Иҫке Ҡаражерек
Иҫке Ҡаражерек — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Иҫке Ҡаражерек ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
Тарих
Иҫке Ҡаражерек — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Заһит түбәһенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Чекан улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда 2 мәсет теркәлгән; шаршамбы һайын баҙар, йәрминкә үткәрелгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].
Халыҡ һаны
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ, йәшелсәлек үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Татарская энциклопедия.
- ↑ История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 126. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 581-582. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.