Кәрәкәшле (ауыл, Татарстан)

Кәрәкәшле — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Ютазы районы ауылы. Кәрәкәшле ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География

Ауыл йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан көньяҡ-көнбайыштараҡ км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Кәрәкәшле — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVII быуаттың икенсе яртыһында нигеҙләнгән[1]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Чекан улусы составына керә.

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составында була[1].

Халыҡ һаны

1795 йылда ауылда ир енесле 179 йән башҡорт, 12 йән яһаҡлы татар һәм 8 йән типтәр; 1834 йылда — 312 йән аҫаба башҡорт һәм 35 йән керҙәш башҡорт; 1859 йылда — 803 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәне йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
1795 1859 1886 1889 1897 1920 1926 1938 1949 1958 1970 1979 1989 2002 2010
213 803 1261 1335 1676 1958 2080 1532 1501 1021 1466 1269 977 869 799

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, крайҙы өйрәнеү музейы бар[1][3].

Билдәле шәхестәре

  • Батыршин Сирин Хәниф улы — шағир.
  • Зарипова Тәүзиха Гәрәй ҡыҙы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
  2. 1 2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 582. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. Краеведческий музей села Каракашлы