Православие дине

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Православие дине
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Правосла́вие дине (православие-грек. ὀρθοδοξία[1] — һүҙмә-һүҙ «дөрөҫ данлау (Алланы)», тарихи, мәғәнәһе буйынса— «дөрөҫ фекер йөрөтөү»[2]) — беренсе меңйыллыҡта Византияла Бөтә донъя (христиан) соборҙары ваҡытында барлыҡҡа килгән христианлыҡтағы төп һәм иң боронғо йүнәлештәрҙең береһе [3][4][5][6]. Эйәреүселәре һаны буйынса католиктарҙан (1,25 млрд) һәм протестанттарҙан ҡала (800 млн) өсөнсө (300 млн кешегә яҡын)[7][8] урынды биләй.

Православие, сиркәү юлынан ситкә тайпылғандарҙан айырмалы (ересь), Изге Китапта һәм Изге Преданиела (греч. Ιερά Παράδοση, лат. Sacra Traditio, Изге Йола) һүрәтләнгән ысын Апостол дине булараҡ аңлатылған Православие сиркәүе тәғлимәте, был сиркәү административ бер-береһенән бойондороҡһоҙ автокефаль урындағы Сиркәүҙәр берләшмәһе (урындағы (поместная) Сиркәү дәүләт, административ сиктәр буйынса билдәләнә)[4] .

Православие Сиркәүе филиокванан (Изге рух «Ата һәм Улдан» тигән догматты танымай, тик «Атанан» ти) тыш Никея-Константинополь иман символын, ете Бөтә донъя соборы Догматик билдәләмәләрен һәм ҡарарҙарын таный, үҙен Иисус Христос (Ғайса пәйғәмбәр) нигеҙләгән һәм башында торған берҙән-бер кафолик (вселенская) сиркәү тип һанай[9][10][11]. .

Православие хәҙерге заманда түбәндәге илдәрҙә өҫтөнлөк иткән конфессия: Рәсәй, Балҡан ярым урауының бер өлөшө(Греция, Сербия, Болгария, Румыния, Төньяк Македония, Черногория), Украина, Белоруссия, Молдавия, Грузия, Кипр[12].

Килеп сығышы һәм терминдың дини асылы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихи яҡтан һәм дини әҙәбиәт буйынса «православие» кафолик сиркәү тарафынан рәсми хупланған тәғлимәт — ул мөртәтлеккә (ересь) ҡаршы ҡуйыла. Термин «гетеродоксия» («инославие») һүҙенә антоним булараҡ ҡулланыла, уның менән «башҡа», йәки төрлө сиркәү ниндәйҙер сәбәп менән фекерҙәрен кире ҡаҡҡан еретиктарҙың һәм остаздарҙың сиркәүгә ярашлы булмаған дини ҡараштары билдәләнә[13].

Христианлыҡ контекстында «православие» (греч. ὀρθοδοξία) II быуат апологеттары хеҙмәттәрендә үк осрай (мәҫәлән, Климент Александрийский[14]). Термин булараҡ мәғәнәһе Евсевий Кесарийский (III быуат) хеҙмәтендә нығытыла, беренсе тапҡыр рәсми рәүештә Халкидон (IV Вселенского) Соборы акттарында (451 йыл) теркәп ҡуйыла, Юстиниан заманында (VI быуат) «православие» һүҙе Евангелиеға һәм сиркәү тәғлимәтенә ярашлы тип табылған дини ҡараштарҙы билдәләү өсөн киң ҡулланыла[13].

Дини доктрина документтарында ҡайһы ваҡыт термин «кафоликос» (греч. καθολικός) мәғәнәһендә ҡулланылған. Был мәғәнәлә ул Рим-католик сиркәүе тарафынан литургия текстарында ла ҡулланыла[15], ә боронғо Көнсығыш Халкидон православие сиркәүҙәре өсөн ул уларҙың дөйөм атамаларының бер өлөшө булып тора[16].

