18 август
18 август — рәсми календарь буйынса йылдың 230-сы (кәбисә йылында 231-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 135 көн ҡала.
| ← август → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | |||||
| 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
| 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
| 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
| 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
| 31 | ||||||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ҡаҙағстан: Сик һаҡсылары көнө.
Ҡырғыҙстан: Хәрби авиация көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Географтар көнө.
- Һауа Флоты көнө.
Тажикстан: Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө.
Әзербайжан: Сик һаҡсылары көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1586 йыл: Өфө ҡала статусын ала. Тарихи Башҡортостан территорияһында Өфө өйәҙе ойошторола.
- 1682 йыл: Ун йәшлек Пётр I Бөйөк Рәсәй батшаһы итеп иғлан ителә.
тулы исемлек
- 1782 йыл: Санкт-Петербургта Пётр I-гә «Баҡыр һыбайлы» һәйкәле асыла.
- 1845 йыл: Рәсәй География йәмғиәте ойошторола.
- 1900 йыл: Рәсәй империяһы инженеры Константин Перский дөйөм ҡулланылышҡа «телевидение» һүҙен тәҡдим итә.
- 1955 йыл: Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының I съезы эш башлай.
- 1994 йыл: Башҡортостан һәм Абхазия араһында «Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла.
Был көндә тыуғандар
- Иосиф (донъяуи исеме Богословский Иван Иванович; 1800—19.02.1892), Православие дине әһеле. 1829 йылдан Мәскәү дини семинарияһы уҡытыусыһы, 1834 йылдан — ректоры, бер үк ваҡытта 1835 йылдан Мәскәүҙәге Заиконоспас монастыры настоятеле, 1849—1853 йылдарҙа Ырымбур һәм Өфө епискобы. Дини тәғлимәт кандидаты (1828). Архиепископ (1860), архимандрит (1833). Сығышы менән хәҙерге Ярославль өлкәһе Гаврилов-Ямский районының Кобыльское ауылынан.
- Басманов Гавриил Иванович (1920—1.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар ротаһы элемтәсе-радисы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Покровка ауылынан.
тулы исемлек
- Рождественский Александр Петрович (1920—12.12.2007), геолог-ғалим, йәмәғәтсе. 1952 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1954 йылдан сектор мөдире, 1968—2007 йылдарҙа лаборатория мөдире, баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1961—1974 йылдарҙа — Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты, 1971—1973 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. 1965—1992 йылдарҙа СССР География йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе. Геология-минералогия фәндәре докторы (1967), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Рус география йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1980). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Арҡаҙаҡ ҡалаһынан.
- Мушкина Светлана Леонидовна (1950), тележурналист, йәмәғәтсе. 1974 йылдан (өҙөклөктәр менән) «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995 йылдан «Яңы» студияның директор урынбаҫары, 1998 йылдан — етәксеһе, 1999 йылдан 3-сө канал ижади берекмәһе етәксеһе урынбаҫары, 2001 йылдан спорт күңел асыу программаларының баш мөхәррире, нәфис тапшырыу редакцияһының баш мөхәррире. 2010 йылдан — баш белгес, профсоюз ойошмаһы рәйесе. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шилов Сергей Леонидович (1955), хирург-ғалим. 1979 йылдан Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһының «Булат» производство берекмәһенең медик-санитария бүлеге, 1997 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табибы, бер үк ваҡытта 2000 йылдан — БДМУ уҡытыусыһы, 2014 йылдан Өфөләге 43-сө поликлиника табибы. Медицина фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Юлыев Батыргәрәй Ғабдулмөхәмәт улы (1861—1915), уҡытыусы, этнограф, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1891 йылдан хәҙерге 1-се Этҡол ауылы уҡытыусыһы, урындағы урыҫ-башҡорт мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Башҡорттарҙың фольклорын, этнографияһын тикшереүсе, легенда, хикәйәт һәм риүәйәттәр йыйыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылынан.
- Ғәйнетдинов Фазыл Минһаж улы (1946), ғалим-хирург. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000 йылдан — колопроктология курсы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ютазы районы Аҡбаш ауылынан.
тулы исемлек
- Әмеров Фәнис Садиҡ улы (1946), дәүләт хеҙмәте һәм эске эштәр органдары ветераны. 1969—1997 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре; 1997—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, шул иҫәптән 1999 йылдан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары — Закондар сығарыу Палатаһы Рәйесе; 2003—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры урынбаҫары; 2004—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәйес урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан.
- Суханов Владимир Евгеньевич (1956—16.06.2011), комсомол һәм таможня органдары ветераны. 1978 йылдан Өфөләге С. М. Киров исемендәге производство берекмәһе инженеры, 1983 йылдан — ВЛКСМ комитеты секретары; 1984 йылдан — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Киров район комитетының беренсе секретары; 1994—2009 йылдарҙа Башҡортостан таможня идаралығы хеҙмәткәре. Таможня хеҙмәтенең отставкалағы полковнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылынан.
- Әхәтов Искәндәр Шәүкәт улы (1956), ғалим-физик-механик. 1982—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991 йылдан тотош мөхиттәр механикаһы кафедраһы мөдире, 2011 йылдан БДУ-ның Дисперслы системаларҙың микро һәм наномасштабтағы динамикаһы үҙәге етәксеһе; 2014 йылдан Сколково фән һәм технологиялар институтын Проектлау, производство технологиялары һәм материалдары үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2002). Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).
- Алтынбаев Рәнис Рәйес улы (1976), дәүләт, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, ҡурайсы-педагог, йырсы. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары.Филология фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019).
