Байлар (Ютазы районы)

Байлар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Урыссу ауыл биләмәһе составына керә.

География

Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Байлар — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Яңы Байлар булараҡ Димтамаҡ, Әбсәләм һәм Илсембәт ауылдары башҡорттары тарафынан 1862 йылда нигеҙләнгән[2]. 12-се башҡорт кантоны, Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Байлар улусына ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.

1889 йылда мәсет теркәлгән[1].

1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, -1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].

Халыҡ һаны

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1889189719201926194919581970197919892000
320573648577657581639578474480

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Татарская энциклопедия.
  2. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 580. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.