Санкт-Петербург Император Дини Академияһы профессоры Н. Н. Глубоковский: «Православие»- дөрөҫ ғибәҙәт (ορθο-δοξία) («православие- есть „правое исповедание“ — ορθο-δοξία — потому, что воспроизводит в себе весь разумеемый объект, само видит и другим показывает его в „правильном мнении“ по всему предметному богатству и со всеми особенностями») тип билдәләй[17].

«Православие» терминын «Хоҙайҙы дөрөҫ данлау ысулы» (аллюзия к литургической практике) этимологик яҡтан нигеҙһеҙ тип[1][2] һәм мәғәнә яғынан дөрөҫ түгел тип табыла[18], шулай булһа ла популяр әҙәбиәттә һәм хатта сиркәү етәкселәре хеҙмәттәрендә[19] Lex orandi, lex credendi[en] (Молитва и вера неотделимы друг от друга) принциптарын еткереү тип ҡарау осраҡтары бар.

Дини тәғлимәтте булдырыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе ике Собор Константинополдә хакимлек иткән Берҙәм Рим империяһы императорҙары, ә ҡалғандары-Византия императорҙары (Көнбайыш Рим империяһы ҡолағас, 476 йылдан алып үҙҙәрен берҙән-бер законлы Рим императорҙары тип һанағандар) административ рәйеслеге аҫтында уҙалар.

Православие Сиркәүе берҙәм сиркәүҙең Бөйөк тарҡалышына (1054) тиклем бөтә тарихын үҙ тарихының бер өлөшө итеп ҡарай. Православие тәғлимәте Апостолдар осоронан (I быуат) башлана. Һуңыраҡ Бөтә донъя соборҙарының һәм ҡайһы бер Поместный соборҙарҙың «о́ростары» (һүҙмә-һүҙ — границы, вероучительные определения, догматик билдәләмә) менән билдәләнә. Православие Берҙәм сиркәү тарҡалғандан һуң Рим сиркәүе тарафынан саҡырылған соборҙар, мәҫәлән, хатта Көнсығыш партиархаттар вәкилдәре лә ҡатнашҡан Феррара-Флоренция соборы ҡарарҙарын да ҡабул итмәй.

