Йәнйегет

Йәнйегет (рус. Янзигитово) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 406 кеше булған[2]. Почта индексы — 453656, ОКАТО коды — 80206849007.

Тарихы

1816 йылда Таулыҡай ауылы кешеләре нигеҙ һалған. Тәүге нигеҙ һалыусы зауряд-сотник Йәнйегет Таулыҡаев исеме менән йөрөтәлә[3]. 1816 йылда 142 кеше йәшәгән, 4859 йылда — 204 кеше, 1920 йылда — 289 кеше, 1989 йылда — 289 кеше, 1999 йылда — 383 кеше. 1920-се йылдарҙа бында ауыл Советының үҙәге урынлашҡан. Малсылыҡ — халыҡтың боронғо шөғөлө.

1839 йылда ауыл халҡының 300 йылҡы малы, 300 эре мал, 113 һарыҡ һәм 63 кәзәһе булған. сәсеүлек ере 18 дисәтинәлә 231 бот ярауай бойҙайын сәскәндәр[3].

1929 йылда ауыл Сталин исемендәге колхозға ингән, 1936 йылда — Киров исемендәге колхозы, 1957 йылдан алып «Сибай» совхозының Йәнйегет бүлексәһенә ингән[3]..

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 362 185 177 51,1 48,9

Географик урыны

Рамай йылғаһы янында урынлашҡан[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 34 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татлыбай): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 15 км

Ауылдың билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. 1 2 3 4 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  4. Жительнице Башкирии исполнился 101 год. ИА «Башинформ», 25 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2024)

Һылтанмалар

  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар