участкаһында литва ҡасабаһы Круопяй янында немецтар алышҡа 14-се танк дивизияһы составынан 100-ҙән ашыу танк һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаларын, өс батальон пехотаһын ташлай. Яуҙа бронебойщик И. С. Протвинь дошмандың ике танкыһын сафтан сығара, әммә бер «Тигр» полктың оборона һыҙығына үтә. Ефрейтор Протвинь гранаталар бәйләме менән дошман танкыһының гусеницаһы аҫтына ташлана һәм үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, уны шартлата. Иван Протвинь Литва Республикаһының Жагаре ҡалаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнә (элекке граф Нарышкин усадьбаһы паркы, 10-сы ҡәбер)[2].
1945 йылдың 24 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы ефрейтор Протвинь Иван Степанович үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (24.03.1945, үлгәндән һуң);
- «Алтын йондоҙ» миҙалы (24.03.1945, үлгәндән һуң);
- Ленин ордены (24.03.1945, үлгәндән һуң).
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Протвинь Иван Степановичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль (рус.)баш. районы Бәләбәй ҡалаһының 1-се гимназияһы автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[4][5][6];
- Башҡортостан Республикаһы Аксаков ауылындағы урам Советтар Союзы Геройы Протвинь Иван Степанович исеме менән аталған.
- Протвинь урамындағы Герой йәшәгән 39-сы йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған:
Был йортта Советтар Союзы Геройы Иван Степанович Протвинь йәшәгән[7]
- И. С. Протвинь исемен Аксаков ауылының 41-се урта мәктәбе йөрөтә. Мәктәп бинаһына шулай уҡ мемориаль таҡтаташ ҡуйылған:
Был мәктәптә Советтар Союзы Геройы Иван Степанович Протвинь уҡыған, 1926 йылдың 6 июнендә тыуған. 28.08.1944 й. һәләк булған
Иҫкәрмәләр
- ↑ И. Ғ. Кәримова. Протвинь Иван Степанович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2026.
- ↑ Протвинь Иван Степанович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Противень Иван Степанович. Министерство обороны Российской Федерации. Сайт «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ В Белебее гимназии № 1 присвоено имя Героя Советского Союза Ивана Протвиня. Сетевое издание «Официальный сайт Всероссийской общественной организации «Боевое братство» (18 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Белебеевский муниципальный район. Перечень мемориальных досок 2016 йылдың 18 август көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2026)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Лицом на запад. — Уфа, 1972.
- Свердлов Фёдор Давыдович. Фронтовыми дорогами Литвы. — Вильнюс: Минтис, 1985. — 160 с.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Протвинь Иван Степанович (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2026)
- Сайт Дзен. Ему было восемнадцать. Галерея славы: Иван Степанович Протвинь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2026)
- Башкирский Республиканский музей боевой славы. Герои Советского Союза. Башкортостан / Протвинь Иван Степанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2026)
- Управление по делам архивов Республики Башкортостан. Фотолетопись подвига уроженцев Башкортостана. Комплекс архивных документов, кино-, фотоматериалов, посвященных Великой Отечественной войне (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2026)
- Информационный портал AZ-libr.ру: Библиотека — «Люди и книги». Протвинь Иван Степанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2026)
- Сайт «UFA.RU — Уфимский городской портал». Среди башкирских железнодорожников — три Героя Советского Союза (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2026)
- Сайт газеты «Гудок». Последний герой. Иван Протвинь погиб, уничтожив «тигра» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2026)
- Официальный сайт движения «Бесмертный полк». Иван Степанович Протвинь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2026)