Йыл Ваҡиға Һөҙөмтә
325  Беренсе Никея соборы Никея иман символы ҡабул ителә, был догмат буйынса Алла-Ул, Алла-Атай һәм Алла-Изге Рух— берҙәм Илаһ; Никея иман символын инҡар итеүсе арианлыҡ һәм башҡа тәғлимәттәр ғәйепләнә. Изге Бөйөк Афанасий ҙур роль уйнаған.
381 Беренсе Константинополь соборы (икенсе Бөтә донъя соборы Изге Рух Алла-Атай һәм Алла-Улға (Иисус Христос) тиң; Православиела үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейешле Никея- Константинополь Иман символы билдәләнә[20].
431  Өсөнсө (Эфесс) Бөтә донъя соборы 416 йылда Несторий менән Карфаген соборҙарында ғәйепләнгән Пелагий дини тайпылыштары (ереси) ғәйепләнә; Дева Мария (Мәрйәм Ананы) Аллаһ Анаһы (Богородица) тип атарға ҡарар ителә (грек. Θεοτόκος).
451 Дүртенсе (Халкидон) соборы Несторианлыҡ һәм монофизитлыҡ тайпылыштары (архимандрит Евтихий тайпылышы) ғәйепләнә. Иисус Христос- хаҡ Тәғәлә һәм ысын кеше, гонаһтан башҡа бөтә нимәлә лә ул беҙгә оҡшаш тигән догмат ҡабул ителә; Уның тик бер генә Илаһи Йөҙө бар-ипостась (Алла- Ул ) — Унда ике тәбиғәт (Илаһи һәм әҙәми) мәңгелеккә, тоташмайынса, айырылмаҫлыҡ һәм бүленмәҫлек итеп берләшкән («неслитно и неизменно, нераздельно и неразлучно») — Рим папаһы Лев I томосы (указ)[21].
553 Бишенсе Бөтә донъя соборы Апокатастасис (восстановление, бөтә кешене лә Ҡотолоу көтә) тураһындағы тәғлимәт ғәйепләнә, билдәле Антиохия мәктәбе белгесе Несторийҙың уҡытыусыһы Феодор Мопсуестийский шәхсән ғәйепләнә, уның бөтә хеҙмәттәре лә ғәйепләнә, несторианлыҡҡа яҡын торған Халкидон соборына тиклем яҙылған Феодорит Кирскийҙың ҡайһы бер хеҙмәттәре, Ива Эдесскийҙың бер хаты ғәйепләнә, бынан тыш Платон, Ориген, бик күп Александрия дини мәктәбенең юлынан барыусылар ғәйепләнә.
680 Алтынсы Бөтә донъя соборы Монофелитлыҡ ғәйепләнә. Көнсығышта Сиркәү ҡанундары хоҡуғын төҙөгән Трулль соборы Соборға ҡушыла.
VIII быуат уртаһы Иоанн Дамаскин («Точное изложение Православной веры») беренсе христиан дине тәғлимәтен системалаштыра[22].
787 Етенсе Бөтә донъя соборы Иконаға табыныу (иконопочитание) яңынан тергеҙелә (754 йылда Константинополь соборында анафемаға бирелгән, был собор ҡарарҙары юҡҡа сығарыла); Иконала һүрәтләнгән образға күрһәткән хөрмәт унда һүрәтләнеүсегә күсә, уға табыныусылар унда һүрәтләнгән шәхескә хөрмәт күрһәтә.
11 март, 843 Православие тантанаһы 843 йылғы Константинополь соборынан һуң иконаларҙы хөрмәтләүҙе яңынан тергеҙеү өсөн императрица Феодора саҡырған поместный соборҙа сиркәү байрамы ойошторола, ул «Торжество православия» (Православие тантанаһы) исеме аҫтында тарихҡа инә. Иконаларға ҡаршы булғандарға һәм башҡаи еретиктарға анафема уҡыла (ләғнәт). Был йола хәҙер ҙә йыл да Православие Танатанаһы Аҙнаһында башҡарыла (Бөйөк Посттың Беренсе аҙнаһында). Был йолалағы (чин) анафематизмдар һәм «многиелета» Сиркәү иманы Православие формулалары сифатында иҫәпләнә ала (грек. πίστις τῆς εκκλησίας).
879 Изге София ҡормаындағы поместный (гректарҙа Һигеҙенсе собор) собор Константинополь патриархы (Яңы Рим) Фотий I яңынан тәхетенә ултырыуы ; Көнбайышта Filioque ( «и от Сына», йәки Изге Рух Алла-Атанан ғына түгел, Алла-Улдан да) догматын ҡабул итеүҙе һәм Иман символдарында ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәрҙе ғәйепләү.
13351341 Святитель Григорий Палама менән Варлаам Калабрийский бәхәсе Подтверждение возможности созерцания человеком нетварного Фаворского света и непосредственного общения человека с энергиями Бога, единения с Ним и бесконечного Обо́жения.

Кеше ерҙә булмаған (нетварный) Фавор яҡтылығын күрә алыуы (Христостың ап-аҡ яҡтылыҡ сығанағына әйләнеүе, Преображение) һәм Алланың энергияһы менән туранан-тура аралаша алыуы, уның менән берләшеүе һәм сикһеҙ Ҡотолоу (обожение- Ҡотолоу синонимы) мөмкинлеге раҫлана.

