Яңы Ҡаражерек

Яңы Ҡаражерек — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Иҫке Ҡаражерек ауыл биләмәһенә керә.

География

Ауыл Башҡортостан Республикаһы менән сик буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан төньяҡ-көнсығышҡа табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Яңы Ҡаражерек — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1910 йылдарҙа Иҫке Ҡаражерек ауылы башҡорттары тарафынан нигеҙләнә. Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Чекан улусы составында була.

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].

Халыҡ һаны

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
192019261938194919581970197919892002
430365345368336402311284259

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда клуб бар[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Татарская энциклопедия.
  2. История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 126. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6.