Трахтенберг Орест Владимирович
Трахтенберг Орест Владимирович (18 август 1889 йыл — 23 май 1959 йыл) — философ-ғалимы, диалектик һәм тарихи материализм, урта быуаттар, Яңы дәүер һәм яңы ваҡыт философияһы тарихы, рус философияһы тарихы өлкәһендә белгес. Философия фәндәре докторы, профессор.
Биографияһы
Орест Владимирович Трахтенберг Петроград университетын хоҡуҡ философияһы һөнәре буйынса тамамлай.1921 йылдан Мәскәүҙә эшләй, Н.К. Крупская исемендәге коммунистик тәрбиә академияһында һәм башҡа юғары уҡыу йорттарында уҡыта. «Тарихи материализм буйынса уҡытыусы менән әңгәмә» һәм «Диалектик материализм буйынса уҡытыусы менән әңгәмә» (1925) методик әсбаптары авторы, урта мәктәптәр өсөн тарих буйынса тәүге совет дәреслектәрен төҙөүҙә ҡатнаша [2]. 1939 йылдан — СССР ФА философия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре (1946—1949 йылдарҙа— философия тарихы секторы мөдире). МДУ философия факультетының сит ил философияһы тарихы кафедраһы профессоры (1943–1959)[3]. 1941 йылда урта быуат Көнбайыш Европа философияһы тарихы буйынса диссертация яҡлай. 1943 йылда философия фәндәре өлкәһендә өс томлыҡ «Философия тарихы» ғилми хеҙмәте өсөн беренсе дәрәжә Сталин премияһына лайыҡ була[4] (авторҙаштар менән; феодаль йәмғиәт философияһы бүлеге, Яңы дәүер, Конте, Милле тураһында бүлектәр һ. б. авторы)[5]. Премия Оборона фондына тапшырыла.Өфөлә эвакуацияла була, 1943—1945 йылдарҙа К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта (1944 йылдарҙа —марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире )[6].1945 йылда Мәскәүгә ҡайта, Мәскәү дәүләт университетында һәм СССР Фәндәр академияһының философия институтында эшен дауам итә. 1947 йылда РСФСР педагогия фәндәре академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана. 1952 йылдан КПСС ағзаһы
Төп хеҙмәттәре
- «Очерки по истории западноевропейской средневековой философии» (1957)
- «Очерки по истории философии и социологии Англии XIX в.» (1959)
- «Развитие материализма и его борьба против идеализма в период первых буржуазных революций (конец XVI – начало XVIII вв.). Лекции» (1956)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Философская Энциклопедия. В 5 т. под ред. Ф.В. Константинова 2015 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған. — М.: Советская энциклопедия, 1960-1970
- ↑ Летопись Московского университета
- ↑ Постановление Совета Народных Комиссаров СССР от 22.03.1943 № 341 «О присуждении Сталинских премий за выдающиеся работы в области науки за 1942 год»
- ↑ П.В. Алексеев. Философы России XIX-XX столетий (биографии, идеи, труды) — М., Академический проект, 2002
- ↑ Энциклопедия Башкортостана
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ТРАХТЕНБЕРГ Орест Владимирович (Тикшерелеү көнө: 17 август 2024)