- Абдуллин Мөхәмәтғәли Усман улы (1922—1987), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Богданов Нәби Хәлимула улы (1927—17.11.2015), энергетик. 1959—1982 йылдарҙа Салауат ТЭЦ-ы машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Имай-Ҡарамалы ауылынан.
тулы исемлек
- Хафизов Назар Сабир улы (1942), инженер-технолог. 1966—2003 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1996 йылдан — генераль директорҙың производство буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1978), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Иманғол ауылынан.
- Вәлиева Рәйсә Мулләхмәт ҡыҙы (1947), малсы. 1972—2002 йылдарҙа Хәйбулла районы «Яңы юл» колхозы һауынсыһы. Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Аксёнов ауылынан.
- Хисамова Рәмзиә Ислам ҡыҙы (1947), театр актёры. 1966 йылдан (өҙөклөк менән) хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Бөтә Рәсәй драма спектаклдәре смотры дипломанты (Мәскәү, 1967). Шиғри әҫәрҙәр авторы.
- Каменев Егор Данилович (1952), инженер-төҙөүсе, муниципаль хеҙмәткәр. «Газ-Сервис» йәмғиәтенең «Кумертаугаз» филиалы директоры, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәй газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре.
- Мусина Гөлисә Марсель ҡыҙы (1967), ғалим-табип, невролог, эпилептолог һәм сомнолог. Медицина фәндәре кандидаты (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылынан.
- Горбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы (1923—20.11.2012), еңел сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1956—1974 йылдарҙа Өфөләге «Мир» тегеү фабрикаһының (аҙаҡ фирмаһының) тегеүсе-моторисы, смена мастеры һәм өлкән мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Яңы Һынташ ауылынан.
- Айсыуаҡов Шәйхислам Ғәҙелша улы (1943—25.09.2021), педагог, журналист. 1963 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире һәм директоры; 1981 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзитенең республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары, 1993—2008 йылдарҙа — Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсеһе. 1982 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Трахтенберг Орест Владимирович (1889—23.05.1959), философ-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә эвакуацияла булғанда (1943—1945) К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1944 йылдан — марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире. РСФСР Педагогия фәндәре академияһы академигы (1947). Философия фәндәре докторы (1939). Сталин премияһы лауреаты (1943). Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ҡолсонбаев Фәрит Кинйәбулат улы (1949—16.08.2021), ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1993—1999 йылдарҙа Хәйбулла районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 2001—2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Михайловка ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡәҙербаев Фуат Моталип улы (1949), тау инженеры-ғалим, нефтсе, педагог, йәмәғәтсе. 1985 йылдан Нефтекама быраулау эштәре идаралығы начальнигы, 2000—2019 йылдарҙа — Нефтекама нефть колледжы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1993). Нефтекаманың ике саҡырылыш (1984—1992) ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы (2004) нефтсеһе, Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2004). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Билән ауылынан.
- Хәмитов Рөстәм Зәки улы (1954),), инженер-механик-ғалим, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты, 2015—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Техник фәндәр докторы. Александр Невский, Почёт һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры.
- Нәҙерғолов Дәүләткирәй Хөсәйен улы (1959), музыкант, педагог. 1985 йылдан Йылайыр районы Ҡашҡар урта мәктәбенең музыка һәм Йылайыр балалар сәнғәт мәктәбе Ҡашҡар филиалының ҡурай класы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо райондың Ишбулды ауылынан.
- Подясев Николай Александрович (1959), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Мәләүез районы Салауат исемендәге колхоз бригадиры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013).
- Хәлитов Динар Дитар улы (1959), архитектор, дәүләт органдары хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (2004). Рәсәйҙең почётлы архитекторы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
- Каншаева Светлана Анатольевна (1964), мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр йырсы. 1985 йылдан Мишкә районы Сабыҡ ауылы мәҙәниәт йорто методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Кәримов Рәшит Рушан улы (1969), педагог-ғалим, Афған һуғышында ҡатнашыусы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Физик культура һәм кеше сәләмәтлеге институты уҡытыусыһы, доцент. Педагогия фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Түбәнге Ысмаҡ ауылынан.
- 1750 йыл: Антонио Сальери, Австрия композиторы, дирижёр һәм педагог.
- 1810 йыл: Жюль-Жозеф Перро, Франция бейеүсеһе, балетмейстер.
тулы исемлек
- 1815 йыл: Александр Миддендорф, Рәсәй империяһының тәбиғәт фәндәре белгесе, сәйәхәтсе, Петербург Фәндәр академияһы ағзаһы.
- 1830 йыл: Франц Иосиф I, дәүләт эшмәкәре, 1848—1916 йылдарҙа Австрия императоры һәм 1867—1916 йылдарҙа Венгрия короле, Беренсе донъя һуғышын башлаусы.
- 1890 йыл: Вальтер Функ, Германия журналисы, иҡтисадсы.
- 1925 йыл: Брайан Олдисс, Англияның фантаст яҙыусыһы.
- 1940 йыл: Дмитрий Китаенко, дирижёр һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1945 йыл: Винс Мелоуни, Австралия музыканты, «Bee Gees» төркөмөнең элекке гитарисы.
- 1945 йыл: Владимир Мигуля, СССР композиторы, йырсы.
- 1950 йыл: Деннис Эллиотт, Британия музыканты, скульптор, «Foreigner» төркөмөнең элекке барабансыһы.
- 1980 йыл: Эстебан Матиас Камбьяссо Дело, Аргентина футболсыһы, милли йыйылма команданың ярым һаҡсыһы.
Был көндә вафат булғандар
Йыл көндәре