Төп догматик һәм каноник положениелар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе Никея- Константинополь Бөтә донъя соборы Аталары (325) Иман Символы менән (381)

Догматика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дини тәғлимәт Изге Китап (Библия) һәм Изге Васыятҡа нигеҙләнә, һуңғыһына Бөтә донъя соборҙары ҡарарҙары инә. Ғибәҙәт ҡылған ваҡытта төп дргматик документ — Никея- Константинополь Иман символы Символ веры (филиоквеһыҙ (и от Сына)), уға ярашлы [23]:

  • Ҡотолоу «берҙән-бер Аллаға» ышаныу аша (Символдың 1-се ағзаһы).
  • Изге Троицалағы өс Йөҙҙөң дә тигеҙлеге: Алла-Ата, Алла-Ул, Алла-Изге Рух тигеҙ һәм Уларға бер төрлө сәждә ҡылырға һәм Уларҙы бер төрлө Данларға (Символдың 2, 8‑се ағзаһы), Алла-Ата менән Алла-Ул- бер үк.
  • Иисусҡа эйәрергә — уны Христо́с, Хоҙай һәм ваҡыт башланғансы уҡ Алла- Атанан тыуған Алла- Ул тип ғибәҙәт ҡылырға (Символдың 2‑се ағзаһы).
  • Илаһилыҡ (Боговоплощение) (Символдың 3‑сө ағзаһы).
  • Иисус кешеләр өсөн тәрелә ҡаҙаҡланған, Иисус тәне яңынан терелгән, Иисус Христостың Күккә Олғашыуы (Вознесение) һәм икенсе тапҡыр ергә килеүе, барлыҡ кешелектең дә яңынан тыуыуы (всеобщее воскресение) һәм «киләһе быуаттағы тормош» (Символдың 5, 6, 7, 11, 12‑сы ағзалары).
  • Изге Рухҡа ғүмер биреүсе һәм Алла- Атанан булған Хоҙай тип ғибәҙәт ҡылыу (Символдың 8‑се ағзаһы).
  • Сиркәү берҙәм, изге һәм кафолик (Бөтә донъя сиркәүе)(Символдың 9‑сы ағзаһы). Сиркәү башлығы — Иисус Христос (Еф. 5:23).
  • Гонаһтарҙан ҡотолоу өсөн бер тапҡыр суҡындырылыу (Символдың 10-сы ағзаһы).

Бынан тыш, I Бөтә донъя соборында Никея иман символы раҫлана, уның буйынса Изге Рух Алла-Ата һәм Алла-Ул менән бер, Алла-Ата- яҡтылыҡ, ә Алла-Ул — Яҡтылыҡтан булған Яҡтылыҡ. IV Бөтә донъя соборында (Халкидон иман символы) Иисустың ике тәбиғәте тураһында (илаһи һәм әҙәми) догмат раҫлана, VI Бөтә донъя соборында — Диофелитлыҡ (Иисус Христостың ике ихтыяры һәм ике эшмәкәрлеге тураһында догмат): илаһи һәм әҙәми ихтыяры һәм эшмәкәрлеге. VII Бөтә донъя соборында иконаларға табыныу тураһында догмат ҡабул ителә.

Төҙөлөшө һәм каноник нормалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп каноник нормалар һәм институттар:

-Руханилыҡ (клир) 3 кимәлдәге баҫҡыстан тора: епископ, пресвитер, диакон[24].Хәҙерге заманда православие клириктары —һәр саҡ ир кешеләр. Боронғо сиркәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар диаконисса дәрәжәһендә хеҙмәт иткән[комм 1]. Иерархияның законлылығының төп шарты— туранан-тура каноник законлы апостолдарҙан башлап дауам ителгән бер-бер артлы барған хиротония (рукополжение). Һәр бер епископ (ниндәй титулға эйә булыуға ҡарамаҫтан) үҙ епархияһында тулы каноник власҡа эйә. Ҡанундар һәм Изге Апостолдар ҡағиҙәләренең 6-сы ҡағиҙәһе изге рухани вазифаһындағы шәхестәргә доньяуи эштәрҙә халыҡ менән етәкселек итеүҙе тыя («вдаватися в народныя управления») (81-cе[25][26], шулай уҡ Ике тапҡыр йыйылған соборҙың 11-се ҡағиҙәһе һ.б.). Шулай ҙа тарихта айырым православие епископтарының дәүләт башында торғаны (б.э. I меңйыллыҡтағы православие динендәге Рим папалары, Бөйөк Новгородтағы архиепископ, Негоши династияһынан руханиҙар Черногорияла, Албания президенты Фан Ноли, Кипр президенты Макарий III), йәки гражданлыҡ власының күп вәкәләттәре менән файҙаланғаны билдәле (Константинополь Патриархтары Ғосман империяһында милет-баши, йәки солтандың православие динендәге подданныйҙарының этнархы була).

