Аҡбаш (Ютазы районы)
Аҡбаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Ютазы районы ауылы. Аҡбаш ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
Тарих
Аҡбаш (Ташкисеү) — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.
1808 йылда ауылда тәүге мәсет төҙөлә, икенсе мәсет 1867 йылда, ә өсөнсөһө 1915 йылда төҙөлә. ХХ быуат башында бында улус идаралығы, земство почта станцияһы, һыу тирмәне була.
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составында була[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет (XIX быуат аҙағы — XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы) бар[1].
Билдәле шәхестәре
- Миңлекәев Сәхәүетдин Кашафетдин улы — мәғрифәтсе-шағир.