Айсыуаҡов Шәйхислам Ғәҙелша улы
Айсыуаҡов Шәйхислам Ғәҙелша улы (рус. Айсуваков Шайхислам Гадельшович; 18 август 1943 йыл — 25 сентябрь 2021 йыл) — педагог, журналист. 1963 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире һәм директоры; 1981 йылдан «Совет Башҡортостаны», 1990 йылдан — «Башҡортостан» гәзитенең республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары, 1993—2008 йылдарҙа — Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсеһе. 1982 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Биографияһы
Шәйхислам Ғәҙелша улы Айсыуаҡов 1946 йылдың 18 авгусында Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Аҡназар ауылында тыуған[1].
Юғары белемле: 1971 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1963 йылда Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт урта мәктәбенең уҡытыусыһы булып башлай. 1964 йылдан Аҡназар башланғыс мәктәбе мөдире.
1971 йылдан Хәйбулла район мәғариф бүлеге методисы. 1972 йылдан Мәмбәт урта мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире.
1973—1974 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» республика балалар гәзитенең өлкән хеҙмәткәре.
1974—1975 йылдарҙа Ғәлиәхмәт урта мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире.
1976 йылдан Баймаҡ районында: Урал һигеҙ йыллыҡ мәктәбе, 1979 йылдан — 1-се Этҡол урта мәктәбе директоры.
1981 йылдан «Совет Башҡортостаны», 1990 йылдан — «Башҡортостан» гәзитенең республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары, 1993—2008 йылдарҙа — Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсеһе.
2021 йылдың 25 сентябрендә оҙайлы ауырыуҙан һуң Сибай ҡалаһында вафат була[3][4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)
• Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының Почёт грамотаһы (2003)
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса
идаралыҡтың Почёт грамотаһы (2008)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хайбуллинский историко-краеведческий музей: Сведения о юбилеях известных и заслуженных людей района на 2013 год. Айсуваков Шайхислам Гадельшевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2024)
- ↑ Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башк. энцикл., 2015. — 648 с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185—243-6 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2024)
- ↑ Ушел из жизни журналист Шайхислам Айсуваков. ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», официальный сайт. 27.09.2021 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2024)
- ↑ Не стало скромного труженика пера. Союз журналистов Республики Башкортостан. Официальный сайт, 27.09.2021 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2024)
Һылтанмалар
• Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башк. энцикл., 2015. — 648 с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185—243-6 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2024)
• Хайбуллинский историко-краеведческий музей: Сведения о юбилеях известных и заслуженных людей района на 2013 год. Айсуваков Шайхислам Гадельшевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2024)
• Мавлида ЯКУПОВА, ответственный секретарь Союза журналистов РБ. Республика Башкортостан: Чтоб не пропасть поодиночке... Сетевое издание «Союз журналистов России». 26.10.2021 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2024)
• Не стало скромного труженика пера. Союз журналистов Республики Башкортостан. Официальный сайт, 27.09.2021 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2024)</ref>.