-Монахлыҡ институты. Уға ҡара руханиҙар инә, улар IV быуаттан башлап Сиркәү тормошонда ҙур роль уйнай. Ҡара руханиҙар Сиркәүҙә епископ хеҙмәтенә һайлана ала [24][27].

— Календарь буйынса билдәләнгән посттар (ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашауҙан, күңел асыуҙан ваҡытлыса тыйылып тороу): Бөйөк пост (40 көн Пасха алдынан[28]), Петров пост, Успенский пост, Раштыуа посты, православие байрамдары менән бергә улар литургия йылын тәшкил итә.

Донъяла таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Православие диненең донъяла таралыуы

Православие ҡайһы бер Балҡан ярымутрауы халыҡтары араһында — грек, болгар, серб, Черногория, македон, румын һәм өлөшләтә албан халыҡтары араһында таралған; Көнсығыш Европала — Көнсығыш славяндар (урыҫтар, украиндар, белорустар), грузин, гагауз, молдаван, Левант (Сирия, Израиль,Ливан) халыҡтары араһында таралған. Рәсәй Федерацияһында урыҫтарҙан тыш: сыуаш, мари, удмурт, коми, карел, мордва, яҡут,осетин (бер өлөшө)һәм башҡа халыҡтар православие динен тота (см. также в статье Православие в России).

Православие динен тотоусылар һанын теүәл генә белеп булмай, сөнки православие дине таралған илдәрҙә йола буйынса диндарҙарҙың иҫәбе алып барылмай. Ҡанундарға буйһонған православие сиркәүенә ҡараған христиандар һаны 225 млн (2007 й.) тирәһе тип иҫәпләнә[29] и 227 млн (2013 г.)[30]. Бөтә донъя Патриархы Варфоломей I (Константинополь Патриархы) һәм ҡайһы бер сығанаҡтар православие христиандары һаны 200—250 млн ти[31][32]. Боронғо Көнсығыш сиркәүҙәре менән бергә православныйҙар һаны 260[33] — 270[34] млн кеше. Иң күп православныйҙар Рәсәйҙә йәшәй: бөтә православныйҙарҙың 40 % (шулай уҡ боронғо Көнсығыш сиркәүҙәре)[33]. Халыҡ иҫәбен алғанда йыйылған һәм башҡа сығанаҡтар буйынса иң күп православныйҙар йәшәгән илдәр: Белоруссия, Болгария, Греция, Грузия, Кипр, Македония Республикаһы, Молдавия, Румыния, Сербия, Украина, Черногория. Православие шулай уҡ Босния менән Герцеговина, Ҡаҙағстанда, Эстонияла, Латвияла, Литвала, Ҡырғыҙстанда, Албанияла, Үзбәкистанда, Төркмәнстанда, Финляндияла, Алеут утрауҙарында (АҠШ-тың Аляска штатында) таралған. Бынан тыш Ливан (8 %[35]), Сирия, Иордания, Израиль халҡының бер өлөшө православие динен тота.

XX быуаттағы миграция ағымы, православие сиркәүе миссионерҙары эшмәкәрлеге бөтә ҡитғаларҙағы төрлө илдәрҙә православие общиналары һәм епархияларын булдырыуға булышлыҡ итә, мәҫәлән, АҠШ-та православие сиркәүе юрисдикцияһына ҡараған общиналар күп[36]. XX быуат аҙағынан православныйҙар һаны Сахаранан көньяҡтараҡ ятҡан Африка (Православие в Африке) һәм Көньяҡ Корея, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла ла арта[37].

