Урал (Баймаҡ районы)

Урал (рус. Урал) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 250 кеше[2]. Почта индексы — 453653, ОКАТО коды — 80206813007.

Исеменең килеп сығышы

Урал бүлексәһенең исеме Урал йылғаһы исеменән алынған. 2008 йылдың 9 февралендә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарары (60-сы) менән Урал бүлексәһе Урал ауылы тип үҙгәртелә[3].

undefined

Географик урыны

Урал йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 70 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Урғаҙа): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 75 км

Тарихы

1929 йылда Йылайыр кантонында Йылайыр совхозы ойошторолоу сиктәрендә Ҡала яны хужалығы ҡасабаһы булараҡ нигеҙләнә, һуңыраҡ, 1950-се йылдарҙа, «Йылайыр» совхозының Урал бүлексәһе итеп үҙгәртелә[4]. 1930 −1933 йылдарҙа Ҡала яны хужалығы — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ-Таналыҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составында, 1933—1941 йылдарҙа — Баймаҡ районы Баймырҙа ауыл Советы, 1941 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Баймаҡ районы Йылайыр ауыл Советы составында[3]. 2005 йылда хәҙерге статусын ала, 2008 йылдан — Урал ауылы исемен йөрөтә. Халҡы «Йылайыр» ДУАХП‑нда эшләй. Ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, магазин бар. Башланғыс мәктәп 2015 йылда ябылған[3]. 2020 йылдың көҙөндә бында капиталь ремонттан һуң ауылға ингән юлда күпер асылды[5]

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 136
1959 йыл 15 ғинуар 267
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 280
2002 йыл 9 октябрь 303
2010 йыл 14 октябрь 215 106 109 49,3 50,7
Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда урыҫтар (40 %), башҡорттар (35 %) һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй[6].

Урамдары

  • Йылға урамы (рус.  Речная улица)
  • Төҙөүселәр урамы (рус.  Строителей улица)
  • Дала урамы (рус.  Степная улица )
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)[7]

Ауыл активы

  • Йылайыр ауыл советы 8-cе округы (Октябрь, Комсомол, Покровка, Сосновка, Урал ауылдары буйынса) депутаттары — Ольга Федоровна Кузьминова, Рәшиҙә Хәҙис ҡыҙы Раҡаева
  • Ауыл старостаһы Гөлйәзит Һатыбалды ҡыҙы Хоҙайбирҙина
  • Ауыл мәҙәниәт йорто (Баймаҡ «Халыҡ ижады үҙәге» филиалы) мөдире Ольга Федоровна Кузьминова.
  • Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Сулпан Миҙхәт ҡыҙы Мусина
    [3].

Ауылдың билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. 1 2 3 4 5 6 Деревня Урал (Урал ауылы)
  4. 1 2 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  5. «Һаҡмар», 17 ноябрь 2020. Урал ауылында яңы күпер!
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  7. Улицы
  8. Баймакский край

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.

Тема буйынса өҫтәмә