Алабакүл
Алабакүл — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Димтамаҡ ауыл биләмәһе составына керә.
География
Тарих
Алабакүл (Алабуғакүл) — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Байлар улусына ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән; кирбес цехы эшләй. Ауылда башланғыс мәктәп, клуб бар[1].