2010 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Австралия халҡының 3,3 % , Австрияның — 2,3 %, Испанияның — 2 %, Германия һәм Канада — 1,4 %, Бөйөк Британия — 0,9 %, АҠШ һәм Франция Франции — 0,6 %[12], Италиялағы халыҡтың — 0,2 % православный[38]. 2011 йылда Ирландияла православныйҙар һаны Көнсығыш Европа илдәренән килгән мигранттар иҫәбенә бик тиҙ артҡан һәм улар был күрһәткес буйынса ҡалғандарҙы уҙып киткән.[39].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ортодоксия — ҡайһы ваҡыт урыҫ телендә православие һүҙе урынына яңғылыш ҡулланыла (Европа телдәрендә грек телендәге оригинал термин тәржемәһеҙ ҡулланыла, ләкин урыҫ телендә уның мәғәнһен православие һүҙе бирә).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комментарийҙар
  1. Был ҡатын-ҡыҙҙарҙы дискриминациялауға бәйле түгел, ә ҡорамда вәғәз уҡыған һәм дини хеҙмәт (ғибәҙәт) башҡарған рухани Иисус Христостың тере иконаһы (образы)- ир кеше тип аңлатыла. Шуға күрә клирҙа ҡатын-ҡыҙ тик диаконисса булып хеҙмәт итә ала, йәки сиркәүҙән ситтә генә вәғәз уҡый һәм ғибәҙәт ҡылыу хеҙмәтен башҡара ала. Сергий Мячин. Попытки восстановления чина диаконисс в Православной Церкви. Санкт-Петербургская духовная академия.
Сығанаҡтар
  1. 1,0 1,1 Аверинцев С. С. Православие // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  2. 2,0 2,1 В славянских переводах Библии и богослужебных текстов, а также с современного греческого языка, слово «δόξα» чаще всего переводится как «слава», «хвала», однако в греческом языке античной эпохи его семантика была более многогранной: так, словарь И. Х. Дворецкого (М., 1958. — Т. I. — С. 421) приводит следующие переводы слова δόξα: «мнение, представление; ожидание, чаяние, расчёт; плод воображения, видение, призрак; в философии — мнение, мнимое знание; намерение, решение, замысел; слава, имя, репутация; блеск, сияние, яркость»; словарь А. Д. Вейсмана (5-е изд., 1899) в качестве основного значения слова «δόξα» даёт «мнение, представление, предположение». При этом «распространенное толкование, согласно которому речь идет о правильном способе славить Бога, с намеком на литургическую культуру православия, этимологически невозможно» (С. С. Аверинцев, «Православие», Новая философская энциклопедия): форма -δοξία образована непосредственно от глагола δοκέω, к пассивной форме которого (в значении казаться) восходит и δόξα (прот. Н. П. Малиновский. Очерк православного догматического богословия).
  3. Казьмина, 1999, с. 794
  4. 4,0 4,1 Пилипенко, Лукашевич, Ванеян, 2015, с. 352—360
  5. Назаренко, Цыпин, Васильева, Журавский, 2004, с. 211—224
  6. Meyendorff J. Eastern Orthodoxy (ингл.). Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 23 май 2019.
  7. Orthodox Christianity: Overview and Bibliography, 2003, p. vii
  8. Juergensmeyer M., Roof W. C., ed. (2012), Encyclopedia of Global Religion, vol. 1, Los Angeles: SAGE Publications, p. 319, <https://books.google.com/books?id=B105DQAAQBAJ&pg=PA319#v=onepage&q&f=false> 
  9. Митрополит Филарет (Дроздов). О девятом члене Символа веры. // Пространный Православный Катехизис Православной Кафолической Восточной Церкви.
  10. Митрополит Иларион (Алфеев). Раннее христианство. Христос — основатель Церкви. // Православие : В 2 т. — М.: Сретенский монастырь, 2009. — 1840 с. — ISBN 978-5-7533-0502-2.
  11. 1. Единство Церкви и грех человеческих разделений 2020 йылдың 8 июль көнөндә архивланған. // «Основные принципы отношения к инославию» — документ, принятый Юбилейным Архиерейским Собором РПЦ МП 2000 года.
  12. 12,0 12,1 Table of Christian Population as Percentages of Total Population by Country. Pew Research Center.
