Ташкисеү (Ютазы районы)

Ташкисеү — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Ютазы районы ауылы. Ташкисеү ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Әтәмбәй йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан төньяҡ-көнбайыштараҡ 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Ташкисеү — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1815 йылда Ҡырғыҙ улусы Аҡбаш ауылынан сыҡҡан 10 ғаилә тарафынан нигеҙләнгән[2]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Бәйрәкә улусы составына керә.

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составында була[1].

Халыҡ һаны

1834 йылда ир енесле 105 йән керҙәш башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1834192619381949195819701979198920022008
105297370407326290234160172182

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 582. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.