  13. 13,0 13,1 Ортодоксия // Философия: Энциклопедический словарь / Под ред. А. А. Ивина. — М.: Гардарики, 2004.
  14. «те, что называют себя православными (грек. ορθοδοξασται), должны творить добрые дела, ясно понимая, что делают» (Строматы, 1:9)
  15. В частности, в традиционной римской мессе: et omnibus orthodoxis, atque catholicae et apostolicae fidei cultoribus.
  16. В языках народов, не связанных с восточно-православной традицией, понятие «православное христианство» является обобщающим термином, условно объединяющим греко-православие и дохалкидонские церкви, что можно видеть в версиях данной статьи в соответственных языковых разделах. Русскому языку такое словоупотребление не свойственно
  17. Глубоковский Н. Н. Православие по его существу. — СПб., 1914; М., 1991. — стр. 11—13
  18. Архимандрит Роберт Тафт, S. J. на кн. архиеп. Павла Финляндского «Пир веры»; Ответы на вопросы, которые чаще всего задают священнику
  19. Архимандрит Иерофей (Влахос). «Православная духовность». Oб основах духовной жизни в свете неискажённого святоотеческого учения 2017 йылдың 20 июнь көнөндә архивланған.; Православие. Доклад митрополита Волоколамского Илариона на открытии «Дней православной книги»
  20. По 1-у правилу II Вселенского собора утверждённый Символ веры не должен более изменяться: «да пребывает о́ный непреложен».
  21. Догмат шестисот тридесяти святых отец четвертаго вселенскаго собора, Халкидонского. (Книга правил. -- С. 5)
  22. Св. Иоанн Дамаскин. Точное изложение православной веры. — М., 1992.
  23. Браницкий, Корнилов, 2013, с. 7—9
  24. 24,0 24,1 Браницкий, Корнилов, 2013, с. 22—23, 173-174
  25. Правило 81 святых Апостолов
  26. Правило 6 святых Апостолов
  27. Служение церковного управления — епископство
  28. Формально Великий пост длится 40 дней, хотя от начала поста до Пасхи 48 постных дней (включая Вербное воскресенье и Страстную седмицу.
  29. Religious Bodies of the World with at Least 1 Million Adherents 2013 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған.
  30. Путин встретится с патриархом и представителями православных церквей. РИА Новости (25 июль 2013). Дата обращения: 3 сентябрь 2013.
  31. Bartholomew Archbishop of Constantinople, New Rome and Ecumenical Patriarch (ингл.). сайт Вселенской патриархии. — As Ecumenical Patriarch he transcends every national and ethnic group on a global level and today is the spiritual leader of approximately 250 million faithful world-wide. Дата обращения: 26 март 2009. Архивировано 21 август 2011 года. 2019 йылдың 30 октябрь көнөндә архивланған.The Green Patriarch - Bartholomew I (ингл.). БиБиСи (12 июнь 2002). — The spiritual leader of the world's estimated 300 million Orthodox Christians, Bartholomew I. Дата обращения: 26 март 2009. Архивировано 21 август 2011 года.
  32. about.com
  33. 33,0 33,1 Global Christianity — Orthodox Christian
  34. Worldwide Adherents of All Religions // Encyclopædia Britannica. Encyclopædia Britannica Online. Encyclopædia Britannica Inc., 2013
  35. Middle East :: LEBANON. CIA The World Factbook. 2018 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
  36. Зарубежная миссия Православной Церкви сегодня
  37. Погадаев В. А. Православие в Индонезии. // Нусантара. Юго-Восточная Азия. Сборник материалов. Вып. 3. — СПб., 2002. — С. 89-91.
  38. Pew Research Center. Italy
  39. Ms Maria Hämmerli, Dr Jean-François Mayer. Orthodox Identities in Western Europe: Migration, Settlement and Innovation. — Ashgate Publishing, Ltd., 2014-08-28. — 321 с. — ISBN 9781409467540.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫ телендә
Инглиз телендә

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]